Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
27 Ғинуар 2022, 12:20

Бына һиңә - Айыу!

Нимә эшләп ултыраһың?! Ана бит, ҡаҙҙарыңды айыу йыйып йөрөй!

Районыбыҙҙың бер ауылында булған хәл. Исемен яҙып тормайым, былай ҙа танырҙар. Бер ауылда Айыу ҡушаматлы ир бар. Әзмәүерҙәй мыҡты кәүҙәле, ныҡ. Торғаны менән ысын айыу инде. Һәр эш ҡулынан килә, барыһын да емереп эшләй. Әммә бер алама холҡо ла бар. Ҡайһы саҡта эскелеккә бирелә. Ул саҡта Айыуға закон юҡ – аҡсаһы булмаһа кешеләрҙең әйберенә “айыу майы” һөртөп, көмөшкә таба үҙенә. Ауылдаштар өгөтләп тә, әрләп тә ҡарай тегене, тик әҙерәккә тыйылып тора ла, тағы шул уҡ хәл ҡабатлана.

Иҫләйһегеҙме, бер йыл Бөрйән яҡтарында янғындар сыҡты. Шул ваҡытта күп йәнлектәр Ирәндек һырты буйлап тыныс ергә ҡасты. Беҙҙең тарафтарға ла Бөрйәндең ҡуйы урмандарының ҙур айыуҙары килеп етте. Бер нисә көн ас, уттан алйыған йәнлектәр юлында осраған бар ашарлыҡ нәмәгә йәбеште. Шулай, был айыуҙар беҙҙең ауыл тирәһендә лә барлыҡҡа килде. Кешеләрҙең хәҙер малы күп булмаһа ла, ҡош-ҡорто ғәләмәт бит инде. Бер көн өлкән генә инәй урам буйлап китеп барһа, баяғы ысын айыу юл буйындағы ҡаҙҙарҙы пыр туҙҙырып йыйып йөрөй, ти. Ҡото осҡан әбекәй хужабикәгә йүгереп инеп: “Нимә эшләп ултыраһың?! Ана бит, ҡаҙҙарыңды айыу йыйып йөрөй!”-тип һөрәнләгән. Ҡатын ҡулына төйгөсөн алып: “Ҡаҡшатты инде ошо, Айыу! Инде көндөҙ ҙә урлаша башланы”,-тип йүгереп сыҡҡан. Ҡараһа, урамда ысын урман айыуы йөрөй икән. Әммә йәнлек ҡулына төйгөс тотҡан ҡатындан ҡурҡҡан, шунда уҡ урман яғына һыпыртҡан.

Р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: