Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
27 Ғинуар 2022, 11:40

Ашығабыҙ...

Һәммәһен дә барлап барам,  Ғүмер юлында күсем....

Ғүмер - вагон. Ултырҙыңмы,
Бараһың да бараһың.
Һиҙмәйенсә үткәнеңде,
Йәшәү - үлем араһын.
Юлың оҙон, ҡыҫҡалырмы?
Белеп булмай самаһын.
Мөғжизәле тирә-йүнгә
Тәҙрәнән күҙ һалаһың.
Унда - тауҙар, сихри урман,
Әкиәти киң донья.
Ваҡыт етмәй күҙәтергә
Поезд шәп,алға ҡыуа.
Туҡталыш һайын тулалар,
Бар әҙәмдең төрлөһө:
Керә уҫал ҡарашлыһы,
Керә-парлы, яңғыҙы.
Туғандар ҙа ултырғандар:
Береһе бүлә ҡабымын,
Ауыр саҡты күрмәҫ өсөн,
Шәбәйткән бар аҙымын.
Һинең менән дуҫтар бара:
Аҫтыртыны гел күҙләй,
Ҡайҙа, нисек батырырға
"Яҡшыраҡ" урын эҙләй.
Ысын дуҫ бара сер бүлешеп,
Өҫтөн ҡуймайса үҙен.
Һәммәһен дә барлап барам,
Ғүмер юлында күҙем.
Шул ҡыҙғаныс !.. Туҡталышта
Берәм-һәрәм ҡалалар.
Әйтелмәгән һүҙҙәр ҡала
Һирәгәйә баралар.
Ғүмер - поезд саба ғына,
Сабабыҙ үҙебеҙ ҙә.
Кемгә - ҡыйын,кемгә - яйлы
Уйламай беребеҙ ҙә.
Тын алырға ваҡыт та юҡ,
Килә барыһын уҙаһы,
Етмәгәнде еткерәһе,
Еткәнен туҙҙыраһы.
Ни көткәнен уйламайбыҙ,
Ашығып уҙа ғүмер.
Ҡайтарып булмай кирегә,
Ул - ҡәҙерле,ул - бит бер.
Һуңғы туҡталышҡа етмәй,
Әллә төшөп ҡалырға?
Донья ҡыумай,үҙем өсөн
Бер аҙ йәшәп алырға.
Һалмаҡ ҡына аҙым менән
Урмандарҙа йөрөрмен.
Дуҫ-туғанды барлап сығып,
Ҡәҙерҙәрен белермен.
Балалар бар, ейәндәр бар
Бер туйғансы уйнармын,
Ә һуңынан.., ә һуңынан...
Ә һуңынан уйлармын...
Бәлки ҡабат ултырырмын
Төшөп ҡалған вагонға.
Донья ҡыуып маташырмын
Булдыра ла алғанда.
...Поезд саба...кешеләре
Ултыра, төшә бара.
Ҡабат мин дә ултырҙым әле,
Күпме ҡалғандыр ара.
Һуңгы туҡталышҡа еткәс
Булмаҫ та инде ҡасып.
Ҡыуырҙар ҙа төшөрөрҙәр
Вагон ишеген асып.

Файруза Саяпова

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: