Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
10 Апрель 2021, 18:55

ЙЫЛЫ ЕЛГӘ ӘҮЕРЕЛГӘН САБЫЙ...

Шул саҡ кескәй йөрәк әсәһенең ни өсөн аҙарыныуын, ҡайғырыуын аңланы. Әсәһе бит яратып өлгөргән сабыйының үҙенән башҡа бер кемгә лә кәрәк булмауына бошона! Хатта үҙе ҡатын-ҡыҙ, әсә булған өләсәһе лә ҡыҙының шатлығын аңламаны, кире ҡаҡты. Бәпестең кескәй йөрәге донъялағы иң ғәзиз кешеһенә булған бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүҙән, уны ысын күңелдән йәлләүҙән шартларҙай булып тибә башланы...

Үҙ донъяһында йөҙгән сабый һәр таңды ҡурҡыу менән ҡаршыланы. Тормошто тик әсәһенең ҡарашы менән күргән бала үҙен әйләндереп алған әйберҙәрҙең ҡот осҡос булыуын һиҙеп, тынысһыҙланды, көйһөҙләнде. Бына улар эҫе ҡояш нурҙары аҫтында бөтмәҫ сүп-сарҙы сүпләй. Улар араһында бигерәк тә һаҫыҡ еҫ сығарған шешәләр үҙәген өҙҙө. Әсәһен тиҙерәк еләҫ, тыныс урынға алып китергә ашҡынды, тик ул күңелһеҙ уйҙарынан бушана алманы. Әсәһенең ниҙәр уйлағанын белгән бала бөтөнләй хафаға төштө. “Ул бит миңә тормош бүләк итергәме—юҡмы тип һаман икеләнә!”.

Ниһайәт, бөгөн сабыйҙың яҙмышы хәл ителде—әсә уны табырға булды. Тик һөйөнөслө хәбәр менән бергә көйөнөстәр ҙә килде. Әсәһе көндән-көн күңелһеҙерәк уйҙарға бирелде. Сабый донъялағы иң ҡәҙерле, ғәзиз кешеһен шундай ҡайғыларға һалған өсөн үҙен ғәйепле итеп тойҙо. Хәйер, бәхетле минуттары ла булды бәпестең. Ул, әсәһе сәскәләргә ҡарап һоҡланғанда йәки мөхәббәт тураһындағы матур клиптарҙан онотолоп, хис-тойғоларға бирелгәндә, сәпәкәй-сәпәкәй итеп алды. Тағы ла әсәһе янында йүгереп йөрөгән ағаһының тауышын ишетеп ҡыуанды ул. “Тиҙҙән бергә уйнаясаҡбыҙ!” тип һикергеләне бәпес.

Әсәһе телевизорға яҡынлашыу менән сабыйҙы ҡурҡыу алды. Ана, бит аталар, үлтерәләр, бар ерҙә ҡан-илаш. Ҡайҙалыр янғындар бар тәбиғәттең боғаҙынан алған, икенсе урында ер тетрәгән, өсөнсөһөндә һыу баҫҡан... Бала ауыҙын ҙур асып ҡысҡырып илап ебәрҙе. Әсәһе һиҙмәйме ни уның хәлен! Бала үҙ даръяһында зыр әйләнергә, тыпырсынырға кереште. Әсәһе шунда уҡ, ҡот осмалы яңылыҡтарҙан айырылып, уҡшый-уҡшый, ванна бүлмәһенә йүгерҙе. Киске аш юҡҡа сыҡты. Хәлһерәгән ҡатын стенаға һөйәлде, “иртән дә, кис тә бер үк хәл, былай булһа, тиҙҙән кешеләр араһында бөтөнләй йөрөй алмам” тип бошондо. “Әсәй, аңла, мине ҡурҡытмаһаң, һинең дә кәйефең шәп булыр”,-тип ауаз һалды сабый. Тик әсәһе уны ишетмәне.

Аҙналар үткән һайын бәпестең хәле тамам мөшкөлләнде. Бер шатлыҡ көтмәгән донъяға килергә теләмәне ул. Бала шатлыҡ-ҡыуаныс, сағыу төҫтәр һорап ялбарҙы, ә уны аңлай алмаған әсә магазинға барып әле бер, әле икенсе ризыҡты алып ашаны. Көнө буйына йыйылған шом, бәпескә төнөн дә тыныслыҡ бирмәне, ә әсә береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ төштәр күреп һаташты. Был донъяла үҙенең ҡанаты аҫтына аласаҡ, бар кәртәләргә ҡалҡан булырға тейешле атаһының үҙенә битараф булып ҡалыуын аңлай алманы бәпес. Ул атаһының тауышын ишетеү менән талпынды, уға бөтмәҫ наҙ, һөйөү тулҡындарын ебәрҙе, тик аҡса, донъя ҡыуыу мәшәҡәте менән янған ир уны тойманы ла. Шул саҡ кескәй йөрәк әсәһенең ни өсөн аҙарыныуын, ҡайғырыуын аңланы. Әсәһе бит яратып өлгөргән сабыйының үҙенән башҡа бер кемгә лә кәрәк булмауына бошона! Хатта үҙе ҡатын-ҡыҙ, әсә булған өләсәһе лә ҡыҙының шатлығын аңламаны, кире ҡаҡты. Бәпестең кескәй йөрәге донъялағы иң ғәзиз кешеһенә булған бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүҙән, уны ысын күңелдән йәлләүҙән шартларҙай булып тибә башланы...

Баҫҡыстан төшөп барған ҡатын аяғын яҙа баҫтымы, әллә зиһене таралыпмы, ҡолап китте. Әсәһенең имгәнмәүен, һөйәктәре имен-аман ҡалыуын ялбарған бәпестең зарын ишеткән фәрештә, ҡанаттарын йәйеп, ҡатынды һаҡлап ҡалды. Йәне күккә атылған сабый донъяның хозурлығына, матурлығына һоҡланды, болоттар менән шаярҙы, рәхәтләнеп көлдө. Унан хәсрәткә ҡалған әсәһенә килеп һыйынды. “Илама, әсәкәйем, миңә бында шундай рәхәт, мине ҡурҡытҡан ҡара-һоро төҫтәр ҙә юҡҡа сыҡты. Мин һәр саҡ һинең яныңда ғына булырмын, донъяның сағыу төҫтәрен генә бүләк итермен, төштәреңде яманлыҡтан һаҡлармын. Бар ерҙә һине йылы ел булып оҙатып барырмын. Ә мәңгелек донъяла осрашҡас, башҡа бер ҡасан да айырылышмаҫбыҙ...”

Ҡайғыһы менән япа-яңғыҙ ҡалыуына бошоноп илаған ҡатын күңеленә ҡапыл килеп ингән йылылыҡтан, рәхәтлектән иҙерәп йоҡлап китте. Был мәлдә әсәһенең янында ултырған сабый кескәй ҡулдары менән уның битенән һыйпай ине...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Читайте нас: