+18 °С
Дождь
Ынйы ҡыш, аҡыҡ ҡыш,
Мәрйен ҡыш, аҫыл ҡыш,
Байрамдар байрамы -
Ҡар иле – бөгөн тыш.
Сәселһен сәсемә
Сәсмәүең, ҡашмауың,
Илеңдә – мин килен,
Бөгөн – һыу башлауым.
Тәңкәңде һин һин, һип
Йылыуың төбөнә,
Ырыҫҡа юра ла,
Һин күңелем түренә!
Ергә лә, кешегә лә
Һин тәңкәң, яғылт һин,
Бар донъя, бар ғаләм
Тик аҡ нур сағылтһын!
Ынйы ҡыш, аҡыҡ ҡыш,
Мәрйен ҡыш, аҫыл ҡыш,
Бәхеткә бәхет ҡуш,
Өмөткә өмөт ҡуш!
Рәмзилә Хисаметдинова.