Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июль , 16:49

Оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа һалынған аҡса программаһы нисек эшләй?

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә оҙайлы һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы эшләй. Киләсәктә уны балаларҙы уҡытыуға, торлаҡ һатып алыуға тәүге иғәнә индереү өсөн, буласаҡ пенсияға өҫтәмә килем итеп файҙаланырға була. Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсаны арттырыу өсөн аҡсағыҙҙы инвестициялаясаҡ. Билдәле шарттар үтәлгән осраҡта һеҙ дәүләттән һаҡлыҡҡа йыйған аҡсағыҙға өҫтәмә килем аласаҡһығыҙ.   

Оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа һалынған аҡса программаһы нимә була ул?
 
2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә оҙайлы һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы эшләй. Киләсәктә уны балаларҙы уҡытыуға, торлаҡ һатып алыуға тәүге иғәнә индереү өсөн, буласаҡ пенсияға өҫтәмә килем итеп файҙаланырға була.
Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсаны арттырыу өсөн аҡсағыҙҙы инвестициялаясаҡ. Билдәле шарттар үтәлгән осраҡта һеҙ дәүләттән һаҡлыҡҡа йыйған аҡсағыҙға өҫтәмә килем аласаҡһығыҙ. 
 
Программаның үҙенсәлектәре: 
Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программала ҡатнашыусының шәхси взностарынан, эш биреүсе взностарынан, Дәүләт ҡушма финанслауы средстволарынан, граждандың пенсия тупланмаларынан формалаша. 
 
Түләүҙәр ҡасан башҡарыла? 
* Килешеү төҙөгәндән һуң 15 йыл үткәс; 
* 55 йәше тулғас - ҡатын-ҡыҙҙарға, 60 йәше тулғас ир-егеттәргә; 
* Ваҡытынан алда - айырым тормош хәлендә

Түләү төрҙәре ике төрлө була. Тәүгеһе - "
Ваҡытлы түләүҙәр": 
* ғүмерлек; 
* 10 йылдан ашыу ваҡытҡа
* НПФ менән килешеү буйынса икенсе ваҡыт 
 
Икенсеһе - Бер тапҡыр бирелә торған түләү - килешеү төҙөлгән көндән алып 15 йыл үткәс. 
 
Пенсия тупланмалары - 2002-2013 йылдарҙа рәсми эшләгән һәм эш биреүсе мотлаҡ страховка иғәнәләре түләгән граждандарҙың тупланма пенсияһы аҡсаһы ул. 2014 йылдан пенсия тупланмалары түбәндәгеләр иҫәбенә булдырыла:
* граждандарҙың ирекле иғәнәләре
* эш биреүсенең өҫтәмә ирекле взностары
* әсәлек капиталы
* инвестиция килеме
 
Һайлап алғанығыҙға ҡарап, пенсия тупланмаһы Пенсия фондында йәки Социаль фондта туплана. 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: