Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
15 Ғинуар 2022, 20:00

Өлкәндәр өсөн әкиәт

... Иҫләйһеңме, Баймағым - әкиәт ҡаймағымдың киске урамы буйлап уйланып китеп барғанымда һинең менән танышҡайныҡ?

ҠАРАҒАЙ МЕНӘН АҠ БЕЙЕҮ

Өлкәндәр өсөн әкиәт

Һәҙиә хат ташыусы булырға күптән хыяллана ине. Бына, ниһайәт, яҡты ниәте бойомға ашты – уны почта бүлексәһенә 31 декабргә эшкә килергә саҡырҙылар.

Ҡыҙ тәғәйен көндө иртүк торҙо. Сөнки Баймаҡ ҡалаһының һуңғы йылдарҙа сәскә атҡан Көньяҡ тип йөрөтөлгән биҫтәһендә йәшәй, ә почта үҙәгенә ара байтаҡ ҡына. Әммә бының бер ҙә ҡыйынлығы юҡ – ҡыҙыҡай төйәгенең гүзәллегенә һоҡлана-һоҡлана матур хыялдарға бирелеп йәйәү йөрөргә ярата. Көн ажғыр буранлы, үтә ныҡ һыуыҡ булғанда - милли биҙәктәр төшөрөлгән аҡҡоштай гүзәл автобустар, бигерәк тә уларҙың алдынан сабырға яратҡан “маршрутка”лар гөжләп йөрөп тора. Барып еткәнсе рәхәтләнеп яратҡан китабыңды уҡы әйҙә, әгәр ултырыр урын булһа инде.

Кешеләргә изгелек, яҡты хәбәрҙәр тулы гәзит-журналдар илтеү ниәте менән күңеле тулып почта бүлексәһенә килеп ингән ҡыҙға Ҡарһылыу кейеме менән ҡыҙыл төҫтәге бер тоҡсай хат тотторҙолар. Баҡһаң, почтальондарҙың изге йолаһы буйынса, 31 декабрҙә эшләгән хат ташыусы үҙенең хеҙмәт бурысын тап Ҡыш бабайҙың ейәнсәре кейемендә башҡарырға тейеш икән. Әммә унда эшләгән апайҙарҙың береһенә лә нескә билле нәзәкәтле кейем ярамай, имеш. Тап шул көндө, әмәлгә ҡалғандай, бүләк кеүек Һәҙиә килеп ингән. “Минең исемем төрки телендә “бүләк” тигәнде аңлата бит”, - тип йылмайҙы ихлас ҡыҙыҡай кейем менән хаттарҙы ҡулына алып. “Ҡыҙыҡ, бөгөнгө интернет шыйлап эшләп торғанда, социаль селтәрҙәр, телефон аша бер ҡаршылыҡһыҙ аралашып булғанда, хат яҙыу нимәгә кәрәктер инде?” - тигән уй башында лампочка кеүек тоҡанып баҙланы.

Күрһәткән бүлмәгә инеп аҡ мамыҡ менән ҡаймаланған, ялтыр мәрйендәр менән биҙәлгән зәңгәр оҙон күлдәкте, килешле башлыҡ, шул уҡ төҫтәге йомшаҡ бейәләйҙәрҙе кейеп, һарғылт төҫлө ике оҙон толомон сығарып һалғас, көҙгөлә пәйҙә булған һөйкөмлө ҡыҙыҡайға ҡарап йылмайҙы, тәүге көнөнөң бик тә серле башланыуына ҡыуаныстан кеше күрмәгәндә үҙенә күҙ ҡыҫып та алды.

Тәүге хат Юбилей урамындағы бер ҡарағайға тәғәйенләнгән булып сыҡты. Был хәл башҡа көндә булһа, Һәҙиә ышанмаҫ, ҡысҡырып көлөр ине. Әммә Яңы йыл алдынан мөғжизә көткән ҡыҙға был хәл бик тә тәбиғи тойолдо. Конверт тышына бик матур хәрефтәр менән “Юбилей урамындағы мәғрур ҡарағайға” тигән юлдарҙы уҡыуҙан йөрәге бына-бына көткән мәл етеүен тойомлауҙан тулҡынланып типте. Ебәргән адресаттың исеме – Гөлһылыу икән. “Ниндәй матур исем!” - тип һоҡланды хат ташыусы Ҡарһылыу-Һәҙиә. Конверттың артына яҙылған “Хатым бар осоп ҡына, ал уны ҡосоп ҡына!”, “Почтальон апайға ҙур итеп РӘХМӘТ!!!”- тигән ихлас теләктәр эйәһенә уның да яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарғыһы килде. Шуға күрә тәүге хеҙмәт көнөн ҡарағайҙы эҙләүҙән башларға булды ла инде.

Юбилей урамы Баймаҡ ҡалаһының балҡып торған уттарға күмелгән үҙәгендәге милли батырыбыҙ исемен йөрөткән Салауат Юлаев проспектына перпендикуляр рәүештә урынлашҡан. Йәғни бер осо батыр исемен йөрөткән проспектҡа килеп етеп туҡтап ҡала. Урам буйлап Һәҙиә байтаҡ барҙы. Ҡаланы йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошма яғына башын бороуы булды өс бер тигеҙ ҡарағай күҙенә салынды. Икәүһе Ҡарһылыуҙы күреү менән ҡыуанып китеп ҡул болғаны, тик уйсаны, ситтәрәк торғаны ғына башын да күтәрмәне, шул килеш хәрәкәтһеҙ ҡалды. Ҡыҙҙың һиҙгер күңеле хат тәғәйен заттың шул икәнлеген алтынсы тойғо менән шундуҡ тойомланы. Уға яҡын килеп күтәренке тауыш менән: “Һаумыһығыҙ! Һеҙгә Гөлһылыуҙан хат бар!” - тип конвертты күрһәтеп йылмайыуы булды – мөғжизә тыуҙымы ни! - ҡарағай теремекләнеп китте, әйтерһең дә, бына-бына бейергә төшөп китер төҫлө!..

Хат ташыусы Һәҙиә-Ҡарһылыу ҡарағайҙың талсыҡҡан йөҙөнә ҡарап уның хаттың эйәһен, бик булмаһа ошо яҙмаларын булһа ла ни тиклем зарығып көтөүен тәрән аңлап, оло йөрәкле ағасты артабан да көттөрөүҙе хилафлыҡҡа һанап, ашығып конвертты асырға кереште. Ниһайәт, хат ҡулында. Нәфис ҡыҙҙың бармаҡтарының эҙҙәрен һаҡлаған тигеҙ генә хәрефтәр теҙелгән юлдарҙан йылылыҡ бөркөлгәндәй!..

Һаумыһың, мәғрур олуғ ҡарағайҡай! Хәлдәрең нисек? Һиңә аҡтан-аҡ, суҡтан-суҡ сәләмдәремде еткереп, һағыныулы хатымды яҙам!

... Иҫләйһеңме, Баймағым - әкиәт ҡаймағымдың киске урамы буйлап уйланып китеп барғанымда һинең менән танышҡайныҡ. Һин үҙең миңә башың эйеп һаулыҡ бирҙең - ҡалын юрған булып мөһабәт фиғелеңде йәшерергә маташҡан ҡар ҡатламына бирешмәй, сәләм биргән һөйкөмлөкәй Аҡбуҙаттай башыңды сайҡауың менән иғтибарымды йәлеп иттең. Мин, уй мәрйендәремде өҙөп, ситкә һибеп ебәрҙем дә, йылғыр тейен кеүек һикереп бер ботағыңды бармаҡтарым осона ғына эләктереп алдым. Унан “погондарыңдан” “йондоҙҙарың” шыуып төшөрлөк итеп һелкетә-һелкетә ихласлап ҡул бирештек. Һин, шаярып, минең өҫкә аҡ ынйыларыңды һиптең. Икәүләп рәхәтләнеп көлөштөк. Мин, ҡыйыуланып, һине үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр “аҡ бейеү”гә саҡырҙым! Ә һин, мине етеҙ генә күтәреп алдың да, осортоп, өйөрөлөп, бөтөрөлөп, ҡар-бурандары туҙҙырып бейенек... Шыбырлап ҡына күкрәгеңдән ағылған бик матур йыр ҡолағыма һарылды...

Һин минең тормошома

Буран булып индең дә

Иң моңло йыр булып ҡалдың

Балҡытып күңелемде...

Нурҙарында ҡойонамын

Иркә генә ҡараштың!

Серле төпкөлдәрендә

Ниҙәр бар?” - тип һаташтым.

Күңелемдең әкиәте һин,

Яҙмышымдың бүләге.

Гелән булсы янымда!” – тип

Килә һәр саҡ теләге!..

Матур төш күрәмен төҫлө...

Ҡурҡамын уяныуҙан –

Тормошом тарайыр кеүек

Янымда булмауыңдан...

Минең дә күңелемдә йырҙың дауамы сәскә атты!..

Балҡыйым солғанышында

Саф хистәр тәьҫиренең...

Һин – геройы яҙылаһы

Иң яҡты әҫәремдең!..

Ҡарҙар түгел, бәхет яуа!..

Яуа ғәжәйеп һөйөү!

Йөрәгемде мәңге нурлар

Һинең менән “аҡ бейеү”!..

... Бик матур ине ул кис!.. Йондоҙҙар ҙа наҙлыраҡ яна, ҡарҙар ҙа йырлабыраҡ ҡуна, хатта тулы ай ҙа баҙығыраҡ баға һымаҡ ине!.. Онотолмаҫлыҡ булды ул мәл... Их, ниңә мин яныңда ғына үҫер ҡупшы шыршыҡай түгелмен икән?..

Һине етеп килгән Яңы йыл менән ихлаааас ҡотлап, ҡарағайҙай ныҡлы һаулыҡ, "Урал" йырынан да оҙооон ғүмер, яҡты хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, йыр ҡанаттарыңдың талмай, һәр ваҡыт йыһан киңлектәрен иңләүен теләйем!

Яңы йылдың тәүге ҡары

Һиңә бәхет илтһен бары!..

Хуш, ҡарағайҡайым! Һағыш һәм һөйөү тулы хатымды тыныслыҡ һәм мөхәббәт ҡошсоҡтары осороп алып барып еткереренә ышанам һәм һинән яуап көтөп ҡалам!..”

... Һәҙиә-Ҡарһылыу хатты бер тынала ҡысҡырып уҡып сыҡты, хистәр ҡойоно уның да йөрәген йолоп алып осортоп алып киткәндәй булды! Һәр һөйләмдән ҡарағайҙың мәғрур кәүҙәһе турая, сабыр йөҙө тағы ла яҡтыра барҙы, һыртында ҡайҙандыр төҫлө уттар пәйҙә булды. Мөһабәт зат Ер йөҙөндәге иң бәхетле бер йән эйәһе ине!..

... Бурысын үтәүҙән генә түгел, һөйөү тулы мөлдөрәмә тулы күңелдең кисерештәрен түкмәй-сәсмәй көтөүҙән ҡорғаҡһый башлаған йәнгә еткереп, үҙен уға Йәншишмә һыуын бөрккәндәй итеп тойған Һәҙиә хәҙер инде еңел һулап ҡуйҙы. Үҙенең донъялағы иң бөйөк һөнәрҙе һайлауын аңлауҙан күҙҙәренән бәхет ынйылары сәселде! Ә тоғонда – тағы ла бихисап яҡтылыҡ нурҙары!..

Уларҙы ла Яңы йылға тиклем тиҙерәк эйәләренә еткерә һалайым, бәхет бүләк итәйем!” - тип уйланы ла Ҡарһылыу, ғорур, мөһабәт ҡарағайҙы татлы уйҙары менән үҙен генә ҡалдырып, юлын артабан дауам итте...

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.


 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: