Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
3 Декабрь 2021, 18:45

Йондоҙҙар нимә вәғәҙәләй? (6-12 декабрь)

Киләһе аҙна айҙың үҫеү фазаһына инә. Был осорҙо яңы эш алымдарын өйрәнеүгә, квалификацияны күтәреүгә, яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыуға һәм мәғлүмәт өлкәһендәге эшмәкәрлекте арттырыуға бағышлағыҙ. Матди уңышҡа журналистар, әҙәбиәт өлкәһендә эшләүселәр һәм транспорт хеҙмәткәрҙәре өмөт итә ала. Ә бына эшҡыуарҙарға иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәңәш ителә. Артабан һәр йондоҙлоҡҡа айырым туҡталайыҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Ҡуҙыларға эмоцияларын контролгә алып, һалҡын аҡыл менән эш итергә кәрәк. Аҙна ваҡиғаларға бай булыр, тыныс ҡына үтмәҫ. Финанстарға бәйле эштәрҙе яҡшылап уйлап ҡына башҡарығыҙ, бөтә файҙалы тәҡдимдәре анализлағыҙ. Шишәмбе эшлекле осрашыу өсөн уңайлы. Дуҫтарығыҙ менән бар күңелдән һөйләшеп алыу ҙа тик файҙаға булыр.

Буға (21.04 – 21.05)

Буғаларға кеше проблемаларын хәл итеү менән булышмаҫҡа кәңәш ителә. Юғиһә, үҙегеҙҙең көнүҙәк эштәрегеҙ менән булыша алмауығыҙ бар. Шишәмбелә эштә тикшереү булыуы ихтимал, борсолмағыҙ: эшегеҙҙе күрһәтә алырһығыҙ, маҡтау һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ. Бынан тыш, лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн карьера баҫҡысынан үрләүегеҙ йәки эш хаҡына өҫтәмә алыуығыҙ мөмкин. Кесе йома ял итһәгеҙ ҙә була. Был ваҡытты ижади пландарҙы тормошҡа ашырыуға бағышлағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Игеҙәктәргә йондоҙҙар яңылыҡтарға һәм мәғлүмәткә асыҡ булырға кәңәш итә. Был аҙна - белем һәм тәжрибә алыу өсөн иң ҡулай ваҡыт. Дүшәмбенән үк эш башлағыҙ: төрлө семинарҙарға һәм тренингтарға яҙылығыҙ. Йома көнө финанс проблемаларын хәл итегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Һәр кешенең һүҙенә ышанмағыҙ һәм сабыр булығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 22.07)

Ҡыҫалалар өсөн эмоциональ кисерештәр аҙнаһы булыр. Уларға көймәҫкә, ваҡ ҡына күңелһеҙлектәргә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Дүшәмбелә ниндәйҙер килем алыуығыҙ бар, әммә бюджетығыҙҙы дөрөҫ бүлергә өйрәнегеҙ. Аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән һәм файҙаһыҙ әйберҙәргә тотонмағыҙ. Шаршамбыла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыу булыр. Был ваҡытта үҙегеҙҙе дөрөҫ итеп күрһәтә белеү кәрәк. Йомала ғаилә проблемаларын хәл итегеҙ, ә ял көндәрендә яҡшылап ял итегеҙ.

Арыҫлан (23.07 – 21.08)

Арыҫландарға аҡсаны экономиялы тоторға кәрәк. Әлегә финанс хәлегеҙ тотороҡло, әммә көтөлмәгән сығымдар булыуы ихтимал. Аҙна башында дуҫтарығыҙға, таныштарығыҙға ярҙамығыҙ кәрәк булыр. Шулай ҙа барыһына ла ярҙамға ашыҡмағыҙ, сөнки үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙағы мөһим нәмәне күҙ уңынан ысҡындырыуығыҙ бар. Шишәмбелә көнкүреш мәсьәләләрен хәл итегеҙ, шаршамбыла эшлекле һөйләшеүҙәр алып барығыҙ һәм килешеүҙәр төҙөгөҙ. Кесе йомала ҡыйыу рәүештә командировкаға сығырға мөмкин. Йома өйҙә булыу яҡшыраҡ. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла тыныс. Ял көндәрендә көтөлмәгән ҡунаҡтар килеүе ихтимал.

Ҡыҙ (22.08 – 23.09)

Ҡыҙҙарҙың йәшәү көсө һәм энергияһы артыр. Ғөмүмән, һеҙҙе яҡшы осор көтә. Тик зыянлы кешеләрҙән йырағыраҡ тороу кәрәк, хатта улар коллегаларығыҙ йәки дуҫтарығыҙ булһа ла. Дүшәмбе һеҙгә финанс яҡтан уңыш йылмайыр, әммә шәфҡәтлелек менән шөғөлләнергә ашыҡмағыҙ. Барлыҡ бурыстарығыҙҙы һәм кредиттарығыҙҙы түләһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Аҙнаның икенсе яртыһында мәҙәни сараларға йөрөгөҙ, уларҙан яҡшы кәйеф, илһам, дәрт алып ҡайтырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Үлсәүҙәргә үҙҙәренең талантын һәм һәләтен күрһәтеү өсөн тырышырға кәрәк булыр. Дүшәмбелә үк һеҙҙе етәкселек менән етди һөйләшеү көтә. Ышаныслы һөйләшегеҙ, һеҙгә ҡурҡырға урын юҡ. Шишәмбе һөйләшеүҙәр һәм килешеүҙәр өсөн уңай. Партнерҙарығыҙ һеҙҙе алдамаҫ. Шаршамбыла артыҡ инициатива күрһәтеү кәрәкмәй. Бынан тыш, шатлыҡтарығыҙҙы һәм пландарығыҙҙы берәүгә лә һөйләмәгеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа яҡшы үҙгәрештәр булыр. Яңғыҙ Үлсәүҙәр йома көнө буласаҡ тормош юлдашы менән таныуышы ихтимал.

Саян (24.10 – 23.11)

Саяндарға ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙе дауам итеү кәрәк. Ялҡытҡыс коллегаларығыҙ һәм таныштарығыҙға “юҡ” тип әйтергә ҡурҡмағыҙ. Аҙна ижади эш менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай. Айырыуса шаршамбы һөҙөмтәле булыр һәм киләсәктә файҙалы килешеүҙәр алып килер. Талантығыҙҙы һәм һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә ҡурҡмағыҙ. Әгәр үҙегеҙҙең хаҡлы булыуығыҙҙы белһәгеҙ, дуҫтарығыҙға, тәжрибәле коллегаларығыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Кесе йомала яратҡан шөғөлөгөҙ менән булыша алаһығыҙ, ул һеҙгә күңел тыныслығы бирер.

Уҡсы (24.11 – 22.12)

Уҡсыларҙы ваҡиғаларға бай һәм ҡыҙыҡлы аҙна көтә. Әммә астрологтар шикле финанс эштәрендә ҡатнашмаҫҡа кәңәш итә. Авантюристар менән бәйләнешкә инмәгеҙ. Коллегаларығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ яҡшырыр. Аҙнаның икенсе яртыһында мөхәббәт өлкәһендә яҡшы үҙгәрештәр көтә.

Ылаҡ (23.12 – 20.01)

Ылаҡтарға командала эшләү кәрәк. Үҙегеҙҙең лидерлыҡ һыҙаттарын һәм ойоштороу талантын күрһәтә алырһығыҙ. Һеҙҙең әүҙемлекте һәм энергияғыҙҙы етәкселек тә, эш партнерҙарығыҙ ҙы күрер. Был осорҙа матди хәлегеҙ яҡшырыр. Шишәмбелә килемгә өмөт итә алаһығыҙ. Күп кешеләр һеҙҙең менән аралашырға теләр.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һыуғоярҙарға астрологтар күңелдәренә нимә яҡын һәм йөрәге нимә ти, шуның менән шөғөлләнергә кәңәш итә. Был ваҡиғаларға бай һәм ҡыҙыҡлы аҙна булыр, унан һуң тик яҡшы тәьҫораттар ҡалыр. Әммә ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ – көтә белгәндәргә барыһы ла үҙ ваҡытында килер. Иғтибарығыҙҙы коллегаларығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә йүнәлтегеҙ. Эшҡыуар-Һыуғоярҙарға файҙалы һәм перспективалы килешеүҙәр төҙөргә мөмкинселек сығыр. Финанс мәсьәләләрен аҙнаның икенсе яртыһында хәл итеү яҡшыраҡ булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Балыҡтар көндәлек мәшәҡәттәрҙән арыған һәм яңы эмоциялар, тәьҫораттар көтә. Барыһы ла һеҙҙең үҙегеҙҙән тора: бының өсөн “дивандан тороп”, ошо йүнәлештә эшләү генә кәрәк. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк булһа, яҡшылап уйлағыҙ, яуаплы булығыҙ. Ебәрелгән хаталар менән етәкселекте асыуландырмаҫ өсөн аҙна башында эштәге бурыстарығыҙҙы айырыуса яҡшы итеп башҡарығыҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: