Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
27 Ғинуар 2022, 21:10

Ҡала оңҡото

Ҡалала ныҡлап урынлашып алғас, минең мәгәзиндәргә беренсе сәйәхәтем үк иҫ киткес күңел кителеүе менән бөттө. Һатып алған һәр әйберемдең хаҡтары яман ҡыйбат булыуы етмәгән, сифат тигән нәмә бөтөнләй булмай сыҡты уларҙа...

Ҡала онҡото! Ярамаймы ҡала онҡотона!...
Ошо һүҙҙәрҙе мин йыш ҡына ҡуллана инем, ауылда йәшәгән саҡтарымда. Бер ваҡыт был һүҙҙәр ”бумеранг” булып үҙемә кире әйләнеп ҡайтыр тип, ике ятып бер төшөмә лә кермәй, башыма ла килмәй торғайны. Ә яҙмыш тигән хәтәр хәйләкәр нәмә мине лә ҡалаға күсеп йәшәргә мәжбүр итте.
Ҡалала ныҡлап урынлашып алғас, минең мәгәзиндәргә беренсе сәйәхәтем үк иҫ киткес күңел кителеүе менән бөттө. Һатып алған һәр әйберемдең хаҡтары яман ҡыйбат булыуы етмәгән, сифат тигән нәмә бөтөнләй булмай сыҡты уларҙа. Алған һөтөмдән һыйыр тиҙәге тәме сыға, етмәһә әсеңкерәгән үҙе. Картуф араһында вағы күп булһа, эрерәгенең эсе ҡап – ҡара булып сыҡты. Ҡаймаҡ – ҡоро ҡатыҡ, аҡ май күгәренкерәгән, шоколад кипкән, таш кеүек ҡаты ине. Бына һиңә мә!!!...
Ғүмерем буйы мал аҫыраған, һауынсы булып эшләгән, һәр ваҡыт яңы ғына һауып алынған һөткә, айыртып ҡына алған ҡаймаҡҡа, яңы бешкән майға, үҙебеҙ аҫырап һуйған малдың итенә, үҙебеҙ үҫтергән тәмле, ярмаланып торған картуфҡа, өйрәнгән миңә һөйләп килештерә алмаҫлыҡ шок булды был хәл. “Бар икән күрәһеләрем, ыстағафирулла тәүбә!”- булды беренсе уйым. Икенсе уйым иһә: “Ә – ә – ә ҡала онҡотомо? Бына һин хәҙер үҙең ҡала онҡотона әйләндең! Шул кәрәк һиңә!”- тип уйлай башланым...
Башҡа мәгәзиндәргә сәйәхәтем минең, сифатлыраҡ, тәмлерәк аҙыҡ–түлек эҙләп, бер һатыу нөктәһенән икенсеһенә, өсөнсөһөнә һәм башҡаларына күсеп йөрөү менән үтә ине. Шул ваҡыттарҙа: ”Ҡала онҡото! Ярамаймы ҡала онҡотона!” – тигән һүҙҙәрем мейемдә зыңлап тороуға әйләнеп китте.

Һыйырҙың ағын ауыл халҡы изге ризыҡтарҙың береһе тип ҡарай. Икмәкте хөрмәт иткән, ҡәҙерләгән кеүек үк ҡәҙерләй. Ауылға кейәүгә сығып йәшәй башлағандан, совхоз фермаһында һауынсы булып эшләгән мин быны бик яҡшы беләм. Һыйырҙың өҫтөн ҡағып – һуғып, еленен тап – таҙа итеп йыуып, ҡоротоп һөртөп һауып алғас, һөт флягаларына 5 - 6 ҡат марля аша һөҙөп ҡойоп, шунан ғына оҙата инек һөт заводына. Өҫтәүенә лаборантыбыҙ һауын һайын һөттөң сифатын тикшереп кенә торор ине. Шуға күрә беҙ етештергән һөттән бер ваҡыттала тиҙәк еҫе сыҡманы. Быға минең иманым камил һәм ҡала халҡы алдында намыҫым таҙа.
Әммә ауылға картуф һатып алырға килгән ҡала кешеһенең тоҡтарына: “Ярамаймы ҡала онҡотона!” – тип ярым ярты картуфтар һалып ебәргәнем булды. Әлбиттә беҙҙең уңдырышлы, йыл әйләнәһенә ашландырып торған еребеҙҙә үҫкән картуфтың эсе ҡара булыуы мөмкин түгел. Беҙҙә иҫ киткес тәмле, ярмаланып торған картуф үҫә. Эре, матур картуфтарҙы бешерер өсөн әрсеүе лә үҙе бер кинәнес. Шуға күрәлә ҡала халҡына сифатлы картуфтар һата инек. Тик ҡаҙып алған ваҡытта көрәккә эләгеп уртаға ярылып сыҡҡан картуфтарҙы һалып ебәрә инем ҡала кешеһенең тоҡтарына.

Был хәл иҫемә төшкән һайын Аллаһымдан, ҡала халҡынан эсемдән генә ғәфү үтенәм дә үҙемә йәнеп көйөп: “Ҡала онҡото булдың бит әй! Шул кәрәк һиңә, телеңде тыйырға ине!”- тип ҡуям.
Ә инде һатып алған һөттән тиҙәк тәме сығып тороуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине минең өсөн. Ауылда яңы ғына бешеп сыҡҡан, тәмле еҫтәр сығарып боҫрап торған икмәккә, хуш еҫле һары май яғып, йәки яңы ҡаймаҡҡа манып, ҡайнатма ҡушып һөтлө сәйҙәр эсеүемде һағынып йонсоном.
Икенсе ергә күсереп алып киткән мал нисек ерһемәй ыҙалана, миндә шул хәлдә инем. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр тигәндәй, мин дә өйрәндем. Йәшәй килә ҡайһы мәгәзиндә сифатлыраҡ аҙыҡ-түлек һаталар, ниндәй аграр ойошмалар ғәҙел эш итә, халыҡты алдамай, ҡайҙа арзаныраҡ алып була, быларҙы минәндә яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр хәҙер.
Уйламай һөйләгән, ауырымай үлгән! Ошо булалыр инде...
Бер нәмәгә минең иманым камил: әгәр ҙә ауылға ҡабат күсеп ҡайтып йәшәргә насип булһа, мин ҡала халҡына тик сифатлы аҙыҡ – түлек һатасаҡмын Аллаһ бирһә! Һәм бер ваҡытта ла”ҡала онҡото тигән” һүҙҙәрҙе ауыҙыма ла алмаясаҡмын...

Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: