Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Февраль 2023, 13:45

Газ үткәргәндә - ярҙам

Газ үткәреүгә 100 мең һумдан ашыулыҡ субсидияны кемдәр аласаҡ?

Газ үткәргәндә - ярҙам
Газ үткәргәндә - ярҙам

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль газ үткәреү программаһын ғәмәлгә ашырғанда өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Иң тәүҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, аҙ килемле ғаиләләр, ишле ғаиләләр хаҡында бара. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе.

Социаль газ үткәреү программаһы Рәсәй президенты Владимир Путиндың башланғысы менән бер йылдан ашыу элек бойомға ашырыла башланы. Дәүләт башлығының ҡушыуы буйынса хәҙер социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй, ул медицина һәм белем биреү ойошмаларына ҡағыла.

«Атҡарылған эш һөҙөмтәһендә йөҙәр меңләгән ғаиләнең йортона газ үтте. Ләкин кәрәкле ҡорамалдың һәм уны газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың ҡиммәт булыуы сәбәпле, әлегә бының менән бөтәһе лә файҙалана алманы. Дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса граждандарыбыҙҙың ҡайһы бер категорияларына өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Тәү сиратта — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, аҙ килемле ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә», — тине Михаил Мишустин.

Субсидия күләме — 100 мең һумдан ашыу. Хөкүмәт бюджет тәьминәте түбән булған төбәктәргә сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплай. Бының өсөн 2023 йылда яҡынса 2,5 миллиард һум бүленә. Аҡса 54 төбәккә йүнәлтелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: