Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
24 Сентябрь 2021, 20:35

Шәүлә баҫтырған

Артына әйләнеп ҡараһа, һабанда бер аҡ нәмә ултырған һымаҡ күренә. Тағы ҡарай – һаман ултыра...

Беҙҙең ауылда бер ағай оҙаҡ йылдар тракторсы булып эшләне. Ҡыҙыл таш яланында төндә ер һөрә икән. Артына әйләнеп ҡараһа, һабанда бер аҡ нәмә ултырған һымаҡ күренә. Тағы ҡарай – һаман ултыра. Элек яландың уртаһында ҡәберлек була торғайны. Шул да иҫенә төшә. Һабанға аҡ кейемле кешеме, енме ултырған? Һабанды күтәрә лә ауылға һыпырта. Ҡарап тороу юҡ, өй алдында тракторын һүндергән дә өйгә йүгергән. Иртәнсәк яҡтырғас, сығып ҡараһа, һабанда ашлама тоғо елдә елберләп тора!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: