Төн уртаһы. Тимер юл вокзалы.
Поезд Уренгойға ҡуҙғала.
Хәйерле юл теләп, диспетчер ҡыҙ
Сей йөрәккә ҡайнар ҡуҙ һала.
“Себер китә баштар...” Шаяртыпмы,
Йыр һуҙғандай итә береһе.
“Көҙөн ҡайтыр өсөн китеп барам,
Күрәлмәнем ҡайын бөрөһөн...”.
Сәңгелдәктә ҡалған улғынаңды
Күреп туялдыңмы, әйт, юлсы?
Наҙға һыуһап көткән хәләлеңде
Һөйөп туялдыңмы, әй, юлсы?
Әжәл көтөп ятҡан әсәйеңде
Һуңғы тапҡыр күрҙем, тиһеңме?
Елегемде һурыр һыуыҡтарға
Һаулығымды бирҙем, тиһеңме?
Алыҫ Себер еле һалҡынмы ни —
Яҙмыш еле уйнай ҡуйында.
Үҙ ереңдә ниңә ҡәҙерһеҙ һин —
Ошо һорау көн-төн уйымда.
Себер китеп бара... Һөргөнгәме?
Юҡ-юҡ, нишләп? Үткән ул заман!
Балаларын туйындырыр өсөн
Себер китә бөгөн уҙаман.
Быҫҡып янған ғаилә усағын да
Һүндерергә тора ел-дауыл.
Парлы була тороп яңғыҙ йәшәү
Еңел тиһегеҙме? Бик ауыр!
Атай ҡулын тойор мәлдәрендә,
Уның һүҙе кәрәк булғанда,
Ярты йылға тик бер генә күрә
Үҙ атаһын ҡыҙ һәм уландар!
Үҙ ерендә хужа булыр ирҙәр
Ҡол хәлендә бөгөн ситтәрҙә.
Нишләүең был, илем, улдарың бит
Тамаҡ өсөн ситкә китәләр!
...Ҡолас етмәҫ йыуан торбаларҙан
Ил байлығы аға ҡайҙарға?
Ил байлығы бөтмәҫ-төкәнмәҫ тә,
Ғүмер генә бөтә, ағайҙар!
Тыуған ерең, баҫыу-ҡырҙар көтә,
Ауып барған келәт, амбарҙар.
Улар өсөн — һин иң һуңғы өмөт,
Аҡламаһаң, нисек аңларҙар?
Балаларың, һөйгән кешең көтә,
Ғәзиз әсәң, ҡара тупрағың.
Алыҫ ерҙәр, оҙон аҡса түгел,
Бында һинең бәхет утрауың.
Вокзалдарҙа ай(ы)рылышҡан саҡта
Тамған күҙ йәштәре хаҡына
Алыштырма тыуған ерҙең ҡотон
Ҡыҙыҡтырған ҡара алтынға!
Нурлан Ғәниев.