Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель 2018, 13:45

Аграрийҙар миҙгелде лайыҡлы ҡаршылай

Аграрийҙар миҙгелде лайыҡлы ҡаршылай Күптән килгән матур йола буйынса, үткән аҙнала район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте тикшереү, яңы миҙгелгә аныҡ маҡсаттар билдәләү өсөн агроконференцияға йыйылды. Йылайыр ауыл биләмәһенең үҙәгендә – Урғаҙа ауылында уҙған сара яҡшы ойошторолоуы, уртаҡлашаһы тәжрибәнең байтаҡ булыуы, районда ауыл хужалығы тармағы өлкәһендә етди һынылыш күҙәтелеүе менән айырылып торҙо.

Аграрийҙар миҙгелде лайыҡлы ҡаршылай


Районда сәсеүгә әҙерлек яҡшы ойошторолған


Күптән килгән матур йола буйынса, үткән аҙнала район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте тикшереү, яңы миҙгелгә аныҡ маҡсаттар билдәләү өсөн агроконференцияға йыйылды. Йылайыр ауыл биләмәһенең үҙәгендә – Урғаҙа ауылында уҙған сара яҡшы ойошторолоуы, уртаҡлашаһы тәжрибәнең байтаҡ булыуы, районда ауыл хужалығы тармағы өлкәһендә етди һынылыш күҙәтелеүе менән айырылып торҙо. Агрономик конференцияның эшендә район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, билдәле ғалимдар һәм техника, төрлө препараттар етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән предприятие-учреждениелар етәкселәре, райондың ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары башлыҡтары ҡатнашты.

Сираттағы агроконференцияның тап Урғаҙала үткәрелеүе тиккә түгел – был төбәктә заман һулышын тойоп эшләгән фермерҙар йәшәй һәм улар райондың агросәнәғәт комплексында лайыҡлы урынды биләй. Айрат Шәрәфетдинов, Борис Фролов, Юрий Найденов, Сергей Касьянов, ағалы-ҡустылы Хреновтар, Сергей Тарасов, ағалы-ҡустылы Новиковтар һәм башҡалар бөгөн бай тарихлы “Йылайыр” совхозының данлы эшен дауам итә, иген сәсә, юғары уңыш йыйып ала. Әле Йылайыр ауыл биләмәһендә 40 крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләй, шулай уҡ МТС-тың Баймаҡ филиалы ла үҫемлекселек менән шөғөлләнә.

Йылайыр зонаһының фермер хужалыҡтары матди базаһын яңыртыу буйынса маҡсатлы эш алып бара, йылдан-йыл техник потенциалды нығыта һәм был тәңгәлдә башҡаларға үрнәк булып тора. Быға үткән агроконференцияла аграрийҙар йәнә бер ҡат инанды – фермерҙар һуңғы осорҙа һатып алған өр-яңы техника-агрегаттарынан күргәҙмә ойошторғайны. Улар араһында ниндәйе генә юҡ: “Агратор” сәскесе лә, СКП-2,1 сәскес-культиваторы ла, “Велес БС-15 м” тырмаһы ла, ПН-8 һабаны ла, орлоҡ тейәгес тә, “Гварта” ағыу һиптергесе лә, юғары етештереүсәнле башҡа трактор-машиналар ҙа, башҡаһы ла бар. Келәттәрендә лә тулы тәртип хөкөм һөрә; яңы миҙгелгә яҡшы сифатлы орлоҡ фонды тупланған. Әйткәндәй, был зона фермерҙары сорттар яңыртыу, элиталы орлоҡ һатып алыу буйынса әүҙем эш алып бара.

– Йылайыр зонаһының крәҫтиән-фермер хужалыҡтары йылдан-йыл үҙҙәренең ҡеүәттәрен арттыра, райондың агросәнәғәт комплексында лайыҡлы урынды биләй, – тине Урғаҙа ауылындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының филиалында үткән пленар ултырышты асып Илшат Хәмит улы, – быға бөгөн дә шаһит булдыҡ. – Быйыл беҙгә яҙғы баҫыу эштәрен сифатлы һәм тейешле агротехник сроктарҙа атҡарып сығыу бурысы тора. Шул уҡ ваҡытта август айында районда ҙур сара – Баҫыу көнө үткәрелә, бынан тыш июндә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында иҡтисади форум ойошторола. Ошоноң ише мөһим мәсьәләләрҙе юғары кимәлдә ойоштороу мөһим.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙа ауылындағы филиалы етәксеһе Мөнир Мөхәрләмов уҡыу йортоноң бөгөн эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы.

– Быйыл беҙҙең районда бөтә сәсеү майҙаны 110 мең гектарҙы биләйәсәк, – тине төп доклад менән сығыш яһап райондың баш агрономы Радик Рәхмәтуллин, – был үткән йыл менән сағыштырғанда 2 процентҡа күберәк. Яҙғы сәсеү иһә 84 мең гектарҙы, шул иҫәптән иген культуралары – 72 мең, яҙғы бойҙай – 44 мең, ҡаты бойҙай 10 мең гектарҙы тәшкил итәсәк. Техник культуралар – 6,5 мең (ике тапҡырға арта), мал аҙығы культуралары 30 мең һәм картуф менән йәшелсә 1690 гектарҙа сәселәсәк.Быйыл 500 гектарҙа нут, 450 гектарҙа кәрешкә менән борсаҡ, 3500 гектарҙа етен, 1300 гектарҙа рапс, 140 гектарҙа шипкән, 1140 гектарҙа горчица һәм 200 гектарҙа чечевица үҫтереләсәк.

Быйыл 340 тонна элиталы орлоҡ, 470 тонна 1-се һәм 2-се репродукциялы орлоҡ, бойҙайҙың яңы сорттары һатып алынды. Шуныһы һөйөнөслө, үҫемлекселек менән шөғөлләнеүселәрҙең 36 проценты орлоғон яңыртты. Шул уҡ ваҡытта 24 тонна минераль ашламалар һәм 30 тонна биопрепараттар һатып алынды.

21 мең гектарҙа көҙ ер эшкәртелде, был алымға Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-лары, “Толпар” ЯСЙ-һы, “Р.Рәсүлев”, “И.Шәмсетдинов”, “В.Землянский”, “Р.Байрамғолов” КФХ-лары айырыуса яуаплы ҡараны.

Ғөмүмән, аграрийҙар яуаплы миҙгелгә яҡшы әҙерләнә, әммә шул уҡ ваҡытта фитосанитар хәлдең ҡатмарлы булыуы көтөлә. Шуның өсөн саранчаға быйыл да әҙер булайыҡ.

Ауыл хужалығы техникаһын яҙғы сәсеүгә әҙерләү һәм уға техник тикшереү үткәреү һөҙөмтәләре тураһында райондың Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Булат Байрамғолов, аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков, ауыл хужалығы объекттарын дәүләт теркәүенә ҡуйыу һәм экология мәсьәләләре тураһында Сибай территориаль комитетының баш белгес-эксперты Ғәлим Сәфиуллин, “Баҫыу көнө-2018” сараһына әҙерлек хаҡында Өфө ғилми үҙәгенең Баймаҡ фәнни подразделениеһы директоры Марс Солтанов сығыш яһаны.

Үҙенең йомғаҡлау телмәрендә Азат Булат улы райондың агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса анализ яһаны, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлектең яҡшы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҫемлекселек менән бер рәттән, ул малсылыҡты ла онотмаҫҡа саҡырҙы, сөнки тармаҡ хужалыҡ иҡтисадының нигеҙе булып тора.

Район башлығы яҙғы баҫыу эштәрен тейешле кимәлдә ҡаршы алырға саҡырҙы һәм Йылайыр зонаһы фермерҙарының сараға яҡшы әҙерләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Азамат Мөхәмәтшин.

А. Юлдашбаев фотоһында:

етәкселәр яңы техник-агрегаттар менән таныша.

Читайте нас: