Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
24 Ғинуар 2022, 18:25

Ярышмайым

Бейеүселәй һомғол булмам, Олигархтай бай булмам, Тай өйөрөнә эйәреп, Теләһәм дә, тай булмам...

Кем менәндер ярышырға
Һис кенә юҡ теләгем:
Көрәшселәрҙеке кеүек
Көслө булмаҫ беләгем.

Бейеүселәй һомғол булмам,
Олигархтай бай булмам,
Тай өйөрөнә эйәреп,
Теләһәм дә, тай булмам.

Аҡыллынан аҡыл отһам,
Уңғандан өлгө алһам,
Буш хәбәр һөйләүҙән түгел,
Тик эштән арып-талһам,

Донъяның саң-туҙанынан
Күңелде саф һаҡлаһам,
Хаталанған дуҫты түгел,
Дошманды ла аҡлаһам,

Бер Хоҙайҙың биргәненә
Йәшәһәм риза булып,
Бәхет ҡошо һайрап торор
Минең ҡулыма ҡунып.

Һәр кешенең үҙ тормошо,
Үҙ яҙмышы, үҙ юлы,
Ярышыу бәхет өҫтәмәй –
Онотма, йәме, шуны?

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: