Минең әхирәтемдең өс йәшлек улы өлкәндәр һымаҡ һүгенә. Ике яҡтан да ҡартатай, олатай, ағайҙар бик күп. Улар бәләкәй баланы мәҙәк күреп ошондай “ҡаты” һүҙҙәргә өйрәтеп ташлаған. Хәҙер әхирәтем, уның ире лә күп кенә маташып ҡарамаһын, бала уларҙы тыңламай, һүгенеп тик йөрөй. Әхирәтем эшкә сығырға булғас, малай балалар баҡсаһына барырға тейеш булды. Беренсе көн. Кискеһен кемдер барып алырға тейеш: тик атай ҙа, әсәй ҙә тәрбиәсе нимә әйтерен уйлап ҡурҡа. Әхирәтем илай яҙып баҡсаға йүнәлә. Ҡурҡа-ҡурҡа төркөмгә инә. Тәрбиәсе уны йылмайып ҡаршы ала, “Улығыҙ бик аҡыллы, тәрбиәле, яҡшы ашай-йоҡлай”,-ти. Әхирәтем “был тағы ни әйтер икән” тигән һымаҡ уға текәлеп тора. Тәрбисе малайҙың башынан һыйпап: “Ярай, хушығыҙ”, ти. Әхирәтем улын етәкләп ҡайтып китә. Унан түҙмәй: “Һин баҡсала бөтөнләй һүгенмәнеңме әллә?”-тип һорай. Улы уға аптырап ҡарап: “Әсәй һин нимә?! Унда балалар бит!”-тип яуап ҡайтара.