Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Дүшәмбелә Ҡуҙыларға коллегалары яҡшы идея бирер. Аҙна уртаһында балаларығыҙ менән аралашыуҙан күңел кинәнесе алырһығыҙ. Йондоҙҙар һаулығығыҙға иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә. Был аҙналағы хәл-ваҡиғалар һеҙҙең принциптарығыҙ һәм тәртибегеҙгә икенсе күҙлектән ҡарарға булышлыҡ итер. Аҙна аҙағы ижади эштәр, эксперименттар өсөн яҡшы. Шулай уҡ күптәнге хыялығыҙҙың тормошҡа ашыуы, күңелле яңылыҡтар алыуығыҙ бар.
Буға (21.04 – 21.05)
Шаршамбы балаларығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың һорауҙарын еңел генә хәл итә алырһығыҙ. Фекерҙәрегеҙ, идеяларығыҙҙың тап килеүе ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыр. Тормош иптәшегеҙ йәки һөйгән кешегеҙ арҡылы һәйбәт шанс килеп сығыр. Аптырап ҡалмағыҙ, бөтә мөмкинселектәрҙе лә файҙаланығыҙ. Кесе йомала ял итеп алырға мөмкин. Йондоҙҙар финанс хәлегеҙҙе яҡшылап өйрәнергә һәм элекке, ваҡыт менән һыналған, контракттарҙан, шулай уҡ ышаныслы дуҫтарҙан баш тартмаҫҡа кәңәш итә.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Игеҙәктәр еңел табыш алыу юлдарын эҙләр. Тәүге өс көндә аҡса нисек еңел килгән, улар шулай уҡ еңел генә сығып китер. Яңы танышлыҡтар һеҙҙе бығаса булмағанса йомартлыҡҡа этәрер. Проблемалар, эштәр һәм тормош мәшәҡәттәрен онотоп тороғоҙ. Был осор һеҙгә тормош тәмен тойоу, янығыҙҙағы кешеләр менән аралашыуҙың бөтә кинәнесен баһалау өсөн бирелгән. Ял көндәрендә яҡшылап ял итегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Барлыҡ уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға ҡабаланмағыҙ – хаталаныуығыҙ ихтимал. Бының өсөн аҙна уртаһы ҡулайлыраҡ булыр. Күңел торошон үҙгәртеү өсөн ҡайһы бер Ҡыҫалаларға саф һауа һәм яҡшы йоҡо кәрәк. Аҡса, дан һәм һөйөү кәрәкме? Быларҙың барыһы ла һеҙҙеке булыуы мөмкин, әммә бының өсөн барлыҡ көсөгөҙҙө һалып, башығыҙҙы эшләтеп, эш һәм ял көндәрендә лә туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк.
Арыҫлан (23.07 – 21.08)
Был аҙнала яҡындарығыҙҙың тормошон яҡшыртыу өсөн ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләгеҙ, уларға күберәк иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтегеҙ. Сөнки ныҡлы тыл – эшегеҙҙә, ижадта һәм һөнәри эшмәкәрлегегеҙҙә уңышҡа өлгәшеү өсөн нигеҙ. Арыҫландар ныҡышмалы хеҙмәте өсөн лайыҡлы эш хаҡы алыр. Йома һаулығығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Ниндәйҙер элекке хәл-ваҡиғалар яңынан ҡалҡып, һеҙҙең ваҡытығыҙҙы алыу бар.
Ҡыҙ (22.08 – 23.09)
Дүшәмбелә етәкселек алдында үҙегеҙҙең пландарығыҙ һәм ниәттәрегеҙҙе яҡлап сыҡмағыҙ. Аҙна һеҙгә байтаҡ сюрприз әҙерләгән. Был яҡшы мәлде бушҡа үткәрмәгеҙ. Һөнәри өлкәлә лә, мөхәббәт өлкәһендә лә үҙгәрештәр булыр. Ғаиләле Ҡыҙҙарға икенсе яртыһының маҡсаттарын аңлап ҡабул итеү кәрәк. Ял көндәрендә һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна башында Үлсәүҙәргә үҙҙәренең кәйеф торошон һәм эмоциональ кисерештәрен бер тигеҙ кимәлдә тотоу мөһим. Әгәр шулай булмаһа, һеҙ ҡәҙерле энергияғыҙ һәм ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итеүегеҙ бар. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ – дуҫтарығыҙ ярҙам итер, яңы идеялар бүләк итер. Ялығыҙҙы файҙалы ла, күңелле лә үткәреү өсөн төрлө варианттар сығыр. Мөмкинселек булһа, йома көнө лә ял итеп алыу ҡамасауламаҫ.
Саян (24.10 – 23.11)
Саяндарға етәкселек менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн “тел” асҡысы табыу талап ителә. Шулай уҡ көнө-төнө эштә булырға ла кәрәкмәй, ғәҙәттәге режимда эшләгеҙ, күтәрә алмаҫтай эштәргә тотонмағыҙ, бының менән һаулығығыҙға зыян килтереүегеҙ ихтимал. Шул уҡ ваҡытта эшегеҙҙә коллегаларығыҙ менән араларығыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Уҡсы (24.11 – 22.12)
Аҙна башында Уҡсыларға төрлө тәҡдимдәргә ышанмаҫҡа кәңәш ителә, һеҙҙе өнәп бөтмәгән кешеләр тәгәрмәскә таяҡ тығырға маташыр, шуға күрә һаҡ булығыҙ. Йорт эштәре күп кенә ваҡытығыҙҙы алыр. Быға тиклем башҡарылмай килгән эштәрегеҙ һеҙҙән әүҙемлек һәм сослоҡ талап итер.
Ылаҡ (23.12 – 20.01)
Шишәмбелә һеҙҙе әүҙемлекте тотҡарлаған ниндәйҙер эштәр сығыуы ихтимал. Шуға күрә эшегеҙҙә өлгөрә алмай, үҙегеҙҙе алмаштырып торған кеше эҙләргә тура килер. Ижад кешеләренә илһам килмәҫ. Кесе йомала эшегеҙгә лә, һаулығығыҙға ла иғтибарлы булығыҙ. Үҙегеҙҙе хәстәрләргә онотмағыҙ. Ял көндәрен өйҙә үткәреү яҡшыраҡ булыр. Фекерҙәрегеҙҙе төйнәп, киләсәккә пландар төҙөгөҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Дүшәмбелә транспортта һаҡ йөрөгөҙ. Ҡалған көндәрҙә Һыуғоярҙар тыныс күңел менән юлға сыға ала. Яңы танышлыҡтар тормошоғоҙҙо биҙәр, сәнғәт һәм шоу-бизнес өлкәһендә бәйләнештәрегеҙ барлыҡҡа килер. Кистәрен ял итеү өсөн төрлө ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булыр. Әммә аҙаҡҡа ҡалдырып килгән йәки бөтөнләй булышырға теләмәгән эштәрегеҙ менән дә шөғөлләнергә тура килер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Быға тиклем йыйылып килгән мәшәҡәттәрегеҙҙе хәл итеп ҡуйырһығыҙ. Һәм үҙегеҙҙе азат кеше итеп тойорһоғоҙ. Бының өсөн бер нисә көн талап ителеүе ихтимал. Шуға күрә Балыҡтар ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөр. Шаршамбы һәм кесе йомала ҡиммәтле әйбер һатып алырға кәңәш ителмәй.