Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
5 Ноябрь 2020, 13:26

Конкурста ҡатнашығыҙ

Башҡортостан Йәш яҙыусылар клубында ағза булып торғоң киләме? Клуб үткәргән ижади конкурстарҙа ҡатнашырға теләк бармы? Улайһа ашыҡ. Әле клуб "Лукоморье" тигән әкиәт яҙыу конкурсын иғлан итте. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Башҡортостан Йәш яҙыусылар клубы. https://proektddt.ru/ru/
Өфө Районы Балалар Ижады Йорто (Дом Детского Творчества) ойошторған.
Башҡортостанда һәм унан ситтә йәшәгән, башҡорт телен белгән йәки өйрәнергә теләгән һәр кем (балалар ҙа, ололар ҙа) Клуб ағзаһы була ала.
Уҡытыусы, тәрбиәсе, китапханасылар, ата-әсәйҙәр, ярҙам итегеҙ: ижади ынтылышы булған балаларҙы индерегеҙ, йәки үҙҙәренә нисек ҡатнашырға өйрәтегеҙ.
2021 йылдың апреленә тиклем "Лукоморье" тигән әкиәт яҙыу конкурсы ойошторола. Республика кимәлендә! (Конкурста 10 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша).
- Һәр ҡатнашыусы Электрон Сертификат ала;
- Еңеүселәргә Дипломдар һәм бүләктәр бирелә.
- Еңеүселәрҙең һәм уңышлы яҙғандарҙың эштәре айырым китап итеп баҫтырыла.
Ошо конкурсҡа әҙерлек һәм ғөмүмән ижад серҙәре менән танышыу өсөн Клуб "Әкиәт яҙырға өйрәнәм" тигән темаға он-лайн дәрестәр үткәрә. Ни өсөн әкиәт? Сөнки әлеге конкурсҡа ӘКИӘТТӘР генә ҡабул ителә!
Дәрестәрҙе билдәле яҙыусылар алып бара.
Был ДӘРЕСТӘРҘЕ балалар ҙа, ОЛОЛАР ҙа ҡарай ала. Йәш һәм географик сикләүҙәр юҡ.
БАШҠОРТ телендәге дәрестәргә инеү өсөн һылтанмаларҙы һеҙгә ебәреп торасаҡмын.
Әгәр үҙегеҙ инмәһәгеҙ, һәләтле балаларға, ҡусты, һеңлеләрегеҙгә әйтегеҙ!
Һәр дәрес ике тапҡыр уҙғарыла: башланғыс синыфындағы балалар һәм өлкән синыф өсөн.
Ошо он-лайн дәрестә әүҙем ҡатнашыусы конкурсанттарға жюри йомғаҡ яһағанда 1 балл өҫтәйәсәк.
Төрлө һорауҙарға яуап алыу өсөн ВАТСАП та айырым төркөм эшләй. Унда ҡушылырға теләгәндәр Исем,фамилия, йәшәгән урыны һәм "лукоморье" һүҙен ҡушып яҙып түбәндәге телефонға хат ебәрә: +79374912061.
https://proektddt.ru/ru/ (ошо һылтанма аша Клубта теркәлегеҙ. Клубҡа балалар ғына түгел, ололар ҙа, балаларҙың ярҙамсылары ла инә ала).
УҢЫШТАР БАРЫҒЫҘҒА ЛА!!!
Читайте нас: