Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
25 Октябрь 2021, 22:00

ТӨНГӨ ӘКИӘТ

Байлыҡ – бер айлыҡ, уға ышаныс юҡ. Бер-бер хәл тыуып, бер тинһеҙ ҡалыуың мөмкин. Ул ваҡытта үҙеңде, ҡатыныңды, балаларыңды нисек туйындырып торорһоң? - тип ҡарт егетте бороп ебәрә...

Заманында оло байҙарҙың береһе булған кешенең улы бер балыҡсы ҡыҙына ғашиҡ була. Бер аҙҙан шул ҡыҙға никахлашыу өсөн балыҡсы ҡыуышына килә.

- Һөнәрең ниндәй?- ти балыҡсы.

- Мин фәлән байҙың улы булам. Беҙҙең байлығыбыҙ үҙ ғүмеребеҙгә лә, балаларыбыҙға ла, уларҙың балаларының ғүмеренә лә етерлек,-ти егет.

- Байлыҡ – бер айлыҡ, уға ышаныс юҡ. Бер-бер хәл тыуып, бер тинһеҙ ҡалыуың мөмкин. Ул ваҡытта үҙеңде, ҡатыныңды, балаларыңды нисек туйындырып торорһоң? - тип ҡарт егетте бороп ебәрә.

Ике айҙан һуң егет йәнә килә:

- Мин кәрзин үрергә өйрәндем. Бына был кәрзинде үҙем үрҙем һәм тағы ла ҡыҙыңды һоратырға килдем.

Балыҡсы:

- Инде мөмкин,- тип ҡыҙын бай малайына кейәүгә биргән.

Динебеҙ эш һөйгәнде һөйөүен онотмағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: