Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ғинуар 2023, 15:00

Үҙебеҙҙең тәмлекәс!

Дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ был тәмлекәсте балаларға 6 айҙан уҡ бирә башларға мөмкин икәнлеген раҫлай...

Үҙебеҙҙең тәмлекәс!
Үҙебеҙҙең тәмлекәс!

Бөгөндән республикала "Һөт кухняһы"ның таратыу пункттарында, балалар өсөн һөт ризыҡтарынан тыш, үҙҙәре етештергән печенье һатып алырға мөмкин. Уны Белоретта сығара башланылар.

"Идеяны бойомға ашырғансы бер йылға яҡын ваҡыт үтте. Ихтыяжды анализланыҡ, яңы ҡорамалдар һатып алдыҡ, печенье файҙалы булһын өсөн рецептын бик ентекле һайланыҡ. Һуңынан уның составын Роспотребнадзор белгестәре тикшерҙе. Дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ был тәмлекәсте балаларға 6 айҙан уҡ бирә башларға мөмкин икәнлеген раҫлай. Сабыйҙар өсөн печенье ике төрлө. Береһе – кальций, икенсеһе тимер менән байытылған", – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығы хакимиәтенән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: