Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Февраль 2022, 10:00

Хаҡтар тотороҡланырмы?

Икмәккә, иткә, һөткә һәм...

Хаҡтар тотороҡланырмы?
Хаҡтар тотороҡланырмы?

Дәүләт Думаһына социаль әһәмиәткә эйә продукттарға хаҡтарҙы 10 проценттан күберәк өҫтәүҙе (наценка) тыйыу тураһындағы закон проекты тәҡдим ителгән. Был хаҡта “Российская газета”ла хәбәр ителә. Бында икмәк, ит, һөт, май, он, үҫемлек майы, туңдырылған балыҡ, йомортҡа, шәкәр, тоҙ, алма һәм ярмаларҙың айырым төрҙәренә хаҡтар күҙ уңында тотола.

Парламентарийҙар, был закон хаҡтарҙы тотороҡлау һәм мохтажлыҡта йәшәгән кешеләрҙе яҡлау мөмкинселеген бирәсәк, тип белдерә.

Фото: https://yandex.ru/

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: