Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
6 Август 2021, 17:15

БАЛАЛАРҒА УҠЫҒЫҘ!

Бер көндә Ҡарабай батша ҡара урман эсендә сылтырап ағып ятҡан шишмәне күреп ҡалған һәм бик йәне көйгән, асыуланған. Батшаның ҡушыуы буйынса, ярандары йылғаны болғансыҡҡа әйләндереп, бысратып та ҡуйғандар. Батшаға бик күңелле булып, кәйефе күтәрелеп киткән һәм ҡайтырға булған. Шул ваҡыт күк йөҙөн ҡара болоттар ялмап алған, ти. Ҡарабайҙың күңеле тағы ла күтәрелеп киткән, ләкин ап-аҡ ямғыр тамсыларын күреп йәне әсегән. Ярандарына бер күҙ ташлауы булған, ер йөҙөндә ҡап-ҡара дауыл ҡубып, ямғыр тамсылары ла юҡ булған. Эй, шатланған Ҡарабай, эй шатланған! Кәйефе күтәрелеп ҡара урмандан сыҡҡан икән - шундуҡ ерҙәге йәшеллек унын күҙҙәрен ялмап алған. Асыуын ярандарына әйтеп тә өлгөрмәгән, унын күҙҙәре күрмәҫ булған...

Лукоморье” XII асыҡ балалар әҙәби конкурсында призер һәм дипломант булған балаларҙың әкиәттәре

Әнисә нисек тауышын кире ҡайтарған? (1-се урын)

Борон-борон заманда Әнисә тигән ҡыҙыҡай йәшәгән, ти. Ул урманға барып Тейен менән дуҫлашҡан. Тейен уны ағасҡа үрмәләргә өйрәткән. Ҡыҙ шул тиклем матур йырлаған, ти. Тик Мәскәй әбейгә генә Әнисәнең тауышы оҡшамаған. Ҡыҙҙың наҙлы моңо тирә-яҡҡа таралыу менән ҡаны ҡыҙып, эсенә һыймай башлаған, бөтә донъяны түңкәрә һуҡҡыһы килеп шашынған. Бер ваҡыт ул хәйлә ҡорған. Ҡыҙ урманға еләк йыйырға килгән сағында Мәскәй әбей тиҙ генә матур ҡатынға әйләнгән дә, ҡыҙ янына килгән.

- Һин шундай матур йырлайһың! Минең дә шулай йырлағым килә, тик килеп сыҡмай. Әйҙә ошо матур тауышыңды айфонға алмаштырышайыҡ! Минән – айфон, ә һин миңә тауышыңды бир! - тигән.

Ҡыҙҙың айфоны булмаған. Ул бер аҙ уйланып торған да риза булған. Ҡайтып туйғансы айфонда уйнаған. Ата-әсәһе уны сәй эсергә саҡырған. Ҡыҙыҡай һөйләшмәй генә сәй эскән. Әҙерәк йөрөгәс йырлағыһы килеп киткән. Ләкин йырлайым тиһә ныҡ итеп тамағы ауырта икән. Йырлай алмаған. Шулай көн артынан көн үткән, айфондың да ҡыҙығы бөткән. Ҡыҙыҡай тауышын биргәне өсөн үкенә башлаған. Ә был мәлдә... Мәскәй әбей матур ҡиәфәттә концерттар ҡуйып йөрөй, билдәле кеше булып киткән, имеш. Әнисә Мәскәй әбейҙе саҡ эҙләп табып тауышын кире һораған, әммә Мәскәй әбей рәхәтләнеп көлгән генә, ҡыҙға тауышын ҡайтарғыһы килмәгән. Мәскәй әбейҙең яратҡан ҡошо - ҡарғаһы булған. Теге айфон уныҡы булған икән. Шуны кире ҡайтарырға теләп ул ипләп кенә ҡыҙға: “Урманға бар. Унда ҙур ағастың ҡыуышында ҡыҙыл шар күрерһең. Уны ярһаң, бөтә сихыр юҡҡа сығыр. Тик һинең айфоның да юҡ буласаҡ”, - тигән.

Ҡыҙыҡай урманға киткән. Шул ваҡыт көслө дауыл сыҡҡан, күктән таш яуа башлаған, ти. Әммә ҡыҙ бирешмәгән, бейек ағасты эҙләп тапҡан, ти. Тейен ярҙамында улар ағастың ҡыуышына күтәрелгәндәр. Эстә ысынлап та ҡыҙыл шар ята икән. Ҡыҙыҡай уны шартлатырға уйлаған, ләкин көсө етмәгән. Тейен үҙенең дуҫтарын йыйып килтергән. Күмәкләп таш менән һуғып, тейендәр тырнаҡтарын батырып тәки шарҙы ярғандар, ти. Шул ваҡыт дауыл да тымған, таш яуыуҙан туҡтаған. Ҡыҙҙың ҡулындағы айфон юҡҡа сыҡҡан. Ҡыҙ ышанмай йырлап ебәргән. Уның моңло тауышы бөтә урманға таралған, барлыҡ йәнлек уны тыңларға йыйылған, ти. Әнисә тауышы ҡайтыуына ҡыуанып рәхәтләнеп йырлаған да йырлаған. Ә ошо мәлдә ҙур концерт ваҡытында йырлап торған һылыу ҡатын ҡот осҡос Мәскәй әбейгә әйләнгән дә ҡуйған. Тамашасыларҙың ҡоттары осоп сығып ҡасҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалғандар, ти. Бына шулай, кешене алдап билдәле булып булмай икән.

Айгизә Иҙелбаева, 4-се лицейҙың 5-се класс уҡыусыһы (Етәксеһе – Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙы Сәйетҡолова).

Ҡоштар төҫ һайлай (2-се урын)

Борон-борон заманда, ерҙә әле кешеләр йәшәмәгән саҡта, һыуҙар яңы ярҙар яһап аға башлаған мәлдә, тауҙар ныҡлап үҫә барған сағында, ағастар ҙа хәҙерге кеүек күкрәп үҫмәгән мәлдә тик ҡоштар ғына йәшәгән, ти. Улар йыйылышып үҙҙәренә башлыҡ һайларға булған. Йыйылғандар бер урынға кәңәшкә. Башлап ҡарға һүҙ алған:

- Болотта ла, аяҙҙа ла, ямғырҙа ла беҙ күберәк осабыҙ, ерҙе күҙәтәбеҙ, шуға мин үҙемде ҡоштар батшаһы итеп һайлауығыҙҙы һорайым.

Һайыҫҡан да һүҙ алған:

- Мин һәр нәмәне тиҙ күрәм, шуға мине тәҡдим итегеҙ, - тигән. Башҡа ҡоштар өндәшмәгән, шул саҡ бер яҡ ситтәрәк ағас башында ултырған урман турғайы, үҙе кеүек үк бәләкәс тә, көсһөҙ ҙә тауышы менән әйткән: - Ҡоштарға батша итеп бөркөттө һайлайыҡ. Ул ҙур ҙа, бейек тә оса. Ҡурҡмай ҙа, батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, - тигән.

Күгәрсен гөрөлдәп, һандуғас һайрап, сыйырсыҡ та йырлап тәҡдимде хуплағандар, тик ҡоҙғон ғына:

- Ҙурлыҡҡа мин дә ҙурмын да ул, - тип әллә ни риза булмайыраҡ торған. Бөркөт һүҙ алған:

- Мине һайлаһағыҙ, мин ошо минуттан беренсе фарманымды бирәм. Бөтә ҡоштар ҙа бер төрлө төҫтә булмаһын. Төрлөгөҙ төрлө тауышлы булғас, төрлө төҫлө лә булығыҙ. Иртәгәнән үҙегеҙгә төрлө төҫлө кейемдәр тегеп кейегеҙ, - тигән ти.

- Мин аҡ, ҡара, йәшелдән тегәм, - тигән һайыҫҡан.

- Мин аҡһыл һороны яратам, шундай күлдәк тегәм, - тигән турғай. Һәр береһе күлдәк төҫөн бер-береһенә әйтеп таралышҡандар. Бөркөт кенә бер аҙ уңа биреп, һоро төҫкәрәк инә башлаған ҡарағусҡыл күлдәген алмаштырмаҫҡа уйлаған. Өс көндән барлыҡ ҡоштар йыйынға тағы йыйылғандар. Һәр береһе үҙенең кейеме менән башҡалар алдында сығып, кем нимәгә һәләтле - шуны күрһәткән.

Башлап аҡ күгәрсен менән күк күгәрсен сығып парлап йырлағандар. Был кейем Бөркөткә оҡшаған. Бер төҫлөрәк кейемдәре менән кәйелеп торған ҡанат остары ҡуйған ҡарлуғас, ҡойроҡ осон оҙонайтыбыраҡ теккән сыйырсыҡ, ҡыҫҡараҡ итеп еңелсәрәк итеп теккән ябай күлдәкле турғай сығып береһе өҫтәрәк кәйелеп, икеһе ерҙә тыпырсынып бейегән. Шулай һәр ҡош үҙ күлдәген күрһәткән. Һайыҫҡан да ҡалышмаған, сығып кәйелеп өйөрөлә-өйөрөлә ер хәбәрҙәрен һөйләп биргән. Бөркөткә һандуғас менән ҡарабаш турғайҙың кейемдәре оҡшаған. Һандуғастың йырлауын һораған. Һайыҫҡанды ла маҡтап алған, ти.

Ҡарға, ҡоҙғон, сәүкә, ала ҡарға иң аҙаҡҡа ҡалған, ти. Улар бөтәһе лә ҡарараҡ һоро, буҙ төҫлө кейемдәр теккәндәр. Бөркөт уларҙың һәр береһенең кейемдәрен ҡарағас, был ҡоштарға үҙе кәңәш иткән:

- Һеҙ бергәләп аулаҡ ерҙә һайрап ҡарағыҙ, бында һайрап тормағыҙ. Кейемегеҙ төҫһөҙ булған кеүек тауыштарығыҙ ҙа килешһеҙҙер, - тигән. Шунан улар урман эсенә инеп төрлөсә ҡысҡырып, һайрап, һөйләп ҡарағандар ҙа шундай фекергә килгән:

- Беҙ гел генә көн торошона ҡарап осабыҙ. Шуны ергә белдерер өсөн ошо оҡшамағаныраҡ тауыштарыбыҙҙа ҡалайыҡ. Минең тауышым ҡарлығып китте, - тигән башлап ҡарға, дауам иткән, бына ҡарр(ағыҙ), тип әйтергә уйлаған, тик килеп сыҡмаған.

Сәүкә лә тауышы бөтөп, сәрелдәп кенә "сарр", - тигән. Ҡоҙғон ҡалын тауышы менән ҡарға кеүегерәк ҡысҡырған, тик уларҙан өҫтәрәк осорға яратҡан төйлөгән генә уларға ҡушылмаған. Бына шул замандан алып ҡоштар батшаһы Бөркөт ҡаяла урынлашып, юғарыла осоп, ҡоштарын күҙәткән. Уларға йәшәр урындарын күрһәткән. Ҡоштарының һайлаған кейемдәре батшаларына ла бик оҡшаған. Яйлап ерҙә кешеләр күренә башлаған. Улар ҙа үҙҙәренә ҡулай ер табып йәшәй башлауға бына шул ҡоштарҙың күбеһе уларға яҡыныраҡ ерҙәргә йәшәргә ынтылғандар. Кешеләр уларҙы төҫтәренә, ҙурлыҡтарына, тауыштарына ҡарап таныр булған. Бөркөт үҙенең дөрөҫ эш эшләүенә ҡыуанып һаман да батша булып йәшәй биргән. Кешеләр ҙә уны ҡоштар батшаһы, тип таныр булғандар.

Әҙилә Мырҙағәлина, 4-се лицейҙың 6-сы класс уҡыусыһы (Етәксеһе – Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева).

Хайуандар тураһында иң ҡыҙыҡлы әкиәт” номинацияһында дипломанттар

Кәзә бәрәстәре һәм бүре әкиәте яңыса вариантта

Борон-борон заманда урманға яҡын аҡланда йәшәгән, ти, бер кәзә. Уның ете бәрәсе булған. Бөтәһе лә аҡыллы һәм тыңлаусан, эшлекле икән. Тик иң бәләкәйҙәре – Шаянбай исемлеһе генә әсәһен тыңламаған. Бер көндө, әсәйҙәре эшкә киткәс, бәрәстәр баҡсала эшләгән, тик Шаянбай ғына мажара эҙләп, баҡса ҡоймаһының ярығынан сығып ҡасҡан. Уның юҡлығын белеп ҡалып, иң өлкән апаһы кеҫә телефонынан әсәйҙәренә шылтыратҡан. Әсәһе ҡурҡып өйөнә юлланған. Ә был мәлдә беҙҙең Шаянбай урманға килеп еткән, ти. Ҡаршыһына кинәт бүре килеп сыҡҡан. Үҙенән ҡурҡып торған бәрәскә йылмайып: “Ҡурҡма минән бәләкәс, мин ҡурҡыныс түгел. Беләһеңме, миндә хәтәр телефон бар, әйҙә күрһәтәм”, - тип алдаштырып Шаянбайҙы ҡалын урманға алып инеп киткән. Шаянбай ҡараңғы урманға ингән һайын ҡурҡыуға төшкән, тик бүренән ҡасып китһәм аҙашырмын тип уйлаған. Өйөнә килеп еткәс, бүре кәзә бәрәсенә: “Һин йәнһүрәт ҡарай тор, мин хәҙер телефонымды алып киләм”, - тип йәнһүрәткә әүрәтеп ултыртып ҡуйған. Үҙе ситтә быны нисек ашарға, тип мәкерле уйҙарын ҡороп тора, ти.

Ә был ваҡытта кәзә, яҡын-тирәлә бәрәсен таба алмағас, урман хужаһы айыуға барып, аһ-зарын һөйләгән. Айыу бөтә урман йәнлектәренә, ҡоштарға Шаянбайҙы эҙләргә әмер биргән. Бер нисек тә таба алмағас, бөтәһе бер урынға йыйылған. Шул ваҡыт кемеһелер бүренең юҡлығын күреп ҡалған. “Ҡайҙа бүре?” – тип аптырағандар. Шылтыратып ҡараһалар, бер кемгә лә яуап бирмәй, ти. Ниҙер һиҙенеп, күмәкләп уның өйөнә барырға булғандар. Килеп еткәс кәзә йәшенгән, ҡалғандар ишек шаҡыған. Бүре ишекте асҡас ҡурҡып киткән, шулай ҙа һиҙҙермәгән. Айыу уға: “Әйҙә, беҙгә Шаянбайҙы эҙләргә ярҙам ит”, - тигән. Бүре бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, эҙләшергә риза булған. Улар киткән, ә кәзә шым ғына бүренең өйөнә ингән. Ә унда тыңлауһыҙ кәзә бәрәсе бер ни һиҙмәй йәнһүрәт ҡарап ултыра, ти. Әсәһен күргәс бик ҡыуанған. Кәзә бәләкәсен ҡосаҡлап алған, шунан өйҙәренә ҡайтып киткәндәр. Бүренең яуыз уйын айыу белгән, әлбиттә. Бөтә йәнлектәр алдында Бүре дөрөҫөн һөйләп биргән, ғәфү итеүҙәрен һораған. Бүре кәзәгә лә килгән. “Ҡабат бындай яуыз эштәр эшләмәҫмен ”, - тип һүҙ биргән. Шул көндән Шаянбайға ла аҙыраҡ аҡыл ултырған, урман үҙенә саҡырып торһа ла ҡасмаған, апай-ағайҙарына ярҙамлашып йөрөй, ти.

Айгүзәл Ғайсина, 1-се мәктәптең “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең “Йәш хәбәрсе” түңәрәге ағзаһы, 6-сы класс уҡыусыһы (Етәксеһе - “Йәш хәбәрсе” түңәрәге етәксеһе Гөлнәзирә Әҙеһәм ҡыҙы Ҡашҡарова).

Бесәй ғәҙәте

Борон-борон заманда хайуандар үҙ-ара татыу йәшәгән, ти. Эт хайуандар батшаһы Арыҫландың ныҡ ауырып киткәнен ишеткән. Бөтә хайуандар ҙа дарыу эҙләй башлаған. Эт ҡурай еләгенән ҡайнатма әҙерләп алып барырға булған. Юлда уға бесәй осраған. Эттең ҡулында ҡайнатманы күргән, ашағыһы килеп киткән дә:

- Әйҙә, мин бара торайым, ә һин башҡа хайуандарҙы тиҙләт, - тигән, ти.

Эт ышанып, ҡайнатманы Бесәйгә тоттороп, урманға инеп киткән. Ә бесәй ҡайнатманы ялап та ҡуйған, ти. Эт урманда барлыҡ хайуандар менән осрашып, Арыҫланды тиҙерәк һауыҡтырасағын тип әйтеп, арып-талып, Арыҫлан янына килеп еткән. Әммә уның һаман да ауырып ятҡанын күргән, сөнки Бесәй ҡайнатманы алып килеп еткермәгән булған. Эт йән-фарман урман буйлап Бесәйҙе эҙләй башлаған. Бесәй ҡайнатманы ашап, буш банканы ағас төбөнә ташлап ҡуйған.

- Һиңә нисек оят түгел?- тигән эт.

Эт яңынан ҡурай еләге йыйып, ҡайнатма эшләп, Арыҫланға алып барған. Арыҫлан ҡайнатмалы сәй эскән, әкренләп йүнәлә башлаған, ти.

Шул ваҡыттан алып, Бесәй менән Эт араһында дуҫлыҡ юҡ. Эт бесәйҙе осратҡан һайын ошо ваҡиғаны иҫенә төшөрөп, баҫтыра башлай икән. Ә Бесәйҙең урлап ашау ғәҙәте һаман да бар, ти.

Айнур Нурлығаянов, Ҡаратал мәктәбе уҡыусыһы (Етәксеһе – Миңзәлә Нурлығаянова).

Йорт хайуандары тураһында ҡыҙыҡлы әкиәт” номинацияһында дипломант

Маҡтансыҡ себеш

Борон бер себеш йәшәгән, ти. Үҙе үтә маҡтансыҡ булған. Ҡалған себештәр алдында гел: "Иң матуры, иң йомшағы, иң аҡыллыһы – мин!"- ти икән. «Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, хатта уҫал эттән дә. Яуыз төйлөгән дә мине тота алмай, сөнки мин шәп йүгерәм», - тигән. Көн дә шулай маҡтаныуы башҡа себештәрҙе ялҡытҡан. Оҙаҡламай уның менән һөйләшмәй башлағандар. Ә ул уның һайын ҡотороп китеп маҡтанған, ти. Бер көн, шулай маҡтанып ултырғанында, янына бесәй килгән. Был себеште маҡтап-маҡтап, төрлөсә һөйләндереп янына нығыраҡ яҡынлашҡан. Себеш иһә, иптәштәре алдында тағы ла нығыраҡ маҡтаныр өсөн, бесәйҙең өҫтөнә үк менеп ултырған. Ҡалған себештәр быны күреп бесәйҙән шикләнгәндәр. Береһе йүгереп барып әтәскә әйткән. Бесәй маҡтансыҡ себеште тырнаҡтары менән эләктереп алам ғына тигәндә, әтәс килеп сығып, ҡотҡарып ҡалған. Шул ваҡыттан алып, себеш маҡтанмай башлаған, ти.

Айнагөл Фәйзуллина, Темәс мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы (Етәксеһе – Ишбулатова Сәлимә Шөғәйеп ҡыҙы).

Ғаилә ҡиммәттәре тураһында яҡшы әкиәт” номинацияһында дипломант

Һыуһылыу

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың бер генә улдары булған, ти. Уға һигеҙ йәш икән. Улар бик ярлы йәшәгән. Ғаиләһен аҫрайым тип бабай көн-төн эшләгән, улы ла уға һәр саҡ ярҙам иткән. Тик уйламағанда бабай ҡаты ауырып киткән, ти. Бөтә эш малайға ҡалған. Ул байҙарға ялланып эшләп аҡса табырға тырышҡан. Бер мәл иртә менән һыуға барһа, ҡоҙоҡта бер тамсы һыу булмаған, ҡоҙоҡ кипкән. Малай ни эшләргә белмәй, аптырап, урмандағы күлгә киткән. Әммә юлды яңылышып, аҙашҡан. Ныҡ ҡурҡҡан. Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас, яҡында ғына берәүҙең илаған тауышын ишеткән. Шул яҡҡа йүгергән. Килеп етһә, ул эҙләгән күл янында балыҡсының ауына эләккән бер ҡыҙҙы күргән. Яҡшылап ҡараһа, ябай ҡыҙ түгел, аяҡтары урынында балыҡтың ҡойроғо икән. Малай тәүҙә ҡурҡышынан ҡолап китә яҙған. Шунан һыу һылыуына ярҙам итергә булған. Ауҙан ысҡынғас, Һыуһылыу күлгә һикереп юҡ булған. Малай был хәлгә оҙаҡ ҡына аптырап торған да, ҡайтырға уйлаған. Шул мәлдә күлдән баяғы Һыуһылыу кире килеп сығып, һыу өҫтөнә сығып торған ташҡа ултырған һәм малайҙы янына саҡырған. Шунан ул малайға серле һандыҡ биргән. “Был һандыҡты асһаң, теләгән нәмәң алдыңа килер”, - тигән ул. Малай бүләктән баш тартырға уйлаған да, ауырыу атаһы иҫенә төшкәс, алырға булған. Был һандыҡ эсендә уны йүнәлтерлек дарыу булыр, тип өмөтләнгән. Һыуһылыу малайға ҡайтыр юлды күрһәтеп, яңынан күлгә сумған. Тылсымлы күлдең һыуын алырға ла онотмаған малай, был мөғжизәгә һыу эҙләп килеп юлыҡҡан бит ул.

Өйөнә ҡайтып еткәс, атаһы күл һыуын эсеп йүнәлгән дә ҡуйған. Ә һандыҡты улар асмаған әлегә. Өйҙә бөтәһе лә һау булғас, йәшәр ризыҡты эшләп тә табып була, тип уйлағандар. Һаулыҡ та улар өсөн ҙур байлыҡ булған. Шул көндән өйгә бәхет килгән, малдары ишәйеп киткән. Серле бәхет һандығы өйҙө йәмләп әле лә ултыра, ти.

Дилә Сөләймәнова, 1-се мәктәптең “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең “Йәш хәбәрсе” түңәрәге ағзаһы, 7-се класс уҡыусыһы (Етәксеһе - Гөлнәзирә Әҙеһәм ҡыҙы Ҡашҡарова).

Тәбиғәт тураһында иң яҡшы әкиәт” номинацияһында дипломант

Шифалы үлән

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың булған, ти, берҙән-бер улдары Йәнтимер. Улар матур итеп донъя көтөп ятҡандар: мал аҫрағандар, баҡса үҫтергәндәр, көндәр, йылдар менән үтеп торған. Ҡапыл, уйламағанда, аталары ауырып киткән. Улай ҙа дауалағандар, былай ҙа дауалағандар - ләкин аталары йүнәлмәгән. Ете диңгеҙ аръяғында шифалы үлән барлығын ишетеп ҡалғандар. Берҙән бер көндө Йәнтимер шул ете диңгеҙ аръяғына йыйынған. Ҙур тоҡсайына кәрәкле әйберҙәрен һалып алып, әсәһенең ризалығын алып, юлға сыҡҡан. 2 көн, 2 төн үтһә лә, һаман барып етмәгән. Бер көндө юлына бүре тап булған, егет абайламаҫтан уҡ –һаҙағын алған.

-Үлтермә инде мине, минең балаларым бар, мине атһаң улар ас ҡалыр, уларҙы кем ашатыр, йылытыр? – тигән, ти, бүре.

-Ярай, ә һин беләһеңме ҡайҙа шифалы үҫемлек үҫкәнен?

-Беләм, бына ошо яҡҡа барһаң юл ҡыҫҡараҡ та булыр.

Егет бара торғас диңгеҙ ярына килеп сыҡҡан. Ул балыҡ тотоп, тамаҡ ялғамаҡсы булған. Ҡулына бер балыҡ килеп тә эләккән дә телгә килеп кире ебәреүен һораған. “Ниндәй үтенесең бар, шуны үтәрмен”, - тигән. Йәнтимер үҙенең ҡайғыһын һөйләп биргән. Балыҡ тыңлап бөткәс, уға ярҙам итергә булған. Ул үҙенең дельфин ағаларын саҡырып, егетте теге яр ситенә алып сығыуҙарын һораған. Егет, балыҡҡа рәхмәт әйтеп, ике көндән ошо ерҙә осрашырға һүҙ ҡуйышҡандар. Шифалы үләнде эҙләп бара торғас, ул бер яланға барып сыҡҡан. Унда сәскәләр, үләндәр бик күп икән. Ул аптырап ҡалған. Ҡайҙа икән шифалы үҫемлек тип уйлап торғанда ҡаршыһына һылыу бер ҡыҙ килеп сыҡан.

-Ниндәй елдәр алып килде һине, егет?

Егет үҙенең хәлен һөйләп биргән. Ҡыҙ шифалы үләнде тиҙ генә табып биргән. Егет ҡыҙҙың был алыҫ араларға нисек килеп сығыуын һорай.

-Мин ата-әсәйем менән кәмәлә сәйәхәттә йөрөгәндә, көслө дауыл сығып, кәмә һыу төбөнә китте, ә мине тулҡын яр ситенә алып килеп ташланы. Бына шул ваҡыттан бирле мин яңғыҙ, - тип ҡыҙ илап ебәргән. Егет ҡыҙҙы тыуған яғына алып ҡайтырға була. “Ул миңә изгелек ҡылғас, мин дә ярҙам итергә тейешмен”, - тип уйлай. Ҡайтҡан юлдары бик ҡыҫҡа була. Ярҙам иткән дуҫтары юлда оҙатып ҡалалар. Атаһына шифалы үләнде эсергәс, тиҙ генә йүнәлеп тә киткән. Шул көндән бирле улар бик матур, бәхетле йәшәп яталар, ти.

Илгенә Баймөхәмәтова, Ишмөхәмәт мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы (Етәксеһе – Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Таһир ҡыҙы Үлйәбаева).

Иң тылсымлы әкиәт” номинацияһында дипломант

Ҡарабай батшаның аҡылға ултырғаны

Борон- борон заманда, ҡара дингеҙ буйында, ҡара урман һыртында, ҡара тау артында йәшәгән, ти, бер яуыз батша. Ул булған, ти, атаҡлы ҡара күңелле, ҡара уйлы Ҡарабай. Донъяның ул гел ҡара яҡтарын ғына күргән. Тәбиғәттең матурлығын, йәшеллеген күрһә, көнләшеүенән сыҙай алмай уны ҡара төҫкә әйләндерергә тырышҡан.

Бер көндә Ҡарабай батша ҡара урман эсендә сылтырап ағып ятҡан шишмәне күреп ҡалған һәм бик йәне көйгән, асыуланған. Батшаның ҡушыуы буйынса, ярандары йылғаны болғансыҡҡа әйләндереп, бысратып та ҡуйғандар. Батшаға бик күңелле булып, кәйефе күтәрелеп киткән һәм ҡайтырға булған. Шул ваҡыт күк йөҙөн ҡара болоттар ялмап алған, ти. Ҡарабайҙың күңеле тағы ла күтәрелеп киткән, ләкин ап-аҡ ямғыр тамсыларын күреп йәне әсегән. Ярандарына бер күҙ ташлауы булған, ер йөҙөндә ҡап-ҡара дауыл ҡубып, ямғыр тамсылары ла юҡ булған. Эй, шатланған Ҡарабай, эй шатланған! Кәйефе күтәрелеп ҡара урмандан сыҡҡан икән - шундуҡ ерҙәге йәшеллек унын күҙҙәрен ялмап алған. Асыуын ярандарына әйтеп тә өлгөрмәгән, унын күҙҙәре күрмәҫ булған. Хәленән тайып арыуын тойғас, күҙҙәре бер ни күрмәй башлағас, ярандары уны йәһәт кенә өйөнә алып ҡайтҡандар. Уға һаман да нимәлер етмәгән, күңеле ҡара эшкә тартылған. Бер нисә көн үткәс, ул ҡаты ауырый башлаған. Ҡолаҡтары ишетмәй, күҙе күрмәй, күңеле ҡайнай башлағас, ул үҙенең ҡара донъяһындағы табиптарҙы саҡыртып ала. Ләкин улар дарыуы менән дә, һүҙе менән дә батшаға ярҙам итә алмаған. Батша көндән-көн хәлһеҙләнә башлаған, көсө бөткән. Шул саҡ ярандары тәбиғәттең бик матур урынында күрәҙәсе йәшәүен ишеткәс, Ҡарабайҙы шунда алып бара. Күрәҙәсе уны ентәкләп ҡарағас:

-Һин ҡара ауырыуы менән интегәһең, күңелең шомло, тәбиғәттең матурлығын тоя белмәйһең. Ул бик ҡурҡыныс сир. Был ауырыуҙан төҙәлер өсөн һиңә донъяла күрһәткән насарлыҡтарың өсөн ғәфү үтенергә кәрәк, - тигән.

Ни тиклем ауыр булһа ла, батша иң тәүгеләрҙән булып йылға буйына килгән. Сылтырап ағып ятҡан саф шишмәнән ғәфү үтенеп, һыуын алып битенә һирпеп ебәргән икән - күҙҙәре асылып, бар матурлыҡҡа хайран ҡалған: ялан тулы матур-матур сәскәләрҙе күргән, леп-леп осҡан күбәләктәрҙән күҙҙәре ҡамашҡан. Күктәге болотҡа ҡарап ғәфү үтенгән икән, ҡолаҡтары асылып, ергә төшкән тамсыларҙы ишеткән, ҡоштар йырлауын тыңлаған, сылтырап аҡҡан йылғаға ҡарап йырын тыңлап туя алмаған. Уның күңеленә бик рәхәт булып киткән. Һәм шул көндө үк күрәҙәсегә рәхмәтен белдерергә килгән.

Күрәҙәсе батшаға:

-Һин - тәбиғәт балаһы, матурлыҡты күрә лә, һаҡлай ҙа, киләсәк быуындарға еткерә лә белергә тейешһең. Уның өсөн һиңә Ҡарабай исемеңде икенсегә алмаштырырға кәрәк. Бөгөндән һин Аҡһаҡал булырһың һәм бөтә кешене аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа өндәрһең, изгелек, яҡшылыҡ ҡылырға өйрәтерһең. Тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау, киләсәк быуындарға еткереү - һинең һәм кешелектең бурысы! – тигән, ти. Аҡһаҡал батша үҙенең йәшәү йәмен таба алыуына ҡыуанған, күңеле тулған, ти.

Йәмилә Көмөшҡолова, Йәнйегет мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы (Етәксеһе - Рафиҡова Фәнүзә Рәхимйән ҡыҙы).

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: