Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июль 2021, 14:29

«Аҡса эш өсөн»

Рәсәй Банкы эшҡыуарҙар өсөн "Аҡса эш өсөн" («Деньги для дела») тип аталған видеоблог асты. Урта һәм кесе эшҡыуарҙар, шулай уҡ үҙ эшен асырға йыйынып йөрөгәндәр проектты башлап ебәрер өсөн ҡайҙан аҡса алырға, бизнесты үҫтереүҙәге һәр төрлө этапта ниндәй финанс ҡоролмаларҙы ҡулланырға була, финанс ойошмалары ярҙам итеүҙән баш тартҡанда ни эшләргә кеүек һ.б. һорауҙарға яуап табырға мөмкин буласаҡ. 

Блог үҙенә күрә видеоэнциклопедия кеүек буласаҡ. Эшҡыуар уны тыңлап, финанс ҡоролмалар һәм дәүләт ярҙамы программалары менән ҡулланырға өйрәнәсәк. 

Әле видеоблог сиктәрендә түбәндәге темалар урынлаштырылған: «Банковская реабилитация бизнеса», «Облигации», «Система быстрых платежей», «Кредит для бизнеса», «Краудфинансирование». Яңы роликтар айына бер-ике тапҡыр яңыртылып торасаҡ. 

Видеоблог һылтанмаһы:

https://www.youtube.com/channel/UCY8IRDJoAbvgzduMplmjSaA

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: