Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
20 Сентябрь 2021, 13:30

Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан

Ул ауылды сығыу менән, аты ҡара тиргә бата, хәле бөтә. Яйлап ҡына китеп барһалар, бер ваҡыт шундай матур итеп көй уйнай башлай: йырлағы, төшөп бейеге килә, сыҙап ҡына ултыр! Ат сапсына, бышҡыра, саҡ-саҡ атлай. Мәғәсүм түҙә, артына әйләнеп ҡарамай. Әҙерәк барғас, "шайтан туйы" тороп ҡала, инде арбаға тейә яҙып-тейә яҙып бер ат баҫтыра башлай. Бына-бына тапар һымаҡ ул, егет алғараҡ шыла, теге аттың тояҡтары арбаның уртаһына тейеп-тейеп ҡала. Егерме биш кенә саҡрым араны төнө буйы ҡайталар улар. Таң һыҙыла. Ауылға килеп етеп киләләр, ә ат һаман ҡалмай. Тәүге әтәстәр ҡысҡыра башлай. Ахмалға төшөп, ауылдың башына барып еткәс кенә, теге ат тороп ҡала. Мәғәсүм бер аҙ тын алып торғас, әйләнеп ҡараһа, йылҡылдап торған ҡап-ҡара ат күрше ауылдың зыяратына инеп китә...

Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан
Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан

(ХИКӘЙӘ)

Ауылдың иң әүҙем комсомолы Мәғәсүм киске уйында бик һылыу, ҡыйыу, ләкин ҡырыҫ Миңлеямалды күреп ҡалып, төн йоҡоларынан яҙҙы. Алдынғы ҡарашлы баҫалҡы егет уртаса йәшәгән ғаиләнән, ә ҡупшы ҡыҙ ҡалын нәҫелдән, элегерәк атаһы ауылдың хәлле ир уҙаманы булған. Нисек тә шул ғорур, нәзәкәтле Миңлеямалдың йөрәгенә асҡыс яратыр өсөн, Мәғәсүм, саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, ҡыңғыраулы гармунында өҙҙөрөп уйнарға ла өйрәнеп алды. Үҙе матур йырлаған һәләтле егет күп ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырһа ла, башҡаларға күҙ ҙә һалманы ул.

Шул саҡта совет власы кулактарҙың өйҙәрен, малдарын тартып алырға тигән закон сығарҙы. Ауылда байҙар юҡ, үҙ көстәре менән тырышып мал тапҡан кешеләр ҙә, ерһеҙ ҡалған крәҫтиәндәр инде. Активистар аптырашып ҡалдылар, ә, законға ярашлы, бер нисә ғаиләне иҫәпкә индерергә кәрәк. Икешәр һыйыр, ат тотҡандарын яҙырға булдылар. Уларҙың да балалары күмәк, аҙаҡ ҡайҙа барырҙар, нәмә ашарҙар икән? Ун биш йәштән йә ҡыҙылдар, йә аҡтар көсләп алып китеп ылауҙа йөрөгән, күпте күргән-белгән һәм аңлаған егет Миңлеямалдың ата-әсәһенә барып, хәлде аңлатты. Заманы өсөн бик уҡымышлы Хәбибрахман ағай ел ҡайһы яҡтан иҫкәнен яҡшы аңлай ине, шуға күрә үҙе лә ҡайһы бер саралар күргеләгәйне. Мәғәсүм бер юлы тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды.

Мин һеҙҙән Миңлеямалдың ҡулын һорайым, бик оҡшатам уны, — тине. - Ҡулымдан килгәнсә бәхетле итер өсөн бөтәһен дә эшләрмен, яратып-ҡәҙерләп йәшәрмен.

Бала йәнле атаһы һөйөп кенә үҫтергән иң оло уҡымышлы ҡыҙына һораулы ҡараш төбәне. Үткер, сая ҡыҙ Мәғәсүмде тәү күреүҙән оҡшатһа ла, һыр бирмәй иғтибар итмәй йөрөгәйне. Әле ауылдың бер тигән егете үҙе килеп һоратҡас, риза булды Миңлеямал. “Ҡыҙ бала – өй зиннәте генә, ваҡытында башлы-күҙле булғаны һәйбәт, егет ышаныслы”,-тине әсәһе лә.

Шул кисендә үк никах уҡытып, ун алтыһы ла тулмаған ҡыҙҙы өйҙәренә оҙатып алып та ҡайтты Мәғәсүм. "Һыйырлы көнөң - һыйлы көнөң", тип үҙе менән инселәнгән тананы ла алып килә йәш килен. Ә Хәбибрахман ағай таң атҡансы берәр баш һыйыр менән быҙауын, аты менән ҡолонон ғына ҡалдырып, ҡалғандарын һуйып ҡар баҙына ташып та ҡуя.

Иҫ киткес уңған, күҙҙәре гел йылмайып торған Миңлеямал менән аҙ һүҙле, сабыр холоҡло Мәғәсүм бигерәк матур пар булып йәшәп китә. Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыға, ти халыҡ. Шулай һил генә йәшәп ятҡанда таҙа кәүҙәле, һыу һөлөгөләй матур Мәғәсүм ҡапыл ғына ауырып китә: аяғына ауырлыҡ менән баҫа, ныҡ һыҙлаша. Торараҡ ауырыуы тағы ла көсәйә, атлай ҙа алмай. Йәш кәләше атаһына кәңәшкә бара. Ул Сәйетбаба ауылындағы заманында бик көслө, имсе муллаға күрһәтергә алып бара. Уҡымышлы, белдекле мулла ҡайныһын ҡайтарып ебәрә, ә егетте алып ҡалып бик оҙаҡлап уҡып өшкөрә. Ярты төндән һуң ғына үҙ аяғында атлап сыҡҡан Мәғәсүмде оҙата сыға ул.

- Иншаллаһ, ҡустым, аяғыңа баҫтың, ҡайтҡаныңда бер нәмә ишетмә лә күрмә лә! Нисек кенә ҡурҡһаң да, артыңа әйләнеп ҡарама, кире үҙеңә ҡайтмаһын, тип ҡат-ҡат киҫәтә. Шунан егеткә бер аҙ текләп ҡарап тора ла:ҙБыл аяғыңды бер заман киҫербеҙ, тиерҙәр. Бер үк риза булма!”- тип кәңәшен дә бирә.

Абруйлы мулланың ҡөҙрәтен үҙ күҙе менән күргән Мәғәсүм рәхмәтле булып ҡуҙғалып китә. Ул ауылды сығыу менән, аты ҡара тиргә бата, хәле бөтә. Яйлап ҡына китеп барһалар, бер ваҡыт шундай матур итеп көй уйнай башлай: йырлағы, төшөп бейеге килә, сыҙап ҡына ултыр! Ат сапсына, бышҡыра, саҡ-саҡ атлай. Мәғәсүм түҙә, артына әйләнеп ҡарамай. Әҙерәк барғас, "шайтан туйы" тороп ҡала, инде арбаға тейә яҙып-тейә яҙып бер ат баҫтыра башлай. Бына-бына тапар һымаҡ ул, егет алғараҡ шыла, теге аттың тояҡтары арбаның уртаһына тейеп-тейеп ҡала. Егерме биш кенә саҡрым араны төнө буйы ҡайталар улар. Таң һыҙыла. Ауылға килеп етеп киләләр, ә ат һаман ҡалмай. Тәүге әтәстәр ҡысҡыра башлай. Ахмалға төшөп, ауылдың башына барып еткәс кенә, теге ат тороп ҡала. Мәғәсүм бер аҙ тын алып торғас, әйләнеп ҡараһа, йылҡылдап торған ҡап-ҡара ат күрше ауылдың зыяратына инеп китә. Баҡһаң, күрше ауылдың бергә йөрөгән активистка ҡыҙы егетте яратып, боҙом менән үҙенә өйләндерергә булып йөрөгән икән. Бына шулайтып, комсомол Мәғәсүм тиҙ генә Аллаһы Тәғәләнең әмерен иҫенә төшөрә. Һуңынан, партия сафына алынһа ла, эсенән генә Хоҙайға шөкөр итеп, белгән доғаларын гелән уҡып йөрөй ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, коммунист булараҡ, беренселәрҙән булып үҙе теләп, фронтҡа китә һәм Сталинград өсөн барған ҡот осҡос һуғышҡа эләгә. Шунда контузия ала, ҡаты яралана, аяғында гангрена башлана.
Иптәш Тухбатуллин, ҡулыңдан пуляны алырбыҙ, ә аяғыңды киҫәбеҙ, бысраҡ кергән.

Юуууҡ. Мин аяҡһыҙ ауылда нишләйем?! Ете баламды кем ашата? Никак нет, товарищ майор! Знамо, вам хараша отрезать. Түлке операция.
Үҙе бот төбөнә тиклем ҡып-ҡыҙыл булып, гөптәй шешкән аяғын ҡосаҡлап алды. Шул саҡ Сәйетбаба муллаһының күрәҙәлеге иҫенә төштө, ныҡ торорға булды.

Лутсы умирать...

Врач бер килке ҡарап торҙо ла "Эс!" тип бер стакан спирт һуҙҙы. Ауыҙына йомарлап сепрәк тыҡтылар, ҡул-аяҡтарын шаҡырлатып бәйләп ҡуйҙылар. Ир көслө ауыртыуҙан әллә нисәмә тапҡыр иҫен юйһа ла, хәрби врач операцияны бик оҙаҡлап намыҫлы эшләй. "Хоҙайға шөкөр, аяғым иҫән",- тип шатланды ул.

1943 йылдың декабрендә ҡулын һәлберәтеп, һылтаңлай-һылтаңлай үҙ аяғында тыуған ауылына ҡайтты Мәғәсүм. Ауыр һуғыш йылдарында уға иң мөһим эштә, колхоз рәйесе булып та, эшләргә тура килде. Аслыҡтан миктәгән, йәшел үләндән эстәре ҡырҡылған халыҡҡа берәр кило арыш таратып биргәнгә, саҡ төрмәгә китмәй ҡалды ғәзиз башы. Район үҙәгенә саҡырҙылар. Райком секретары хәрби гимнастеркалы, ҡаҡса кәүҙәле, сатанлап саҡ атлап кергән Мәғәсүмде күргәс, тәүҙә танымай ҙа торҙо. Өс-дүрт ай эсендә сәстәре ап-аҡ булған, ныҡ ябыҡҡан, сыҡмаған йәне генә ҡалған ирҙе хатта йәлләп тә ҡуйҙы ул.

- Бына танышығыҙ,- тип бер ҡағыҙ бите һондо. Мәғәсүм уҡып сыҡты, сикһеҙ ғәжәпләнеп башын һелкте, шунан тағын уҡыны ла секретарға туп-тура ҡараны.

- Ошондағы яҙыу дөрөҫмө?

- Дөрөҫ.

- Һеҙ халыҡ мәнфәғәтенә ҡул һуҙғанһығыҙ!

Ир өндәшмәне.

- Бының өсөн - төрмә, аңлайһығыҙҙыр?

- Ә Һеҙ аңлайһығыҙмы, халыҡ ас! Улар үлән ашап ҡына йән аҫырайҙар. Туғыҙ-ун йәшлек балалар көнөнә бер тапҡыр бутҡа ашар өсөн баҫыуға эшкә сыға. Улар, ялан аяҡтары ҡып-ҡыҙыл булып өшөп, зәңкеп һыҙлағанға, бураҙна осонда өнһөҙ генә илай... Нисек иген сәсәйек, план үтәйек, халыҡтың баш күтәреп атларға ла хәле юҡ. Өрлөк һымаҡ бабайҙар ҡаҙан төбө ҡырырға сират торалар, үҙ норма ондарын өйҙәге бәләкәй балаларына апҡайталар. Ҡыҙғаныс, кешеләр һуғышта түгел, ә тылда аслыҡтан үлә. Знамо, Һеҙгә кабинеттан күренмәй. Эйе, бирҙерттем. Шул кешеләр иген үҫтерә ләһә! Бына үҙем дә айҙан артыҡ ауыҙыма бер ҡабым әпәй ҡапҡаным юҡ, әлдә һыйырыбыҙ бар. Күптәренең уныһы ла юҡ бит!

Мәғәсүм күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн тәҙрә янына барып баҫты.

-Ыһ!

Үҙенең дә 14 йәшлек Рәйсәһе былтыр ырҙында ауыр күтәреп эсе төшөп, йонсоп ауырып ятҡанын иҫенә төшөрөп, ауыр итеп көрһөндө ул. Ҡәһәрле һуғыштан үҙе лә яраланып ҡайтҡан райком секретары донос ҡағыҙын алды ла ваҡ-ваҡ киҫәктәргә йыртҡыслап, мейестәге утҡа ташланы.

- Иптәш, Тухбатуллин! Һаулығың ҡаҡшау арҡаһында үҙ теләгең менән эштән китеү тураһында ғариза яҙ. Заман боҙоҡ түгел, әҙәм боҙоҡ, был турала ләм-мим. Һаҡ бул! Бына уның ялыуҙары, таныйһыңдыр...

Был донъяға кеше булып яралғанһың икән, тормош аҙағына тиклем кеше булып ҡал, тип намыҫлы йәшәргә тырышты Мәғәсүм. Аяғы һыҙлап йонсотһа ла, һул ҡулы насар тойомлаһа ла, ғүмер буйы колхозда балта оҫтаһы булып эшләне ул. Яңы мәктәп, ҙур клуб, бихисап фермалар төҙөүҙә күпме көсөн һалды уңған ир. Ҡыҙҙарына ла, улына ла өй һалышып бирҙе оҫта атай. Хоҙайға рәхмәт, балалары бик һәйбәт кенә йәшәп яталар. Шулай уҡ ауылдың һәр бер өйөнә уның алтын ҡулдары теймәй ҡалмағандыр: кемгәлер тәҙрә, ишек яңаҡтары, тәҙрә рамдары яһаһа, кемгәлер өйөн бурап-сутнап бирҙе ул. Булдыҡлы ир уҙаманының буралап ҡаҙған сиртмәле ҡойоһоноң теште һындырырҙай һалҡын, тәмле һыуын бөтә ауыл халҡы рәхәтләнеп эсә. Иртән иртүк самауыр ҡуйырға уңған килен-еңгәйҙәр килһә, йәйге селләләрҙә айран һыуларға бала-сағаларын тиҙ генә йүгертә ауыл халҡы.

Иҫ киткес таҙалыҡ яратҡан әбейе көндөҙ ҡойоға бала-саға берәй нәмә ташлап бысратып ҡуймаһын, тип күҙ ҡараһылай ҡарап торһа, төнөн эсәр һыу ҡаплаулы булырға тейеш, тип йоҙаҡҡа ла бикләп ҡуя. Миңлеямалы шул тиклем матурлыҡ ярата: бал итәкле күлдәктәрен кейеп, шау сәскә яулыҡтарын бәйләп, әле лә эштән ҡайтҡан бабайын йылмайып ҡына ҡаршылай ул. Ғүмер буйы ҡупшы булып ҡалды һөйгәне: иртән иртүк көтөү ҡыуғанда ла һаман битенә кершән, пудра һөртөп кенә йөрөй. Йомарт ҡуллы әбейе мәктәптән ҡайтып килгән бала-сағаны һөйөндөрөп йыш ҡына кәнфит-печенье ла таратырға өлгөрә. Ҡунаҡсыл хужабикәнең, нисә ҡараһаң да, өҫтәлдә самауыры ла гел йырлап ултыра әле ул. "Үҙ-араң тыныс булһа, ғаиләң дә ҡоростай ныҡ була", тип балаларына, ейәндәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә үрнәк булып тора һоҡланғыс көслө рухлы Мәғәсүм менән Миңлеямал. Ил күргәнде күреп, оҙон ғүмерле булып, бәхетле, тиң йәшәй бер-береһен ҡәҙерләп торған мөхәббәтле парлы ғаилә.

Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: