Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
27 Ғинуар 2022, 18:30

Ә кем тәҡдим яһаны икән?

Әлдә шылтыраттың әле!

Ҡарттар йортонда әбей менән бабай ҡара-ҡаршы ашап ултыра. Ҡоморҙаҡ бабай ҡарсыҡҡа яғымлы ғына ҡараштыра, шунан:
- Һөппинса, әйҙә миңә кейәүгә сыҡ, - тип ҡуя.
Әбей бик оҙаҡ итеп бер нисә секунд уйлап ултыра ла:
- Ярай, ярай, - тип бабайҙы һөйөндөрә.
Шунан былар һәр кем үҙ бүлмәһенә китә.
Иртән уянғас, Ҡоморҙаҡ бабай әбейҙең нимә тип яуап биргәнен хәтеренә төшөрә алмай бер булып, телефонына шылтырата:
-Һин кисә нимә тип яуап бирҙең әле ул? Ярай типме?
-Эйе, эйе, - тип яуаплай Һөппинсаһы. - Әлдә шылтыраттың әле, уянғаны бирле кисә кем тәҡдим яһағанын иҫкә төшөрә алмай ҡаңғырғайным))

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: