Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
29 Января 2022, 17:50

Хыялымда яңғыҙ елкән булып...

Хыялымда яңғыҙ елкән булып, Сайҡалаһың йылдар буйына. Йә һис юғалмайһың үҙең унан, Йә бирмәйһең тынғы уйыма...

Хыялымда яңғыҙ елкән булып,
Сайҡалаһың йылдар буйына.
Йә һис юғалмайһың үҙең унан,
Йә бирмәйһең тынғы уйыма.

Әллә һин аҙашып индең уға,
Әллә индең мәңге ҡалырға?
Ниңә шулай онотмайым һине?
Ниңә шулай һаман янырға?

Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла
Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу.
Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау,
Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу...

Рәми Ғарипов. 

Хыялымда яңғыҙ елкән булып...
Хыялымда яңғыҙ елкән булып...
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас