+23 °С
Облачно


ХӘЙЕРЛЕ КӨН ҺЕҘГӘ!
Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн
Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар,
Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн
Йөкләп барған ирҙәр, уландар!
Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар,
Донъя күрке – изге әсәләр!
Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар,
Ер биҙәге – яҙғы сәскәләр.
Хәйерле көн, имен-аманлыҡта
Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ
Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып,
Балҡып торһон тыуған илебеҙ.
З.Биишева