Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
29 Ноябрь 2020, 09:50

Әсәй кәрәк...

Әсәй кәрәк, һаман әсәй кәрәкСәсебеҙгә ҡырау төшһә лә.Үҙ балабыҙ түгел, ейәндәр ҙәҮҫеп инде буйға етһә лә.Әсәй булған ерҙә шундай рәхәт,Быны нисек аңлатайым икән?Бар йыһандың яҡтылығы һеҙҙә,Бөтә донъя нуры - һеҙ икән!Әсәйҙәрҙең йөрәк йылыларынҠояш менән генә тиңләйҙәр."Балам"- тиеп үлеп тереләләр,Изге йәндәр - беҙҙең әсәйҙәр!Наҙлы ҡараш, йомшаҡ ҡулы менән,Арҡабыҙҙан һөйөп ҡуйһа ла,Бар борсоуҙар таралып китәләр,Нисек кенә ауыр булһа ла.Әсәйҙәрҙе хөрмәт итмәһәк беҙНи тиербеҙ Аллаһ ҡаршында?Онотмаһаҡ ине - беҙҙең йәннәтӘсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!Хәлиуллин Айҙар

Әсәй кәрәк, һаман әсәй кәрәк
Сәсебеҙгә ҡырау төшһә лә.
Үҙ балабыҙ түгел, ейәндәр ҙә
Үҫеп инде буйға етһә лә.

Әсәй булған ерҙә шундай рәхәт,
Быны нисек аңлатайым икән?
Бар йыһандың яҡтылығы һеҙҙә,
Бөтә донъя нуры - һеҙ икән!

Әсәйҙәрҙең йөрәк йылыларын
Ҡояш менән генә тиңләйҙәр.
"Балам"- тиеп үлеп тереләләр,
Изге йәндәр - беҙҙең әсәйҙәр!

Наҙлы ҡараш, йомшаҡ ҡулы менән,
Арҡабыҙҙан һөйөп ҡуйһа ла,
Бар борсоуҙар таралып китәләр,
Нисек кенә ауыр булһа ла.

Әсәйҙәрҙе хөрмәт итмәһәк беҙ
Ни тиербеҙ Аллаһ ҡаршында?
Онотмаһаҡ ине - беҙҙең йәннәт
Әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!

Хәлиуллин Айҙар
Читайте нас: