Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә XXV Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында тәүге осрашыуҙар хаҡында яҙып сыҡты. Ул «Автодор» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән республикабыҙҙа юлдар төҙөү буйынса мегапроекттарҙы тикшерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республика Өфөнөң Ағиҙел аръяғында һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү проекты буйынса ДОМ.РФ менән килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй. Форумда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусының проекты тәҡдим ителә.
Тағы бер ҙур проектҡа – һуғыш ветерандарының клиник госпитален төҙөү тураһында документҡа ҡул ҡуйыла.
«Уны йыһазландырыу ҙа мөһим мәсьәлә булып тора, ошо йәһәттән яңы кимәлгә күтәрелергә теләйбеҙ. Беҙгә заманса госпиталь кәрәк. Ветерандарҙың, шул иҫәптән локаль конфликтта ҡатнашҡандарҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреү – төп бурысыбыҙ. Мәғариф өлкәһенә килгәндә, Өфөлә 360 урынлыҡ математика лицей-интернаты төҙөлөшө проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Туризмды үҫтереүгә инвестициялар тураһында, атап әйткәндә, «Туризм.РФ» корпорацияһы менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләйбеҙ. График тығыҙ, осрашыуҙар күп, атҡараһы бурыстар байтаҡ. Эшләйбеҙ», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Сығанаҡ - Башинформ