Һаҡмар
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Иҡтисад
1 Октября 2020, 20:10
Улар - Баймаҡ өсөн үтә лә мөһим проекттар
– Яңы предприятие Баймаҡ районы өсөн бик тә кәрәкле. Ул төбәктә быға ҡәҙәр булмаған һәм үҫешмәгән ит эшкәртеү йүнәлешен асырға мөмкинлек бирәсәк. Ошондай проекттар менән эшләгән эшҡыуарҙарға республика Хөкүмәте тарафынан ярҙам күрһәтелергә тейеш, - тине Радий Хәбиров.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ауыл хужалығы тармағын үҫтереүҙең яңы проекттары ҡаралды.
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡта булған саҡта крәҫтиән-фермер Фирҙәүес Халимовтың хужалығында булғайны. Фермер Баймаҡта ит эшкәртеү комплексы төҙөү тураһындағы пландары менән таныштырғайны. Хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар үрсетелә, ҡымыҙ етештерелә. Киләсәктә фермер мал һуйыу, йылҡы һәм һыйыр итенән "Хәләл" ярымфабрикаттары эшләү өсөн цех асыуҙы планлаштыра. Бының менән мәктәпкә тиклемге учреждениеларҙы, белем биреү ойошмаларын, дауаханаларҙы, сауҙа селтәрҙәрен юғары сифатлы аҙыҡ
менән тәьмин итеү мөмкинлеге тыуасаҡ.
Фирҙәүес Халимов кәрәкле ҡорамалдар алыу өсөн килешеү төҙөгән. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлау өсөн Баймаҡ ҡалаһы биләмәһендәге буш торған бинаны милеккә рәсмиләштерергә кәрәк буласаҡ. Республика Башлығы Хөкүмәт етәкселегенә был тәңгәлдәге мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү кәрәклеген билдәләне.
– Яңы предприятие Баймаҡ районы өсөн бик тә кәрәкле. Ул төбәктә быға ҡәҙәр булмаған һәм үҫешмәгән ит эшкәртеү йүнәлешен асырға мөмкинлек бирәсәк. Ошондай проекттар менән эшләгән эшҡыуарҙарға республика Хөкүмәте тарафынан ярҙам күрһәтелергә тейеш, - тине Радий Хәбиров.
Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында дөйөм алғанда бер миҙгелдә 30 тонна етештереү цехтары төҙөләсәк. Алған тауарҙың бер өлөшөн сит илдәргә һатыу күҙаллана. Проектты киләһе йылда тормошҡа ашыра башлау планлаштырыла. Бынан тыш, предприятие эске баҙар өсөн 450 мең литр һөт һәм ҡымыҙ етештерәсәк.
Инвестицияның дөйөм күләме - 676 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Предприятиелар асылған осраҡта, өҫтәмә 104 яңы эш урыны буласаҡ, тип көтөлә.
Радий Хәбиров Баймаҡ районы хакимиәтенә проектты заемлы финанслау өсөн залог механизмын өйрәнеү кәрәклеген белдерҙе. Йылҡы һәм ҡорамалдар алыуға киткән сығымдың бер өлөшө Дәүләт ярҙамы тарафынан ҡапланасаҡ.
Фирҙәүес Халимовтың хужалығында әҙерләнгән мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә танышырһығыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"