Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
31 Декабря 2021, 17:50

ӨР-ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН!

Күңелдәрҙең, эй, елкенгән сағы! Өр-яңы йыл килә беҙгә тағы! Ҡырҙар буйлап аҡ Ҡыш елеп бара, Ел-толпарға ҡыңғырауҙар тағып!

Добавить в предпочтительные источники Google

Күңелдәрҙең, эй, елкенгән сағы!

Өр-яңы йыл килә беҙгә тағы!

Ҡырҙар буйлап аҡ Ҡыш елеп бара,

Ел-толпарға ҡыңғырауҙар тағып!

 

Һәр кемдең дә туңған тәҙрәһенә,

Тынын өрөп, биҙәк һала һалҡын.

Йылы өйҙә Яңы йылды көткән

Кешеләрҙең йөрәгендә – ялҡын!

 

Саҡматаштай сағып йөрәктәрен,

Бер-береһенән улар йылы ала.

Һәр кемдең дә аҡ төн аръяғында

Хәтерҙәргә һеңгән йылы ҡала.

 

Тылсымлы төн ике йылды бергә

Тоташтырған серле күпер кеүек.

Үткән йылдан яҡты киләсәккә

Бәхетлеләр генә үтер кеүек.

 

Өмөт менән кеше бәхетле ул,

Яҡты уйҙан күңел ҡанатланһын!

Хыялдай саф, изге яңылыҡтар

Килер йылда көн дә ҡабатланһын!

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

 

 

Автор:Гузель Салихова