ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
10 Января 2022, 13:00

Өндәшмә һин...

Үпкәләмә. Тынлыҡтың даБар дауаһыБар үҙ име...

Добавить в предпочтительные источники Google

Өндәшмә һин. Күҙгә ҡарап,
Ҡулдарымдан ал да мине,
Алып кит һин...
Аңламаһам хистәреңде,
Үтәлмаһам йөрәгеңә,
Ғәфү итсе...

Үпкәләмә. Тынлыҡтың да
Бар дауаһы
Бар үҙ име...
Һин тыңларһың йөрәк моңон,
Ә мин — һине.
Һәм осорбоҙ киңлектәргә
Кәртәләр юҡ,
Хыялдарҙы ҡанат итеп,

Һин бит ул - мин,
Мин бит ул - һин,
Донъя иркен..
Ғәфү итсе,аңламаһам
Хистәреңде...
Ғәфү итсе.Аңламаһам
Һин өйрәтсе..Мин тыңлармын
Тик өйрәтсе...

Рәхилә Ғүмәрова.

Автор:Гузель Салихова