Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
4 Февраля 2022, 11:55

Яңғыҙ ҡатын

Ҡапҡаң асып, ябылмаһын Дуҫтарың да булмаһын. Баҡсаңдағы алмағасҡа Һайрар ҡошта ҡунмаһын...

Яңғыҙ ҡатынЯңғыҙ ҡатын
Яңғыҙ ҡатын

Яңғыҙ ҡатын...
Ҡырҡ урындан тыйһаларҙа
Ярамайҙа, ярамай.
Яңғыҙ ҡатын донья көтә
Ярамайға ҡарамай.
Башҡаларҙан булма сибәр,
Матурыраҡ кейенмә.
Бәхетеңде, шатлығыңды
Һин күрһәтеп һөйөнмә.
Урам буйлап, текә генә
Ғорур баҫып атлама.
Һәр бер өйҙөң тәҙрәһенән
"Утлы" күҙҙәр ҡаплана.
Табында ла шып-шым ғына
Артыҡ шауламай ултыр.
Зәһәр сәскән, көнсөл ҡараш
Хәҙер үк аймап йотор!
Уйнап-көлмә, йырлама ла
Тешеңде йылтыратма.
Янылыштан парлыларға
Бер генә лә күҙ атма!
Гармунсының көйҙәренә
Һығылып бейеп китмә.
Табындаштар алҡышлар тип,
Бөтөнләй өмөт итмә.
Шарап тотоп телмәр тотма,
Яман исем алырһың.
Хөрмәт итәм тигән ерҙән
Яманатҡа ҡалырһың.
Ҡырын баҫмай, тура ғына
Ҡайтырға сыҡ өйөңә.
Доньялағы бар ғәйептәр
Яңғыҙҙарға өйөлә.
Ҡапҡаң асып, ябылмаһын
Дуҫтарың да булмаһын.
Баҡсаңдағы алмағасҡа
Һайрар ҡошта ҡунмаһын.
Нахаҡ һүҙҙе, барыһын да
Яңғыҙ ҡатын күтәрә.
Мең хәсрәткә төрөнһәлә
Уйнап-көлөп үткәрә.
Күҙҙәрендә йәйғор нуры,
Йөҙөндә ай балҡышы.
Күңелемдә яралды моң-
Яңғыҙ ҡатын һағышы... 

Авторы билдәһеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас