Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡуҙылар өсөн яҡшы мәл – юғары көстәрҙең дә, коллегаларығыҙ, дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙҙың да ярҙамын тойорһоғоҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәре яҡшырыр, ҡыҙыҡлы танышыуҙар булыр. Берәй һәләтегеҙ асылыуы ихтимал, ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинселек сығыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Буғаларҙың быға тиклемге тырышып эшләүе һөҙөмтә бирә башлар. Әммә тиҙ һәм ҙур һөҙөмтәгә өмөтләнергә ярамай, шуға күрә артабан да өҫтәмә килем сығанаҡтарын эҙләргә тура килер. Күптән күрешмәгән танышығыҙ үҙе хаҡында иҫләтеп, унан ярҙам килеүе ихтимал.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Игеҙәктәргә етәкселеккә эшлекле тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итеү өсөн уңайлы мәл. Әммә йондоҙҙар маҡсатты аныҡ билдәләргә тәҡдим итә: һеҙгә нимә мөһимерәк – һөҙөмтәгә ирешеү процесымы әллә алынған һөҙөмтәме. Коллегаларығыҙ менән мөнәсәбәтегеҙҙә аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы бар: үҙегеҙҙе яратыуығыҙ һәм аралашыуҙағы һалҡынлыҡты яңылыш аңлауҙары һәм һеҙҙә мин-минлелек көслө тип уйлауҙары ихтимал.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Был аҙнала Ҡыҫалаларға романтик тойғоларҙы ситкә ҡуйып, ҡайһы бер осраҡта ҡатылыҡ һәм иҫәпселлек күрһәтеү ҙә кәрәк булыр. Был һеҙгә кәрәкле йүнәлешкә иғтибарығыҙҙы арттырырға һәм күңелһеҙ ваҡиғаларҙы булдырмаҫҡа ярҙам итер. Һеҙҙе өнәп етмәгәндәрҙең хаслыҡ ҡылыуы бар, йондоҙҙар үҙ-үҙегеҙҙе ҡулда тоторға, ныҡ булырға кәңәш итә.
Арыҫлан (23.07 – 21.08)
Мәшәҡәттәрегеҙ ҡәҙимгенән күбәйеп китһә лә, борсолорға сәбәп юҡ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү һеҙгә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Коллегағыҙ йәки курсташығыҙ менән еңелсә флирт көтөлмәгән һөҙөмтәгә килтереүе бар. Яңы танышығыҙҙың да башығыҙҙы әйләндереүе ихтимал. Әммә һеҙгә бының кәрәге бармы? Йөрәгегеҙҙе тулыһынса асырға ашыҡмағыҙ.
Ҡыҙ (22.08 – 23.09)
Ҡыҙҙарға һөйөү һәм романтик ғаилә мөнәсәбәттәре өсөн яҡшы аҙна. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы яңы танышыуҙар көтә. Ир-егеттәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмаҫ. Шишәмбелә берәй яҡынығыҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ бар. Үҙ һүҙегеҙҙе һүҙ итәм тип, үтә ныҡышмалылыҡ күрһәтмәгеҙ. Хәлдең оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ауыр һәм яуаплы эштәрҙе лә еңел генә башҡарырһығыҙ. Һәр һөйләшеү һөҙөмтәле булыр. Әгәр мөмкинселегегеҙ булһа, һөйгәнегеҙ менән сәйәхәткә юлланығыҙ. Һөйгән йәрегеҙ юҡ икән, был сәйәхәт уны табыуға яҡшы шанс бирер.
Саян (24.10 – 23.11)
Саяндар был аҙнаны тыныс үткәрер, һәр кем менән уртаҡ тел табыр. Баш эшкә лә ҡыйыу тотоноғоҙ, һеҙгә һәр йәһәттән уңыш юлдаш булыр. Партнерҙарығыҙҙың ярҙамынан баш тартмағыҙ – был киләсәктә яҡшы һөҙөмтә бирер. Романтик мөнәсәбәттәр өсөн дә яҡшы осор, ғашиҡ булыуығыҙ ҙа ихтимал.
Уҡсы (24.11 – 22.12)
Уҡсыларға ял итеп алыу өсөн уңайлы мәл. Әммә йондоҙҙар саманы онотмаҫҡа кәңәш итә, сөнки яҡын арала мөһим эштәр килеп сығыуы ихтимал. Романтик осрашыуҙар өсөн дә уңайлы осор.
Ылаҡ (23.12 – 20.01)
Ылаҡтар тормошҡа ҡыуанып йәшәр. Яңы дуҫтар табыуығыҙ ихтимал. Торлаҡ шарттарын яҡшырта алырһығыҙ. Ғаилә ҡорғандар ҙа уңыр. Һеҙҙең аҡсаға үтә һаҡсыл ҡарашта, ә икенсе яртығыҙҙың киреһенсә аҡсаны мул тотоноуы арҡаһында ыҙғыш сығыуы бар.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һыуғоярҙар башҡарған эштәренә анализ яһап, киләсәккә маҡсаттар ҡуйыр. Ихтыяр көсөгөҙ, мөләйем һәм изге күңелле булыуығыҙ йәмғиәттә һеҙҙе бер баҫҡысҡа өҫкә күтәрер, яңы танышыуҙар булыр. Әммә эмоцияларға бирелмәгеҙ, интуицияғыҙға ышанмағыҙ, дуҫтарығыҙҙың кәңәштәрен һәм үҙ аҡылығығыҙҙы тыңлағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Балыҡтарға дуҫтарса осрашыуҙар, сәйәхәт өсөн уңайлы осор. Физик күнекмәләр ҙә тик файҙа килтерер. Торлаҡ һәм эре әйбер һатып алыу өсөн уңайлы осор. Ижади һөнәр эйәләре өсөн яҡшы аҙна булыр. Һөйгән кешегеҙ менән күберәк ваҡыт үткәрергә тырышығыҙ, был икегеҙ өсөн дә файҙаға буласаҡ.