Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
15 Ғинуар 2022, 21:00

Ғәфү итегеҙ, ФӘРЕШТӘМ!

- Әһә! Ожмах ишеге асылды!

Йәмилдең ҡатыны ирен әрләй-әрләй баҙына ҡайнатмаларын төшөрөп йөрөй ине, шул саҡ лаяҡыл иҫерек ире ҡайтып инде лә, күҙенә аҡ-ҡара күрмәй баҙға йығылып төштө.

Ҡатын аптырап ҡалды. Баҙға төшөп ирен сығарырға иткәйне, күтәрә алмай, ә ире кәүҙәһен дә тота алмай, балыҡ шикелле шыуып төшә лә китә. Асыуынан ҡатыны тағы берәйһе килеп төшмәһен өсөн, баҙҙың ҡапҡасын ябып ҡуйҙы.
Йәмил шул килеш йоҡлап та китте. Инде һуң инде тип,ҡатыны ла йоҡларға ятты.
Йәмил, уянып киткәс бер нәмә лә хәтерләмәй, үҙенең ҡайҙа ятҡанын белмәй аптыраны. Иң беренсе уның башына “үлгәнмен икән”, тигән уй килде. Сөнки баҙҙа һалҡын, ҡараңғы, еүеш. Ҡапшап ҡараған ине, ҡулына еүеш тупраҡ йәбеште. Ул нимә уйларға ла белмәне: ҡараңғы, еүеш: “әллә тамуҡҡа эләктемме? Булыр ҙа, эскән кешеләр тамуҡҡа керә, - тигәндәре дөрөҫ ахрыһы?” – тигән уй үтте уның башынан. Эсеп үткәргән ғүмерен йәлләне.Ҡатыны уянып ята ине. Баҙҙа ҡыштырлаған тауыш ишеткәс, аҡ, оҙон йоҡо күлмәгенән генә ут яҡтыртты ла, баҙҙың ҡапҡасын асып ебәрҙе.Баҙға көслө яҡтылыҡ һирпелде.
- Әһә! Ожмах ишеге асылды!” – тип шатланды Йәмил.. Оҙон, аҡ ҡүлмәк кейгән фәрештәһе лә бар. Ул шатлығынан һикереп торҙо ла, ике усын ҡушып эйәк тирәһенә килтереп, ялбарып:
- Ғәфү итегеҙ фәрештәм! Бик күп эселгән дә, үлеп кителгән! – тип аҡланырға кереште.

Рәйлә Нәҙерғолова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: