Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
2 Июнь 2020, 18:17

Бер тигәндә нимәң ... бар?

Бер тигәндә ни булмаҫ?Бер ҙә бөтмәҫ сир булмаҫ.Ике тигәндә ни булмаҫ?Ишетелмәҫ сер булмаҫ...Тапҡыр автторҙың фәһемле ҡобьайырҙары...

Бер тигәндә нимәң бар?

Берҙәм булыр илем бар.

Ике тигәндә нимәң бар?

Ике һөйләмәҫ телем бар.

Өс тигәндә нимәң бар?

Күстәй көслө халҡым бар.

Дүрт тигәндә нимәң бар?

Йөрәгемдә ялҡын бар.

Бер тигәндә ни булыр?

Беҙҙәй осло күҙ булыр.

Ике тигәндә ни булыр?

Икеләнмәҫ һүҙ булыр.

Өс тигәндә ни булыр?

Өлгө алыр ир булыр.

Дүрт тигәндә ни булыр?

Дүрт тарафлы ер булыр.

Бер тигәндә нимәң юҡ?

Бер балҡымаҫ даным юҡ.

Ике тигәндә нимәң юҡ?

Икһеҙ-сикһеҙ малым юҡ.

Өс тигәндә нимәң юҡ?

Үс алырҙай кешем юҡ.

Дүрт тигәндә нимәң юҡ?

Дөрөҫ булмаҫ эшем юҡ.

Бер тигәндә ни булмаҫ?

Бер ҙә бөтмәҫ сир булмаҫ.

Ике тигәндә ни булмаҫ?

Ишетелмәҫ сер булмаҫ.

Өс тигәндә ни булмаҫ?

Өнһөҙ-тынһыҙ йыр булмаҫ.

Дүрт тигәндә ни булмаҫ?

Дөлдөлһөҙ батыр булмаҫ.

Бер тигәндә ни файҙа?

Белем алһаң, шул файҙа.

Ике тигәндә ни файҙа?

Ишле булһаң, шул файҙа.

Өс тигәндә ни файҙа?

Өлөш бирһәң, шул файҙа.

Дүрт тигәндә ни файҙа?

Донъя ҡорһаң, шул файҙа.

Бер тигәндә ни зыян?

Бешмәгән ризыҡ зыян.

Ике тигәндә ни зыян?

Ирмәкһеҙ ҡыҙыҡ зыян.

Өс тигәндә ни зыян?

Һөсләтелгән эт зыян.

Дүрт тигәндә ни зыян?

Дошманыңдай бет зыян.


Эскелеккә яу!

Дау һаламын, йәмәғәт!

Саң ҡағамын, йәмәғәт!

Тыңла, зинһар, һүҙемде,

Аңла берүк үҙемде:

Ҡотолайыҡ афәттән,

Ҡасайыҡ һәләкәттән.

Һаҡланайыҡ ҡазанан,

Үлем тигән язанан.

Хәрәм ризыҡ ул хәмер,

Эсһәң, аҡылың кәмер.

Аңың юйып иҫерһәң,

Күҙең тоноп тилерһәң,

Ҙур енәйәт ҡылырһың,

Яһилдарҙан булырһың!

Булмаҫ һиндә тоғролоҡ,

Яһарһың ҙур уғрылыҡ.

Бар булғанды бөтөрөп:

Көсләп, талап, үлтереп

Бәлә килер башыңа!

Баҫһаң Хоҙай ҡаршына,

Ни тип яуап бирерһең?

Бит менән ер һөрөрһөң;

Дуңғыҙ кеүек соҡсоноп,

Тиҙәк еҫкәп йөрөрһөң!

Эскеселә йәм булмаҫ,

Уға бер ни йәл булмаҫ.

Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ,

Тыуһа ла, оҙаҡ тормаҫ!

Иҫеректең иҫе теүәл

Тиһәләр ҙә буш хәбәр.

Алъяғанға аҡыл кермәҫ,

Матурланмаҫ ул мәгәр.

Туҡтауһыҙ күп эсеүҙән

Сереп төшөр ти бауыр.

Мейе бөтөр, йөрәк бөтөр

Уларһыҙ йәшәү ауыр.

Йөҙ-сырайың сирышып,

Тамырҙарың ҡорошоп,

Ҡаҡ һөйәккә ҡалырһың,

Ваҡытһыҙ ҡартайырһың!

Өмөт итмә киләсәккә

Һаман йотһаң һин хәмер.

Кешелегеңде юғалтһаң,

Ахыры булыр ҡәбер.

Уянығыҙ, йәмәғәт!

Ҡуҙғалығыҙ, йәмәғәт!

Эскегә яу асайыҡ

Уны Ерҙән ҡыуайыҡ!


Был һуң ниндәй замана?

Был һуң ниндәй замана?

Килде хәтәр замандар!

Бейегәйҙе ҡоймалар,

Күккә ашты ыҙмалар.

Күрмәй күрше күршене,

Белмәй кеше кешене!

Табынғанбыҙ аҡсаға,

Саралар юҡ башҡаға

Йәшәүен дә, үлемен дә

Хәл итәбеҙ «бакса»ға.

Дуҫ әйләнгән дошманға,

Баш эйәбеҙ ҡуштанға.

Әллә ахыры замандар

Тыуа сирле балалар.

Ҡайҙа баҡма: дары еҫе,

Бары һуғыш һәм аһ-зар.

Сит ил байҙары шашҡан,

Америка-Ираҡтан

Ҡорал тотоп, эт һөсләтеп

Йоҙроҡ төйә йыраҡтан.

Кемдә һуң кемдең үсе

Короналы вирусы!

Аяҡтан йыға әжәл,

Ҡотолорға юҡ әмәл.

Юлда, күктә, һыуҙа ла

Күңел һис тыныс түгел.

Һәр ерҙә лә салғы тотоп

Һағалап тора үлем.

Килде ҡиммәтсел саҡтар:

Көндән-көн арта хаҡтар.

Интернетҡа һылтанышып,

Яҙмайбыҙ хәҙер хаттар.

Закон закон тиһәләр ҙә,

Закон юҡ түрәләргә.

Өс тингә өс меңлек зыян

Торалар түпәләргә.

Бөтә ерҙә урлашыу,

Аҙым һайын мутлашыу.

Мошенниктар өсөн һәр саҡ

Бер ни тормай алдашыу.

Китә телдең ҡәҙере:

Ата-әсәләр белһен

Үҫтерә милли ғаиләлә

Урыҫын да мәрйәһен!

Ояттың да ояты

Буламы икән тағы

Бәғзе әртистәребеҙ йөрөй

Сит илсә исем тағып,

Ҡытайса кейем аҫып!

Урамдарға сыға күрмә

Бер яңғыҙың көйөнә

Ирҙәребеҙ бисәләрсә

Сәс үҫтереп һөйөнә.

Ҡатын-ҡыҙҙар күптән инде

Иңгә ҡамыт һалдылар:

Кәпәсте лә, салбарҙы ла

Беҙҙән тартып алдылар.

Килде ниндәй замана?

Хужам мәллә диуана!

Ахмаҡтар, мин аҡыллы тип,

Күккә ашып ҡыуана.

Ҡара томан таралһын,

Күктә ҡояш балҡыһын.

Барыһынан-барсаһынан

Беҙҙе Хоҙай һаҡлаһын!


Ишдәүләт Сафиуллин


Читайте нас: