Туймазыла карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләү буйынса яңы комплекс эшләй башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Корона» компанияһының инвестиция проекты «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡайны.
Асыу тантанаһы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт Кәримов, Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко менән бергәләп предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты һәм компания етәкселеге менән мебель кластерын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
«Корона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмил Мәмлиев яңы етештереү цехын һәм складтар төҙөүгә 450 миллион һум һалыныуы, шуның 200 миллион һумы дәүләт ярҙамы булыуы хаҡында һөйләне. Предприятие айына 20 меңгә яҡын матрас етештерә.
Компания майҙаны 10 мең квадрат метрлыҡ тағы бер производство бинаһын төҙөргә йыйына. Был йылына 50 меңгә тиклем матрас сығарырға мөмкинлек бирер тип көтөлә.
Һуңғы ике йыл ярым эсендә предприятиела етештереү майҙансыҡтары — ике, килем өс тапҡырға артҡан, тимәк, республика ҡаҙнаһына һалым түләүҙәре лә. «Корона» илдә матрас етештергән тәүге дүртәү иҫәбенә инә.