Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Март 2022, 12:15

Ил эсендә ундай ҡурҡыныс юҡ

“Бер банк карточкаһы ла эшләмәйәсәк, халыҡтың банктарҙағы иҫәптәге аҡсаһы юҡҡа сығасаҡ, тиҙәр. Ошо дөрөҫмө икән?”  Редакцияға шундай һорауҙар йышайҙы. Яуап бирәбеҙ...

Ил эсендә ундай ҡурҡыныс юҡ
Ил эсендә ундай ҡурҡыныс юҡ

Бер банк карточкаһы ла эшләмәйәсәк, халыҡтың банктарҙағы иҫәптәге аҡсаһы юҡҡа сығасаҡ, тиҙәр. Ошо дөрөҫмө икән?”

Украиналағы хәл-ваҡиғаларға бәйләп, редакцияға борсоулы шылтыратыуҙар йышайҙы.

 Көнбайыш дәүләттәренең санкцияларына эләккән банктарҙың карталары Рәсәйҙә бер ниндәй сикләүһеҙ эшләй. Клиенттарҙың картаға бәйләнгән иҫәбендәге аҡсаһы тулыһынса һаҡланған, уны теләгән ваҡытта алырға була”, — тип билдәләнеләр Үҙәк банкта.

Мәғлүм булыуынса, Америка 11 юридик шәхескә, шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы, Газпромбанк һәм ВТБ-ға ҡаршы санкциялар индерҙе. АҠШ-тың бөтә финанс институттарына 30 көн дауамында санкцияға эләккән Һаҡлыҡ банкының корреспондент иҫәптәрен ябырға ҡушылды. Шулай уҡ «Открытие» банкына, Новикомбанкка һәм Совкомбанкка ҡаршы санкциялар иғлан ителде.

Шул уҡ ваҡытта санкцияларға эләккән банктарҙың (ВТБ төркөмө, Совкомбанк, Новикомбанк, Промсвязьбанк, Открытие банктары) клиенттары сит илдәрҙә ошо банктарҙың карталары менән түләй, уларҙы санкцияларҙы хуплаған илдәрҙә теркәлгән онлайн-магазиндарҙа һәм хеҙмәт агрегаторҙарында хеҙмәттәргә түләү өсөн файҙалана алмай. Бынан тыш, был банктарҙың карталарын Apple Pay, Google Pay сервистары менән ҡулланып булмай, әммә Рәсәй биләмәһендә ошондай карталар буйынса стандарт контактлы йәки контактһыҙ түләү мөмкинлеге бар.

Рәсәй Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, әлеге көндә илдең санкциялар һәм тышҡы янауҙар шарттарында финанс системаһының тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн етерлек финанс ресурстары бар. Хөкүмәт тарафынан финанс баҙарҙарын һәм айырым компанияларҙы санкцияларҙан һәм башҡа хәүефтәрҙән һаҡлау саралары буйынса аныҡ пландар төҙөлдө. Ошо эш барышында санкциялар индереү эҙемтәләрен имитациялау моделләштереүе (стресс-тестар) үткәрелде. Уның йомғаҡтары буйынса аныҡ эш пландары әҙерләнде. Финанс баҙары һәм ҙур компаниялар уларҙы тормошҡа ашырырға тулыһынса әҙер

Күреүегеҙсә, сит илдәрҙә булған кешеләрҙең, юридик берәмектәрҙең генә ҡайһы бер банк карточкалары, иҫәптәре менән проблемалары килеп сығыуы бар. Уларҙы һаҡлау буйынса ла аныҡ пландар ҡабул ителгән һәм тормошҡа ашырыла. Илебеҙ эсендә халыҡтың банк карточкалары, башҡа иҫәптәре менән бөтөнләй проблемалар юҡ. Шуға күрә алдыҡ хәбәрҙәргә, теләһә ниндәй имеш-мимештәргә ышанмаҫҡа кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе: "Һеҙҙең банктағы иҫәбегеҙҙе хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк! Ашығыс рәүештә!. Юғиһә аҡсағыҙ юҡҡа сыға",-тип банк карточкаһының иҫәбен һораған мутлашыусылар ҙа барлыҡҡа килде. Улар үҙҙәрен банк хеҙмәткәре тип алдап таныштыра. Шуға күрә һаҡ булығыҙ! Банк хеҙмәткәре бер ҡасан да һеҙҙең карточка һандарын һорамай. Ошо хаҡта онотмағыҙ

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: