Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
28 Май 2020, 17:58

Серәкәйҙең тешләмәгәне лә була йәки, былар ҡыҙыҡлы

19-сы быуат башында ғалим Томас Сэй тик инә серәкәйҙәрҙең кешеләрҙең ҡанын һурыуын, ә ата серәкәйҙәрҙең үҫемлектәр һуты менән туҡланыуын асыҡлай. Был асышы өсөн уға бик күп битәрләүҙәр ишетергә тура килә. Йәмғиәт уны ҡатын-ҡыҙҙарҙы ...

19-сы быуат башында ғалим Томас Сэй тик инә серәкәйҙәрҙең кешеләрҙең ҡанын һурыуын, ә ата серәкәйҙәрҙең үҫемлектәр һуты менән туҡланыуын асыҡлай. Был асышы өсөн уға бик күп битәрләүҙәр ишетергә тура килә. Йәмғиәт уны ҡатын-ҡыҙҙарҙы ... кәмһетеүҙә ғәйепләй.
1992 йылда Мәскәү ҡалаһының коммуналь фатирҙарында күп кеше кәзә көтә башлай. Был бер кемде аптыратмай. Ул саҡта баш ҡалала йәшәүселәр кәзә көтөп, тамағын туйҙыра.
Европа илдәрендә айырылышыуҙы билдәләгән байрам барлыҡҡа килгән. Кисәге ирле-ҡатынлы ике яҡтың да туғандарын саҡырып, никахтарының юҡҡа сығыуын билдәләй. Был тантана туйҙы хәтерләтә. Тик байрам “Беҙ айырым булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ!” тигән девиз аҫтында үтә.
Йәшен һуҡҡандан һуң һирәк кеше тере ҡала. Әммә имен ҡалғандарҙың тәнендә ниндәйҙер серле һүрәттәр барлыҡҡа килә. Ғалимдар был һүрәттәрҙе “Лихтенберг фигуралары” тип йөрөтә. Әммә бер фән дә уларҙың ни өсөн барлыҡҡа килеүен аңлата алмай.
Бөркөттәр ун ҡатлы йорт бейеклегенән ерҙәге ҡырмыҫҡаны күрә.
Йыһанда иң оҙағы булған кеше – космонавт Валерий Поляков. Ул “Мир” станцияһында 487 тәүлек тә 18 сәғәт була.
Антарктидала Оникс тип аталған берҙән-бер йылға бар. Ул йылына 60 көн генә аға.
Бесәйҙәр үҙҙәренең ярты ғүмеренән күберәген йоҡола үткәрә.
Еләккә ҡарағанда лимонда шәкәр күберәк.
Тауыҡтың иң оҙаҡ осоуы 13 секунд дауам итә.
Ер йөҙөндә йәшәгән бар кешеләрҙең 7% ғына һулаҡай.
Кешенең уң үпкәһенә һауа күберәк һыя.
Страустар сәғәтенә 70 км йүгерә ала.
Инфаркттар йышыраҡ дүшәмбе көндө була.
Күктәге йондоҙҙар Ер шарындағы бар пляждарҙағы ҡом бөртөктәренән күберәк.
Ер шарында өс секунд һайын кеше тыуа.
Читайте нас: