Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Декабрь 2021, 09:56

Эксперттар - «Өфө форумының үҙенсәлеге - уның файҙаһында һәм уңайлы булыуында»

Федераль эксперттар Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы буйынса тәьҫораттары менән уртаҡлашты

- Пандемия осоронда Башҡортостан иҡтисади өлкәлә, атап әйткәндә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өлгәшкән һөҙөмтәләргә хайран ҡалдым. Был аҙналағы форум бизнесҡа ярҙам итеү процесы барғанын, ул реаль эштәр менән тулыланғанын дәлилләй. Форум артабанғы үҫеште күҙ уңында тотҡан нөктәләрҙең береһе булараҡ уңышлы үтте, - ти ШОС эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский.

- Республика ойошторған һәм икенсе йыл рәттән аныҡ мәсьәләләрҙе һәм проекттарҙы тикшереү өсөн файҙалы эш алып бара. Был «бөтә донъялағы тормошто яҡшыртыу өсөн, насар булмаһын өсөн» киң сиктәге бәхәс түгел. Был проекттар һәм уларҙы үҫтереү, тормошҡа ашырыу йәһәтенән тикшерелгән аныҡ башланғыстар - бына ошонда майҙансыҡтың үҙенсәлеге. Шуға күрә уның үҫешеүен теләйбеҙ, - ти «ТАСС» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры урынбаҫары Андрей Соколов.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2021 Өфөлә ҡатнаш форматта: онлайн һәм офлайн уҙҙы. Спикерҙарҙың бер өлөшө майҙансыҡҡа йыйылды, икенсе өлөшө конференц-бәйләнеш буйынса фекер алышыуға ҡушылды. Эшлекле программа дөйөм иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияларға, медиаға, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта бизнесына ярҙам итеүгә арналды.

Автор: Станислав Шахов. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: