Һәмән ауылында шәп сара

Һәмән ауылында "Ҡояш янында — йылылыҡ, ҡатын-ҡыҙ янында — изгелек" исемле түңәрәк өҫтәл һөйләшеүе үтте, унда ағинәйҙәр, ауыл халҡы, Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан социаль хеҙмәткәрҙәр, ауыл китапханасыһы ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәмән ауылында шәп сараҺәмән ауылында шәп сара
Һәмән ауылында шәп сара

Һәмән ауылында "Ҡояш янында — йылылыҡ, ҡатын-ҡыҙ янында — изгелек" исемле түңәрәк өҫтәл һөйләшеүе үтте, унда ағинәйҙәр, ауыл халҡы, Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан социаль хеҙмәткәрҙәр, ауыл китапханасыһы ҡатнашты. Был сараның төп маҡсаты — социаль хеҙмәткәрҙәрҙең йәмғиәттәге ролен асыҡлау, уларҙың шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ һәм кешелеклелеккә нигеҙләнгән изге хеҙмәтен баһалау һәм танытыу булды. Һәмән ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, социаль хеҙмәткәр булып эшләп хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан Фәһимә Һибәтуллина һүҙ башында: "Һәр һөнәр ҙә кәрәкле, әммә ололарға ярҙам иткән, уларҙы тәрбиәләгән социаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең ваҡытын, көсөн һәм күңел йылыһын башҡаларға бағышлай. Шуға күрә, ололар көнө алдынан, Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова, ағинәйҙәр менән кәңәшләшеп, изгелек өләшкән һөнәр эйәләрен һөйләшеүгә саҡырҙыҡ", — тине ул. Һәмән ауылынан Гөлгөнә Асҡарова һәм Альбина Вәлишина оҙаҡ йылдар ололарҙы ҡарауҙа үҙҙәренең тәжрибәһен һөйләне. Өмөтбай ауылынан 23 йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда булған Зилә Мәсәлимова үҙенең эшен яратып башҡарғанын һәм ололарға ярҙам итеүҙе төп бурыс тип иҫәпләгәнен әйтте. Ул әбейҙәрен һағынып иҫкә алды. Күгиҙел ауылынан хаҡлы ялдағы Зәлифә Урмантаева был эште һәр кем башҡара алмай, тип билдәләне. Билал ауылынан Зәйтүнә Юламанова һәм Мәрйәм Һибәтуллина ла оло йәштәгеләрҙе ҡарап, хеҙмәтенә тоғро ҡалған социаль хеҙмәткәрҙәр булып танылды. Әлеге ваҡытта ололар менән эшләүсе Рәмзиә Фәйзуллина, Резеда Халиҡова һәм Роза Утәбаева үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Уларҙың кешеләргә ярҙам итеүгә булған ихтирамы һәм хеҙмәткә тоғролоҡтары юғары баһаланды. Рәйлә Кинйәбулатова, Фәриҙә Асҡарова һәм Гөлшат Йәрмөхәмәтова социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшен тик яҡшы яҡтан баһалап, йылы һүҙҙәр әйтте. Улар социаль хеҙмәткәрҙәрҙең шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, хеҙмәт һөйөү һәм кешеләргә ихтирам кеүек сифаттарын билдәләне. Гөлшат Нурғәлина музыкаль сәләм тапшырҙы. Һәмән ағинәйҙәре әҙерләгән мул табын артында хәтирәләр менән уртаҡлашыу оҙаҡ дауам итте. Кисә һуңында почтальонка Роза Биктимерова матбуғатҡа яҙыу ойошторҙо. Һәмәндәр күберәк район гәзите "Һаҡмар"ға яҙылды. Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар йылылыҡ һәм изгелек символы булған социаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте һәр ваҡыт юғары баһаланырға тейеш тигән берҙәм фекергә килде. Был ысынлап та шулай. Һәмән ауылы Баймаҡ районының “Иң төҙөк ауылы” конкурсында ҡатнаша. Афарин!

Райхана БУЛАТОВА. 

Һәмән ауылында шәп сара
Һәмән ауылында шәп сара
Автор:Гузель Салихова