ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
7 Февраля 2022, 08:10

Голливуд йылмайыуы

Уның тауышын ишетеү өсөн генә лә мин көн дә ошо клиникаға йөрөргә риза булыр инем...

Тешегеҙ һыҙлағаны бармы һеҙҙең, йәмәғәт? Минең тештәр, яртыһы ҡуйылмалы булһа ла, быға ҡәҙәре Аллаға шөкөр, йонсотмайҙар ине. Тик ҡапыл ғына буҙлай башланылар. Тора-бара был буҙлау үҙемде лә буҙлатырға тотондо. Берәүһе генә ауыртһа, түҙер инем әле, ауыҙ ҡыуышлығында нисә теш бар, барыһы ла һыҙлай. Хатта иҫән тештәргә тимерҙән сүкелгәндәре лә ҡушылып китә. Торғаны менән симфоник оркестрҙың концерты инде. Бындай ваҡыттарҙа ауыҙҙарында бер генә бөртөк теше лә булмаған әбей - бабайҙар донъялағы иң бәхетле кешеләр кеүек тойола.

Ауыртыуҙарға түҙә алмай, иртәле-кисле дарыуҙар ҙа йотҡоларға керештем. Улары теште баҫҡан да кеүек, тик йөрәк дуларға тотона, бауыр үҙенең ҡайҙа урынлашҡанын һиҙҙерә.

Шулай бер төндө бүре һымаҡ айға ҡарап олоп ултырған сағымда, күҙгә реклама салынды. Йәнәһе, Өфөлә теш дауалайҙар. Иң мөһиме - тәүге тапҡыр барғанда аҡса алмайҙар, имеш. Диагностика үткәндән һуң, үҙ эштәренең оҫталары тешеңдән ынйы бөртөктәре яһап ҡуя. Түләүе лә пүстәк кенә.

Баш ҡалаға юлым төшкәндә, керҙем теге рекламала күрһәтелгән клиникаға. Ишектән минең баш күренеү менән, һығылмалы билле сибәр ҡыҙ, ирендәрен ҡолағына ҡәҙәре йәйеп ебәреп, йылмайып ҡаршы алды. Өҫ кейемемде лә үҙе һалдырҙы, аяҡҡа бахилын да кейергә ярҙам итте.

Арлы - бирле документтар тултырып, йомшаҡ диванға ултырып өлгөрмәнем, ҡаршы ишектән тәүгеһенән дә мөләйемерәк ҡыҙ күренде. Ә тауышы-ы-ы! Уның тауышын ишетеү өсөн генә көн дә ошо клиникаға йөрөргә риза булыр инем. Торғаны менән Шәхерезада инде!

Сибәркәй артынан ул саҡырған кабинетҡа кергәнсе, мин тештәреҙең һыҙлауын ғына түгел, исемемде лә онотҡайным ахырыhы.

- Йә, һөйләгеҙ, ағай, ниндәй проблемаларығыҙ бар?

Түкмәй - сәсмәй хәлемде һөйләп бөткәс, ҡыҙыҡай мине рентгенға алып китте. Бында эштәрҙе бөтөргәс, үҙәктең мөдире менән осраштыҡ. Стенаға эленгән ҙур компьютер мониторына минең рентгенда төшкән һүрәтемде сығарып, нисек дауалау тураһында аңлатырға кереште мөдир ханым.

- Был тешеңде алабыҙ, был тешеңде һурабыҙ, быныһын тигеҙләргә тура киләсәк. Ә-ә-ә, бына бында киста бар икән дә, әһә, бына бында ла проблемалар күренә. М-да, запустили тештәрегеҙҙе, запустили. Ярар, ҡурҡыныс түгел, вылечим. Циркониевые коронки поставим. Голливудская улыбка буласаҡ.

Голливуд йылмайыуы мөдир кабинетынан сыҡҡанда уҡ бар ине инде. Шулай булмай ни, ошо йәшемә етеп, шул ҡәҙәре итәғәтле, хәстәрлекле, инсафлы врачтарҙы күргәнем юҡ ине әле.

Мине оҙатып йөрөгән сибәркәйҙең кабинетына ингәс, һүҙ йәнә тештәремде дауалау планы тураһында барҙы. Байтаҡ ҡына һөйләшеп, аҡылым алҡымыма килә башлаған бер мәлдә, ҡыҙыҡай барлыҡ эштәрҙең күпме торасағы тураһында әйтте, ниһайәт. Сибәркәйҙең һүҙҙәренән тештәрем бергә уҡмашып, тамағыма тығылғандай булды. Әйткән һүҙҙәренә ышанмайыраҡ ултырғанымды тойҙо шикелле Шәхерезада, баяғы һандарҙы ҡағыҙ битенә яҙып, алдыма һалды.

- Күп бит, һылыу, - тигән булдым мин, кипкән ирендәремде көскә ҡыбырҙатып.

- Ошо күп булалыр шул һеҙҙең кеүек матур иргә? Һеҙ шундай позитив кеше, асыҡ икәнегеҙ йөҙөгөҙгә яҙылған. Күңелегеҙ саф, ошоларға матур тештәр ҙә өҫтәлһә, ҡыҙҙар артығыҙҙан үҙҙәре эркелеп йөрөйәсәк.

- Саҡ ҡына кә-ә-әме-ме-ме...

- Була - була, ағай, һеҙҙең кеүек дастуйын кешегә кәметәбеҙ, әлбиттә. Скидка яһарбыҙ. Хәҙер хужа менән кәңәшләшәм.

Ташлама яһағандан һуң да минең буласаҡ тештәрем йыллыҡ хеҙмәт хаҡымдан ҡиммәтерәк булып сыҡты. Әле быныһы тештәреҙең аҫҡы өлөшө өсөн генә икән дә. Өҫтәрен дә һанай башлаһаң...

Уның һайын "Мең дә бер кисә" һылыуы өҫтөмә менеп килә.

- Күп тимәгеҙ, типһә тимер өҙөрлөк ир өсөн был аҡса аҡсамы ни?

Клиниканан көскә сығып тайҙым. Иҫән-аман ҡотолоуыма шатланып, йылмайып ебәргәс, киске Өфө яҡтырып киткәндәй булды. Ысын Голливуд йылмайыуы ине был.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Голливуд йылмайыуы
Голливуд йылмайыуы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас