Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
27 Ғинуар 2022, 12:10

Көлөп алайыҡ!

-Ҡәҙерлем, тоҙ сәселһә талашҡа, тиҙәр. Ә мин тоҙ һауытын төшөрөп ебәрҙем. -Һөйөклөм, ҡайғырма, бәлки, бер ни ҙә булмаҫ?..

-Әбекәй, мин һеҙҙе тулыһынса тикшерҙем. Тик һеҙҙең анализдарығыҙ ҙа, барыһы ла бик яҡшы бит.

-Уй, врач балаҡайым, ауырыйым мин, ауырыйым...

-Ҡайһы ерегеҙ ауырта һуң?

-Ҡуҙғалып киткән автобусты йүгереп баҫтырып еткәнсе тыным тарыға.

 

-Ҡәҙерлем, тоҙ сәселһә талашҡа, тиҙәр. Ә мин тоҙ һауытын төшөрөп ебәрҙем.

-Һөйөклөм, ҡайғырма, бәлки, бер ни ҙә булмаҫ?

-Юҡ инде, мин талашырға әҙерләнеп бөттөм!!!

 

Полицияға яҙылған аңлатманан: “Ҡатыным үҙенең кейемдәрен ярлы, ас йәшәгән ғаиләләргә бирергә теләүен әйтте. Мин уның кейемдәре тура килгән кешеләрҙең ас йәшәүе мөмкин түгел, тип әйттем. Шунан башланды ла инде беҙҙең талаш”.

 

Хыялыңда ғына йөрөткән берҙән-бер мөхәббәтеңде табыуы ауыр түгел. Тик уны һуңынан ҡатыныңдан йәшереүе генә бик ҡыйын.

 

-Ҡәҙерлем, хәтерләйһеңме һин балыҡҡа барғайның?

-Эйе, ә нимә?

-Балығың шылтыратты. Ыуылдырығым бар, ти.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: