Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2019, 18:09

Яңы парк барлыҡҡа киләсәк

Уңайлы ҡала мөхите – 2019Шулай уҡ Горький урамында “Еңеү паркы”н булдырыу күҙаллана. Барлыҡ эштәр 3 июндә башланасаҡ һәм 31 августа файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның ике йыл эшләү дәүерендә Баймаҡ ҡалаһында байтаҡ эштәр башҡарылды. Был проект ҡала инфраструктураһын үҫтереү, урамдарҙы яҡтыртыу, ихата алдарын төҙөкләндереү, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтарын урынлаштырыу мөмкинлеген бирҙе. Былтыр, мәҫәлән, 6 күп ҡатлы йорт алдына асфальт түшәлде, 4 йәмәғәт урыны, 5 урамда яҡтыртыу селтәре төҙөкләндерелде, 6 балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килде. Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ла ҙур эштәр башҡарылды. Дөйөм алғанда ике йылда паркты төҙөкләндереүгә 6 млн 503 мең һум аҡса йүнәлтелде.

“Уңайлы ҡала мөхите” программаһы быйыл да эшләй. 2019 йылға 30 534,58 мең һум аҡса бүленә, шуның 28 498,9 мең һумы – федераль, 581,5 мең һумы – республика, ҡалған 1 454,03 мең һумы ҡала биләмәһе бюджетынан. Был сумма 2018 йылдың 18 мартында рейтинг тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса 4-се һәм 5-се урында килгән объекттарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Атап әйткәндә, С.Юлаев просекты аллеяһын төҙөкләндереү дауам итәсәк. Смета документтары экспертизаға тапшырылған. Шулай уҡ Горький урамында “Еңеү паркы”н булдырыу күҙаллана. Барлыҡ эштәр 3 июндә башланасаҡ һәм 31 августа файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.

Бынан тыш “Башҡорт ихаталары” республика программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла башланы. Быйыл районға 14 855,075 мең һум бүленгән, шуның 14 014,222 мең һумы республика бюджетынан. Был программаға ярҙамында өс күп ҡатлы йорт ихатаһын төҙөкләндереү планлаштырыла. Улар - Салауат Юлаев проспектының 27-се, 31-се, 33-сө һәм Юбилей урамынының 1-се йорттар алды. Ихата алды юлдары, тротуарҙар төҙөкләндереләсәк, эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырыласаҡ, балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк һәм урамдарҙы яҡтыртыу эштәре башҡарыласаҡ. Уларҙың һуңғыһы буйынса эштәр тамамланған да инде. Подрядсы кампания бурыстарын үтәп сыҡты.

Бөгөн С.Юлаев исемендәге проспектың 27-се йорт алды тәртипкә килтерелә, асфальт япмаһы түшәлә. Ошонда уҡ пандус урынлаштырыу ҡарала. Графикка ярашлы барлыҡ эштәр 10 июлгә тамамланырға тейеш. Салауат Юлаев проспектының 31-се һәм 33-сө йорт алдарын төҙөкләндереү эштәрен башлау өсөн документтар әҙерләнә.

Юбилей урамының 1-се йорт алдына балалар уйын майҙансығын төҙөп ултыртыу 31 июлгә ҡәҙәр тамамланырға тейеш.


Радий Хабиров, БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы: “Муниципалиттарҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырғанда торлаҡ пункттарҙың тышҡы йөҙө хаҡында ла оноторға ярамай. Уңайлы ҡала мөхите булдырыу – төп бурыстарҙың береһе. Беҙ был мәсьәләгә етди иғтибар бирәсәкбеҙ. Биләмәләрҙең һәм ҡоролмаларҙың, айырыуса балалар майҙансыҡтарының хәүефһеҙ булыуы шарт”.
Читайте нас: