Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
16 Ғинуар 2022, 18:10

Мәңгелек кәртә

Алексей һөйгәненең бер туған ағаһынан бындайҙы көтмәгәйне... Тәреһен һалһа ла – үлем, һөйгәнен юғалтһа ла – йәшәү юҡ...

 

- Йә, туҡмағың килһә – үҙең туҡма! Ни өсөн боксерҙар ялланың? Үҙеңдең көсөң етмәйме?

- Һинең ҡаның менән бысранғым килмәй. Һеңлемде кәләш итеп алғың килһә, тәреңде һал, мосолман диненә күс – шунан һөйләшербеҙ!

Алексей һөйгәненең бер туған ағаһынан бындайҙы көтмәгәйне... Тәреһен һалһа ла – үлем, һөйгәнен юғалтһа ла – йәшәү юҡ...

... Алексей дуҫы Тимур менән еңел машинала йәнле генә һөйләшеп барған ерҙән ҡаршыға килгән йәтеш кенә кәүҙәле оҙон ҡара сәсле һылыуға иғтибар итте. Шул ваҡытта ҡапыл иҫкән көслө ел ҡыҙҙың сәстәрен тулҡын-тулҡын итеп яурындарына таратты. Гүзәллектән арбалған егет дуҫына тиҙ генә туҡтарға бойорҙо. Хәбәргә әүрәп барған Тимур тормоз педаленә баҫырға ла өлгөрмәне, оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, һары сәсле егет һажлап китеп барған машинанан тейен етеҙлегендә һикереп төштө лә ҡапыл төкөй яҙып ҡыҙ алдында пәйҙә булды. Сибәркәй ҡурҡыштан телһеҙ ҡалды. Тынысланғас, егеттең йылмайып һаулыҡ һорашыуына, танышырға тәҡдим итеүенә яуап биреүҙе кәрәкле тапманы - башын сайҡап уҫал ҡараш ташланы ла ары атлауын дауам итте. Алексей сихырланған кеүек һылыу ҡыҙҙың артынан өйөнә тиклем эйәреп барҙы, исмаһам, ҡапҡанан ингән саҡта боролоп ҡарарына өмөтләнде. Ә гүзәл зат өсөн, әйтерһең дә, ул юҡ...

Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеп, маҡсатҡа ирешеп үҫкән егет бирешергә теләмәне – көнөнә мең тапҡыр ҡыҙҙың урамынан үтер, осраған саҡтарында мөләйем йөҙөнән май ҡояшын балҡытып йылмайып күҙ ҡыҫып алырға ла онотмаҫ ине. Гөлназдың да тәүге дорфалығы әкренләп ирене. Ғашиҡ егеттең йондоҙҙай нурлы күҙҙәре, йылмайыуҙарында хистәренең түгелеп тороуы, иртән тороп сығыуына ҡапҡа янындағы эскәмйәлә ал рауза гөлләмәләренең ҡаршы алыуына ниндәй ҡыҙҙың йөрәге битараф ҡала алыр ине икән?.. Таныштылар. Егеттең үтә хислелеге, ҡыҙҙың аҡыллылығы һәм тыйнаҡлығы, матур осрашыуҙар икәү арала мөхәббәт усағын ҡабыҙҙы. Ҡыҙ ҙа һөйгәненә йөрәген бирерҙәй ине. Бер-береһеҙ йәшәй алмаҫтарын аңлағас, йәштәр сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар итте. Әммә атай-әсәйҙәре менән таныштырыу һынауға әйләнде – ҡыҙҙың атаһының икенсе милләт вәкиле менән аралашыуға ҡәтғи мөнәсәбәте тәүге ҡаршылыҡ булып ҡалҡты. Гөлназ күпме генә инәлеп илаһа ла, атаһы бер ҙә ыҡҡа килмәне. “Яратам бит!” тип өҙгөләнеп әйтелгән һүҙҙәр “Әгәр урыҫҡа сыҡһаң, тупһама аяҡ та баҫмайһың!” – тигән ҡаты бойороҡҡа ҡаҡлыҡты.

Атайҙың ризаһыҙлығы йәштәрҙе туҡтата алманы – ҡыҙ ситкә эшкә китеү һылтауы менән йән һөйгәне янына күсеп килеп йәшәй башланы. Икенсе милләттән булһалар ҙа, егеттең диндәргә ихтирамлы ата-әсәһе тәүҙә был хәлдән албырғап ҡалды, уларҙың ысынлап та бер-береһен яратыуын аңланы, ҡаршы торғолары килмәне. Әммә шулай ҙа егеттең әсәһе Аня ханым ҡыҙға атай-әсәй фатихаһынан тыш бәхетле булмаясаҡтарын әкренләп һеңдерҙе. “Атайың улай ҡасып ҡына бергә йәшәгәнегеҙҙе белеп ҡалһа, киреһенсә, ғүмерҙә лә бергә була алмауығыҙ ихтимал”, - тигән һүҙҙәренән һуң ҡыҙ, күнеп, атай йортона кире ҡайтты. Ике йәш йөрәктең яҡты көндәре ҡара төндәргә әйләнде. Ул арала осраҡлы ғына рәүештә Гөлназдың Айрат ағаһы һеңлеһенең

Өфөлә эшләмәүен, ә егеттә йәшәгәнен белеп ҡалған. Туғанының бысранған намыҫы өсөн урыҫ егетенән үс алыр өсөн хатта бокс менән шөғөлләнгән егеттәрҙе ялланы.

Алексей, телефонына ят егет шылтыратып осрашыу урынын билдәләгәс, Гөлназ шылтыраттырғандыр тип уйлап йән һөйгәне менән күрешергә ашҡынып килде. Әммә ҡасандыр үҙе менән бергә спорт мәктәбендәге бокс түңәрәгендә шөғөлләнгән егеттәр уратып алғас, аптырап ҡалды. Тегеләр ҙә көрәштәшен таныны. “Беҙ һине туҡмай алмайбыҙ, үҙеңә-үҙең күк һал! Беҙгә һине “заказали”, – тине төпөш йыуанырағы. Ғәрсел егет: “Һеҙгә түләйҙәр бит, туҡмағыҙ һуң!” – тине йәне әсеп. Үҙҙәренән ике башҡа юғары егеттән шөрләү тойғоһомо, әллә спорт этикеты ҡул күтәрергә мәжбүр итмәнеме – егеттәр китеп барҙы.

Алексей быны Айраттың ғына этлеге икәнен аңлауҙан йөрәгенә ҡан һауҙы, шунда уҡ ҡыҙҙың ағаһына барып асыҡтан-асыҡ һуғышҡа саҡырҙы. “Һеңлем кәрәкһә, мосолманлыҡҡа күс – тәреңде һал, исемеңде алмаштыр!” - тине Айрат мыҫҡыллы йылмайып.

Әрме хеҙмәтендә булғанда ла бер көн дә тәреһенән айырылмаған Алексейға был тәҡдим үлемгә бәрәбәр ине. Нимә, нимә – әммә быны эшләй алмай ул... Ата-әсәһе уның йөрәгендә бәләкәйҙән дингә тәрән ихтирам тәрбиәләне, Аллаһы – уның өсөн дөрөҫ йүнәлеш бирер берҙән-бер компас. Бөтә милләт өсөн дә Алланың бер икәнен таный ул. Тик бер нисек тә үҙ диненән баш тарта алмай...

Шулай итеп, бер-береһен үлеп яратҡан ике йәш йөрәктең тормош юлдары айырылды. Йән ғазаптарынан сыҙай алмаған Алексей ҡыҙ артынан ҡыҙ алмаштырҙы, әммә береһе лә һөйгәненең тырнағына ла торош итмәй ине. Оҙон сәсле башҡорт ҡыҙы уның йөрәгендә мәңгелеккә урын алғайны... Ә Гөлназ, киреһенсә, берәү менән дә осрашырға теләмәне...

Айгөл Иҙелбаева.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: