Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июль 2023, 15:05

Ауырлыларға - кредит каникулы?

Дәүләт Думаһына ауырлы һәм декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кредит каникулы тураһында закон проекты индерелде...

Ауырлыларға - кредит каникулы?
Ауырлыларға - кредит каникулы?

Дәүләт Думаһына ауырлы һәм декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кредит каникулдары тураһында закон проекты индерелде. Башланғыс авторҙары - «Яңы кешеләр» фракцияһы вәкилдәре.

Закон проектында заемсыға - йөклөлөгө 12 аҙнанан ашыуыраҡ булған, шулай уҡ ике йәшкәсә балаһы менән декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙға кредит каникулы менән файҙаланыу хоҡуғын бирергә тәҡдим ителә. Йәш әсә һәм уның тормош иптәше кредиторға кредит килешеүе шарттарын үҙгәртеүҙе һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға йәки уларҙың күләмен кәметергә була.         

«Йөклөлөк осоронда һәм бала тыуғандан һуң медицина сығымдарына, балалар тауарҙары һатып алыуға һәм бала ҡарауға бәйле өҫтәмә финанс бурыстары барлыҡҡа килә. Кредит каникулдары ғаиләгә финанс яғынан ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәрергә һәм заемсыларға үҙе, балаһы тураһында хәстәрлек күрергә мөмкинлек бирер ине», - тиелә закон проектында.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: