Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
4 Декабрь 2020, 00:00

Мәңгелеккә яраштыҡ

Яңы йыл яҡынлаша башлаһа, һәр саҡ ошо ваҡиғаны хәтеремә алам. Бер Яңы йыл алдынан ирем менән ныҡ ҡына талаштыҡ. Ул сығып китте. Эш айырылышыуға барып етте. Күрешмәһәк тә, телефон аша көн дә әрләшәбеҙ...

Яңы йыл алдынан ирем менән ныҡ ҡына талаштыҡ. Ул сығып китте. Эш айырылышыуға барып етте. Күрешмәһәк тә, телефон аша көн дә әрләшәбеҙ. Әсәйем: “Бала һеҙҙең туҡтауһыҙ талашҡанды күрергә тейеш түгел”,-тип, ҡыҙымды алып ҡайтып китте. Яңы йыл төнөн бер үҙем ҡаршы алдым. 1 ғинуарҙа кәйефһеҙ, илап килеп уяндым. Шыршы эргәһенән үтеп барған саҡта, бер матур ғына ҡумтаны күреп ҡалдым. Эсендә балдаҡ һәм “Мин яратам һине!”-тигән яҙыу. Шунда уҡ иремә шылтыраттым. Яраштыҡ. 1 ғинуарҙа Яңы йылды ҡаршы алдыҡ. Ошонан һуң бер талашҡанбыҙ юҡ (күҙ теймәһен). Тик асҡысы булмауға ҡарамаҫтан, бикле фатирға инеп, нисек һәм ҡайһы ваҡытта бүләкте һалып сыҡҡанын әле лә әйтмәй.
Читайте нас: