Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
15 Ғинуар 2022, 22:05

АЛИҺӘ

Ә ул көндөң кисенә атаһының теге ҡунаҡ ҡатыны менән бәрәңге баҡсаһы аша аръяҡҡа китеп барыуҙарын күргәс, әсәһенән ҡала яҡын, ҡәҙерле кешеһенә ҡарата ерәнеү, ытырғаныу хисе тыуҙы. Үҙе тормошҡа сығып, әсәй булғас та атаһына ҡарата күңеле ирей алманы.

Фәнзиләне ире ташлап китте. Яратҡан эше-шөғөлө менән булышып ултырған ҡатын йәмәғәтенең танау төбөнән: “Һин бисәме ни, итекһеҙ итексе, тигәндәй, үҙеңә йүнле кейем дә тегеп кеймәйһең бит, исмаһам. Ҡартайып бөткән йөҙөң, һәлпәйеп төшөп килгән кәүҙәң тураһында әйтеп тә тормайым. Ә ул, һинең менән сағыштырғанда хур ҡыҙҙарына торошло. Ә юҡ, хур ҡыҙҙары нимә генә, ул - Алиһә!” – тигәнен дә, кейемдәрен йыйып сығып киткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Бары киске ашты ашағанда ҡыҙҙарының аталары тураһында һорашыуҙары һиҫкәндереп ебәрҙе.

- Әсәй, атай бөтөнләй ҡайтмаҫмы икән? – тине Айзилә, борсолоулы ҡарашын әсәһенә төбәп.

- Бәй, ҡыҙым, атайың бер бөгөн генә командировкаға китмәй ҙә инде.

- Эйе, ҡайтты, ти һиңә. Ул бит вис кейемдәрен сумкаһына тултырып сығып китте. Кәштәһендә бер нимә лә ҡалманы, ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ барып ҡарағыҙ.

Бәләкәс ҡыҙы Йәзиләне бөгөндән тот та тикшереүсе итеп ҡуй инде. Иғтибарлығына, күҙәтә белеүсәнлегенә иҫең китер. Әллә балала тәбиғәттән бирелгән һәләт бар, әллә көнө-төнө телевизорҙан енәйәткә ҡоролған детектив ҡарап өйрәнеп бөткән.

Ике аҙна тирәһе, бына ҡайтыр, бөгөн ҡайтмаһа, иртәгә ҡайтып керер, тигән өмөт менән йөрөнө Фәнзилә. Шылтыратып та ҡараны, яуап биреүсе булманы. Киләһе ялында ҡыҙҙары менән иренең эш бүлмәһен йыйыштырып, уларҙы айырым бүлмәле итмәксе булды. Ҡалалағы ике бүлмәле фатирҙарында берәүһе ҡыҙҙарыныҡы ине. Тик Артур: “Һин машинаң менән тыҡылдатып нервыма тейәһең, ҡыҙҙарың сыр-сыу килеп йонсотоп, фекеремде тарҡата,” - тип мыжығас, залдағы диванды ҡыҙҙарының ике ҡатлы карауаты урынына алмаштырып, иренең теләген үтәгәйнеләр. Әле эш бүлмәһен йыйыштырып йөрөгәндә Артурҙың яҙылып бөтмәгән мәҡәләһенә күҙ йүгертеп сыҡҡас, ирен сите менән генә йылмайып ҡуйҙы. Үҙен журналисмын, дүртенсе власть кешеһемен, тип күкрәк һуғып йөрөй генә белә инде, бахырҡай. Өҙөк-йыртыҡ фекерҙәр бишенсе класс уҡыусыһының иншаһын хәтерләтһә, күтәрелгән темаға авторҙың шәхес булараҡ үҙ фекере, үҙ ҡарашы бөтөнләй күҙәтелмәй. Эш урынында нимә тип тоталарҙыр, әллә түрәләргә ярай беләме, аптырарһың.

Журналист ишаратының теләһә ҡайҙа һибелгән ҡағыҙҙарын йыйып, тәмәке төтөнө һеңеп бөткән селтәр-шаршауҙарын алып ырғытҡас, күптән йәбештерелеп үҙ төҫөн, үҙ йәмен юғалта башлаған обойҙарҙы ла алмаштырырға булып киттеләр. Аҙна араһында эштән бушаған ваҡытта обойҙар һайлаһа, тәҙрәгә ҡорғандарҙы үҙе тегер.

Ауыҙ эсенән таныш бер көйҙө моңло ғына көйләп, йүгереп йөрөгән әсәләренең эш кәйефе ҡыҙҙарына ла күсте. Ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп кенә торалар. Айзилә менән Йәзилә күптән ҡул араһына кергән инде. Ун икенсе йәше менән барған Айзиләнең иңенә былай ҙа өйҙө тәртиптә тотоу бурысы йөкмәтелгән. Ә беренсе класта ғына уҡыған Йәзилә - апаһының уң ҡулы. Өй эшен белеп, киләсәктә уңған хужабикә булһындар тип тырыша Фәнзилә. Шуға, бала эшләй алған эште ипләп кенә өйрәтеп, бәләкәс кенә эштәрен хуплап барҙы. Хәйер, үҙенең өй эштәре менән рәхәтләнеп булышырға ваҡыты ла булманы инде. Булғаны ла юҡ. Артурға кейәүгә сыҡҡанда шәхси эшҡыуарҙа ҡорғандар тегә ине. Айзиләһе тыуып ялға киткәс, әлбиттә, декрет ялы өсөн түләүсе булманы.

- Хәҙер ике-өс йыл бер ерҙән бер тин ала алмаған бисә менән балаһын ҡарайһың инде, йүнлерәген таба алмағас, мәүеш! – тип Артурҙың әсәһе улын бер генә тапҡыр битәрләмәне.

Әммә килененең өйҙә бала менән ултырып та аҡсаны көнө-төнө эш тип сапҡан иренән кәм алмағанын белгәс, тынысланды. Шулай ҙа, яйы тура килгән һайын, улын “тәрбиәләп”, “өйрәтеп” торорға онотманы.

Айзиләһе менән бала табыу йортонан ҡайтыуҙарына бер ай ҙа булманы, Артур сираттағы командировкаһына йыйынды. Ҡырҡ көнлөгө тулмаған сабыйҙы яңғыҙын ҡалдырырға ярамағанлығын, кәрәк-яраҡ өсөн дә һалыу ваҡытында яңы тыуған сабый менән магазинға сығып булмаясағын әйткәс, йәш атай иҫе китмәй генә:

- Бер һин генә бала табаһыңмы әллә? Тапҡанһың икән – ҡара, - тине.

Елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнлеген шунда уҡ аңланы Фәнзилә. Йомшаҡ йәйеп, ҡатыға ултыртырға яратҡан ҡәйнәһенең этлеге генә, һүҙ көрәштереп, ваҡыт әрәм итеү урынһыҙ. Тешен ҡыҫып, ауыр булһа ла түҙҙе. Яңы йыл алдына тура килгәс, заказға әллә күпме эш алып, Яңы йыл костюмдары, байрам күлдәктәре текте йәш әсә. Эшкә сыҡҡас аңланы: сит кешегә эшләп тапҡан аҡса осон-осҡа ялғарға ғына етә. Шуға ла, нисек итһә итте, үҙ эшен асты. Йәзиләһе тыуғанда аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар ине. Ҡыҙҙары ла үҫте, эше лә алға китте, күңелде ҡорт һымаҡ кимереп торған ипотекаһын да ваҡытынан алда түләп бөтөп тынысландылар, тик ир менән ҡатындың борсаҡтары бешмәне. Әҙәм балаһына бит донъяһы түңәрәк булһын өсөн икенсе яртыңдың - һине, һинең уны яратыуы ла кәрәк. Бәләкәйҙән ҡырыҫ, ҡырағай булып үҫкән Фәнзилә иркә һүҙҙәр һөйләй белмәне, үҙен дә кемдеңдер яратыуына лайыҡлымындыр тип иҫәпләмәне. Икенсе ҡатынға әүрәп сығып китеүен дә хәләленең боҙоҡлоҡта ғәйепләй алмай. Күрҙе инде Артурҙың Алиһәһен. Артыҡ сибәр булмаһа ла, үҙен яратҡан, ихтирам иткән ҡатын-ҡыҙ икәнлеген социаль селтәрҙәге бер нисә фотоһынан ҡарау ҙа етә. Ә Фәнзилә һәр саҡ үҙенән-үҙе йәлләне, тапҡан-таянғанын ғаиләһен ҡарауға ғына тотондо. Шуға ла Артурҙың ялтыр уйынсыҡҡа әүрәгән балалай тәтәй ҡатынға бәйләнеүенә аптырамай ҙа. Ҡатын-ҡыҙ – ҡолағы, ир-ат күҙе менән ярата, тиҙәр бит, быларҙың да береһе үҙен-үҙе ҡарап, һәр саҡ матур йөрөргә яратһа, икенсеһе һөйләп албырғатҡандыр. Силәгенә күрә - ҡапҡасы, тигәндәре шул була инде.

- Хватит шунда текәлеп ултырыуың, күҙле бүкән түгелһең дәһә! Ана, яҙ ҡояшы нисек йылмая, әйҙә, тышта йөрөп киләйек! Эш өҫтәле янындағы тәҙрәнең ҡорғандарын шартлата асып һөйләнгән әхирәтенә Фәнзилә йылмайып ҡуйҙы.

- Тиҙҙән йәй. Клиенттарымды модный кейем менән һөйөндөрөргә, конкуренттарҙың танауҙарына сиртергә кәрәк.

- Әйҙә, берәй сәғәт йөрөп килһәк, донъяң түңкәрелмәҫ.

Үҙ һүҙле әхирәте менән һүҙ көрәштереү урынһыҙ. Дәртләнеп тотонған эшен ваҡытлыса ҡалдырып булһа ла, ризалашты. Плащын кейә-кейә ишеккә ыңғайлаған дуҫына тағы ла иҫкәртеү яһамай түҙә алманы Алһыу:

- Атаҡ, халат өҫтөнән плащ кейеп сыҡмаҫһың инде! Ә сәсеңде бөгөн тарағайныңмы? Һинеке кеүек бөҙрәләр миндә булһа белер инем ҡәҙерен.

- Урамда мине кем таный? Плащ эсендәге халат та ҡысҡырып тормаҫ әле.

Күпме әрепләшеп маташһа ла, Алһыу һайлаған күлдәктәрҙең береһен кейеп, сәстәрен тағатып, хатта ирендәренә беленер-беленмәҫ булһа ла помада һөртөп сыҡты Фәнзилә урамға. Ут бөрсәһе кеүек Алһыуҙың әхирәтен үҙгәртергә теләүе бының менән генә бөтмәне әле. Үҙе ышаныслы ир ҡулында яратып-яратылып йәшәһә лә, Фәнзилә хәлендә ҡалған әхирәт-таныштарына ихласлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Әле лә урамдан йөрөп кереп, сәй эсергә ултырғас та Фәнзиләне “тәрбиәләү” дауам итте.

- Үлсәүгә ҡасан һуңғы тапҡыр баҫтың? – тураһын ярҙы үҙе алып килгән торт менән тәмләп сәй һемергән Фәнзиләгә.

- Үлсәнеп эс бошороп тормаға. Туй күлдәге кейергә йыйынмайым әле.

- А зря! Һинән бик матур кәләш сығыр ине...

- Кемгә кәрәгем бар тиһең? Янымдағыһын тота алмағанды инде.

- Иң беренсе сиратта үҙеңә, ҡыҙҙарыңа кәрәкһең. Көнө-төнө ултырып эшләп бер-нисә йылдан инсульт, йә инфаркт үткәреүең дә ихтимал. Елкәңә үҫеп килгән йоҙроҡтай тоҙ ҙа бушҡа сыҡмай...

Фәнзиләне көн дә иртән торғас күнекмәләр эшләргә, аҙнаһына ике тапҡыр бассейнға йөрөргә күндереп ҡайтты Алһыу.

...Ул йылдың йәйендә лә таң алдынан ғына Еҙемдән күтәрелгән томандың солғанышында, Мағаш тауы башынан иркәләнеп кенә сығып килгән ҡояш нурҙары аҫтында, иртәнге ысыҡта, ялан аяҡ йөрөй торғайны Фәнзилә. Әсәһенең ҡапыл бите, муйын-дары ҡыҙарып, шешенеп дауаханаға алып киттеләр. Башта аллергия тип дауалаһалар, һуңынан нервынан, тинеләр. Ауыл магазинында һатыусы булып эшләгән әсәһенең янына килеп, атаһы менән үткәргән төнөн тәфсирләп һөйләгән берәү. Иренең яйы сыҡҡан һайын уңға-һулға йөрөгәнен былай ҙа белһә лә, күрәләтә үҙҙәре килеп, һөйләп тороуҙарын күтәрә алмағандыр инде. Саҡ-саҡ тын алып бышлыҡҡан әсәһен “Тиҙ ярҙам” машинаһына ултыртырға ярҙамлашҡанда үкһеп илап ебәрмәҫкә тырышып, ауыртҡансы ирендәрен тешләп, көскә түҙҙе. Әсәһен юғалтыуҙы күҙ алдына килтереп ҡото осҡан үҫмер ҡыҙҙың күңелен беренсе тапҡыр ҡурҡыу биләп алды. Иң ғәзиз, иң яҡын кешеһе ташлап китһә, был донъяла йәшәүҙән ни фәтеүә? Иртән торғанда ла, кисен йоҡларға ятҡанда ла, берәй нәмә эшләргә тотонғанда ла уйында әсәһе генә булды. Уның тиҙерәк һауығып ҡайтыуын теләне.

...Ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып йөрөгән атаһы таң алдынан ғына ҡайтып ауа ла төшкә тиклем йоҡо һимертә. Эңерҙән үк ҡайҙалыр олағып йөрөгән Тәнзилә апаһынан да ярҙам көтөрлөк түгел. Әсәһе дауаханала ятып сыҡҡансы, бөтөн донъя йөгө Фәнзилә иңенә төштө. Һыйырҙарҙы һауып көтөүгә ҡыуһа, быҙауҙарын сығарырға ваҡыт етә. Уңарсы булмай ҡош-ҡортто ашатыу, һауған һөттө эшкәртеү, ҡоҙоҡтан һыу алып сейле-бешле утын менән ашарға бешергәнсе төш етә, тегеләр ҙә йоҡоларынан уяна. Тәнзилә апаһының осрашып йөрөгән, үҙенән биш-алты йәшкә өлкән ҡала егете, күрше ауылдан дискотекаға килеп йөрөгән ҡыҙ менән осраша башлағас, шул осорҙа бөтөнләй бәйеле аҙҙы. Бар асыуын һеңлеһенә төшөрөп, көлөп, мыҫҡыл итеп кенә торҙо. Фәнзиләнең бөҙрә оҙон сәстәрен “һарыҡ йөнө” менән сағыштырһынмы, беленер-беленмәҫ кенә күренеп торған һипкелдәренә ҡарап “сыбар күкәй” тиһенме. Яңы ҡыҙ ҡорона инә башлап, тартылып киткән йөҙөнән, кәүҙәһенән былай ҙа оялыбыраҡ йөрөгән Фәнзилә үҙенең ысынлап та йәмһеҙ икәнлегенә ышанды. Һуңынан һылыулығына һоҡланып әйтеүселәр булһа ла, көләләрҙер, тип асыулана торғайны. Әле лә үҙен сибәрҙәр рәтенә индермәй. Бәләкәйҙән яҡын кешең кәмһетеп торғас ни! Ә бит ҡарпыш ҡолаҡлы, ике тубығы бергә ҡуш-ҡуш һуғылып торған ҡуштубыҡ Тәнзилә апаһының үҙен артыҡ сибәрҙәр рәтенә индереп булмағанын Фәнзилә әле саҡ аңлай. Атаһы кеүек бүтәндәрҙән үҙен өҫтөн ҡуйған апаһы ҙур ҡолаҡтарын һәр саҡ прическалар менән йәшереп, тубығынан саҡ ҡына аҫтараҡ төшөп торған күлдәк-итәктәр кейгәнгә кәүҙәһендәге кәмселектәр беленмәгән. Биҙәнеп-төҙәнмәйенсә йөрөгәне лә юҡ. Элек апаһы менән дөйөм ятаҡта бергә йәшәгән ҡыҙҙары: “Тәнзилә иртән йыуынырға барғанда ла биҙәнеп бара бит ул,” – тип көлөшкәндәре хәтерендә.

Әсәһенең дауаханала оҙаҡлап ятыуында атаһының ғәйепле икәнлеген күрше апайҙарынан ишетеп кисерә алмай йөрөнө. Бер күренеш бөтөнләй биҙҙереп ҡуйҙы. “Икмәк һалырға ла йүнле утын юҡ,” – тип әйткәс, атаһы иренә-һуҙыла булһа ла йыуан бүрәнәләрҙе яра башланы. Егәрленең тире сыҡҡансы, ялҡауҙың йәне сыға, тигәндәй, эшкә тотоноп та өлгөрмәне, йәйге томраға сыҙамай, өҫ кейемдәрен сисеп ырғытып та бәрҙе. Күршеләренә ҡунаҡҡа килгән ҡала ҡатынының кәртә аша атаһының ҡояшта янған ҡарағусҡыл тәненә, Фәнзиләнеке кеүек бөҙрәләнеп торған дегеттәй ҡара сәстәренә тамшана-тамшана: “Жгучий брюнет,” – тип ауыҙ һыуҙарын ҡойоп торғанын күргән Фәнзилә үҙ алдына: “Матурҙар уртаҡ була. Бер ваҡытта ла сибәр егеткә кейәүгә сыҡмаясаҡмын,” – тип эстән генә һығымта яһап та ҡуйҙы. Шуға ла, утыҙға ла етмәҫ элек пеләшләнә башлаған, әммә елле генә ҡорһаҡ үҫтерергә өлгөргән, ҡыҫҡағыраҡ ҡамыт аяҡлы, май урлап ашап, ҡаймаҡ көтөп ултырған яһил ата бесәйҙеке кеүек бызылдап торған йүгерек күҙле Артурға инәлтмәй тормошҡа сыҡты. Күрәһең, йәшлектәге бер ҡатлылығы менән, был төпәнәйгә бүтәндәр ҡарамаҫ та, уйнаш ир менән торған әсәһе кеүек күҙ йәше түкмәҫмен, тип уйлағандыр. Ә студент сағында артынан йүгергән ут ҡарашлы, элек яратып ҡараған һинд актерҙарына оҡшап торған Айгизде янына яҡын да ебәрмәне. Уныһы, ана, Фәнзиләнең төркөмдәшенә өйләнеп, ал да гөл донъя көтөп ята. Ә Артур унан китте. Әҙәм балаһының ниндәй кеше булыуын төҫкә-башҡа ҡарап ҡына фаразларға ярамағанлығын аңлауын аңланы ла, тик терһәк яҡында булһа ла, тешләп булмай.

Ә ул көндөң кисенә атаһының теге ҡунаҡ ҡатыны менән бәрәңге баҡсаһы аша аръяҡҡа китеп барыуҙарын күргәс, әсәһенән ҡала яҡын, ҡәҙерле кешеһенә ҡарата ерәнеү, ытырғаныу хисе тыуҙы. Үҙе тормошҡа сығып, әсәй булғас та атаһына ҡарата күңеле ирей алманы. Ул ғына ла түгел, апаһы менән бала саҡтан эт менән бесәй кеүек үҫеүҙәрендә лә, әсәһенең ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡыҙҙарына тейешенсә тәрбиә биреп еткерә алмауында ла атаһын ғәйепле һанай. Сөнки ғаиләлә ҡатын, әсә кеше бәхетле булып, үҙен тыныс тотҡанда ғына был “бәләкәй дәүләттә” үҫкән балалар тейешенсә тәрбиә ала ала, үҙҙәрен һаҡлаусы, ҡурсалаусы ҡанат аҫтында икәнлектәрен белеп үҫәләр, ҙур тормошҡа үҙ аллы аяҡ баҫҡанда ла юғалып ҡалмаусы көслө рухлы булып ҡалалар. Ә иренең аҙым һайын хыянатын ишетеп, һәр саҡ асыулы, уҫал йөрөгән, донъя йөгөн яңғыҙы һөйрәгән әсәһенең ҡыҙҙарын иркәләп, ҡыйын ваҡыттарында серләшеп, кәңәштәрен биреп ултырғанын хәтерләмәй. Әле лә Фәнзиләнең ҡайғылары менән генә түгел, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән дә уртаҡлашыр кешеһе юҡ. Ирҙән иргә йөрөгән апаһында уның ҡайғыһы бөтөнләй юҡ. Сираттағы “мөхәббәте” менән айырылышып торған сағында, йә йәшәргә урыны булмағанда, йә аҡсаһы бөтөп киткәндә генә һеңлеһен иҫенә төшөрә Тәнзилә. Ә әсәһе ауырып түшәккә ауған атаһынан бушай алмай. Шәп, һау ваҡытында әсәһенең ҡәҙерен белмәһә лә, уның ҡулына ҡалып тилмереп ята хәҙер.

Иртәнге саф һауаны һулай-һулай, тыуған яҡ үләндәренә төшкән ысыҡты кисә-кисә, иртәнге томан солғанышында, ҡолағына ҡолаҡсын ҡуйып, яратҡан йырҙарын тыңлай-тыңлай йүгергән Фәнзилә бала, үҫмер сағындағы хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған ошо ваҡиғаларҙы иҫләп йөрөнө. Әллә һауаһы килеште, әллә көн дә иртән йүгереү, күнекмәләр эшләүҙең файҙаһы тейҙе, Фәнзиләнең тындары иркенәйеп, төндәрен дә һыҙлап йонсотҡан беләк, яурын баштарында еңеллек тоя башланы. Ә иң мөһиме - күптән саҡырып та, килмәй инәлтеп йөрөгән ҡунаҡ төҫлө, күңеленә һиллек, тыныслыҡ урынлашҡан кеүек булды. Үҙе үҫкәндә ала алмаған күңел йылыһын Айзилә менән Йәзиләгә икеләтә-өсләтә бирергә тырышыр ҙа, улар хаҡына үҙен ҡарап, тәрбиәләп йөрөр. Киләсәктә ҡыҙҙарын һайлаған йәрҙәре: “Алиһәм!” – тип һөйөп туймаҫлыҡ булһындар өсөн.

Рәзинә Зәйнетдинова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: