Өфөлә йәшәгән танышым менән булған хәл.
“Кискеһен эштән ҡайтышлай тәүҙә балалар баҡсаһынан ҡыҙымды алдым, шунан икәүләп магазинға индек. Бер пакет аҙыҡ-түлек алып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Йәшәгән йортобоҙ (күп ҡатлы йорт) янында машинаны ҡуйырға саҡ урын табып, шөкөр, булды быныһы ла, тип пакетыма үрелгәйнем генә, яңылыш тоттоммо, унан барлыҡ әйбер машинаның иҙәненә төшөп китте. Бындай саҡта берәү ҙә ҡыуанып тормай, әлбиттә. Мин дә көйөп киттем. Әйберҙәрҙе йыйып, машина ишеген асайым ғына тигәйнем, беҙҙең машинаға төкөй яҙып тигәндәй, ҙур тиҙлектәге “девятка” үтеп китте. Асыҡ тәҙрәһенән унда иҫерек йәш егеттәр ултырыуын аңланым. Шул саҡта, бер нисә секундҡа ғына алдараҡ сыҡһаҡ, был машина беҙҙе асфальт менән тигеҙләп үтер ине бит, тигән уй мейемде телеп үтте. Пакеттағы әйберҙәремдең сәселеп китеүе генә беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙы.
Фәрештәмә рәхмәт әйтеп, ошонан һуң бындай күңелһеҙлектәрҙе тыныс үткәрергә өйрәндем”, - тип һөйләне Резеда.
Тормош ваҡлыҡтарына иғтибар итмәй, нервыларыбыҙҙы һаҡлап, тыныс күңел менән йәшәйек, дуҫтар.