Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор

Район таланттары бер сәхнәлә

Район мәҙәниәт йортонда йыл һайын «Бергәләп тотош илбеҙ» үҙешмәкәр сәнғәт смотрын үткәреү матур традицияға әйләнгән. Быйыл да ул был йолаға тоғро ҡалды. Халыҡтар берҙәмлеге йылы темаһына арналған смотр иң беренсе ауыл биләмәләре араһында үтеп, иң яҡшы сығыштар район мәҙәниәт йортоноң Гала-концертында тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Урындар бирелеп, еңеүселәр асыҡланды. Артабан 8 апрелдән үҙешмәкәр сәнғәт смотры ҡаланың  ойошма-учреждениелары араһында дауам итте. Район мәҙәниәт йорто көн һайын бай йөкмәткеле концерт программаһы менән гөрләп торҙо. Ҡаланың 1-5-се мәктәптәре, 5-се мәктәп ҡарамағындағы балалар баҡсаһы, 4-се лицей, күп профилле лицей-интернаты, Өфө яғыулыҡ- энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, үҙәк район дауаханаһы, район һәм ҡала хакимиәттәре, биләмә-ара үҙәк китапхана, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, балалар ижады үҙәге, сәнғәт мәктәбе, «Йәш техниктар» һәм «Йәш натуралистар» станциялары, Баймаҡ телевидениеһы, «Һаҡмар» һәм «Баймакский вестник» гәзиттәре коллективтары, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға матур тамаша бүләк итте. Смотр тураһында тулыһынса сайтта:

Сығыштарҙы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, район мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Ләйсән Солтанғолова, йырсы Динә Аҡназарова, «Ҡомартҡы», «Мирфәйзә» ансамблдәре етәксеһе, йырсы Сөмбөл Юлбахтина баһаланы.  

Уҡытыусы. Водитель. Бухгалтер. Төрлө һөнәр эйәләрен бер маҡсат -сәнғәткә булған һөйөү берләштерҙе. Һәр ойошманың сығышын ҡарағандан һуң, районыбыҙҙа күпме талант эйәләре бар, ошо смотр булмаһа, беҙ был кешеләрҙең йырлап-бейегәнен бер ваҡытта белмәҫ, инек, бәлки,  тигән уйҙар ҙа тыуҙы хатта!

Һәүәҫкәр артистар конкурс талаптарынан ситкә китмәй Халыҡтар берҙәмлеге йылы темаһын асыуға бар тырышлығын һалған. Сәхнәлә төрлө милләт бейеүҙәре, йырҙары, таҡмаҡтары яңғыраны. Сығыштарға тап килгән костюмдар, образдар аша уларҙың мәҙәниәтен сағылдырҙы.

Ойошма-учреждениеларҙың художестволы смотрының иң сағыу сығыштарынан торған Гала-концерт ике көн дауам итте. Сараны район мәҙәниәт йорто методистары Гөлнара Кәйекбирҙина менән Ләйсән Солтанғолова алып барҙы. Тәүге көндә мәктәп һәм уҡыу йорттары коллективтары сығыш яһаны, урындар билдәләнде.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, ҡаланың 2-се мәктәбе «Интеллект һәм илһам», күп профилле лицей-интернаты «Йолалар һәм бөгөнгө көн гармонияһы» номинациялары еңеүселәре булды. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы коллективы, 5-се мәктәп һәм уның ҡарамағындағы балалар баҡсаһы коллективы, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары  3 дәрәжә Диплом менән бүләкләнде.

Икенсе урын ҡаланың 1-се мәктәбе коллективына һәм Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы коллективтарына бирелде.

4-се лицей һәм 3-сө мәктәптең сағыу, бай йөкмәткеле сығыштары Гран-при алыуға өлгәште. Барлыҡ мәғариф учреждениеларын юғары уңыштары менән ҡотлайбыҙ.

«Смотрҙа ҡатнашыу тәҡдимен коллегалар хуплап алды.  Директорҙың тәрбиә һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Резеда Ишемғужина менән сценарий өҫтөндә эшләнек. Сығыштарыбыҙҙа һәр милләттең мәҙәниәтен күрһәтергә теләнек. Ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле мари телендә «Ой молан тый йолташ» йырын башҡарҙы, шулай уҡ үзбәк бейеүен бейенек. Гала-концертҡа беҙҙең лицейҙан биш номер үткәс, бик ҡыуандыҡ. Призлы урын алыу өсөн тағы ла нығыраҡ тырышып, дәртләнеп әҙерләнә башланыҡ. «Родина моя» йырын бар коллектив менән башҡарҙыҡ. Сығыш тағы ла сағыуыраҡ күренһен өсөн өлкән класс уҡыусыларын да йәлеп иттек. Беренсе урын алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Берҙәм, яуаплы булғандары өсөн коллективҡа ҙур рәхмәтлемен», - тине тарих фәндәре уҡытыусыһы, ойоштороусы Әлиә Ишбирҙина.   

Гала-концерттың икенсе көнөндә учреждение-ойошмалары хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Сәхнәлә береһенән-береһе моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, рухлы шиғырҙар яңғыраны. Төрлө һөнәр кешеләренең талантына һәр кем һоҡланды. Бигерәк тә ҡала үҙәк дауахана хеҙмәткәрҙәренең сығышы ваҡытында тамаша залы гөрләп торҙо, халыҡ уларға ҡушылып йырланы, бейене. «Ғаилә. Дуҫлыҡ. Һабантуй» программаһы нигеҙендә, аҡ халатлылар тамашасыларға һабантуй, «Килен төшөрөү» йолаларын да күрһәтте. Улар сығышы тамашасыны ғына түгел, баһалама ағзаларын да әсир итте. Һәм һөҙөмтәлә, улар Гран-при яуланы.

«Конкурсҡа бик етди әҙерләндек. Сығышыбыҙҙың сценарий авторы Сибай ҡалаһынан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина булды. Бейеүҙәрҙе «Ирәндек» өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Наил Шәйәхмәтов һалды. Йырҙы инде был өлкә белгесе Светлана Шульман өйрәтте. Коллегаларҙың дәртле, талантлы булыуҙары ҡыуандыра. Берҙәм көс, тырышлыҡ менән икенсе йыл рәттән еңеүсе булдыҡ. Бына шулай, аҡ халатлылар кешене дауалау һәләттәренән тыш, сәнғәт өлкәһендә лә талантлылар. Әйткәндәй, беҙҙең «Йәшлек» исемле ансамблебеҙ ҙә бар. Ошо көндәрҙә өс номер менән Өфөлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ҙур, татыу ғаилә йылына арналған конкурста сығыш яһарға әҙерләнәбеҙ», - тине ҡала үҙәк дауаханаһының профсоюз ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Ғайсина.  Уларға баш ҡаланан да еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Беренсе урынға район хакимиәте коллективы лайыҡ булды. Ҡала хакимиәте һәм уның ҡарамағындағы учреждение, ойошма, предприятиелар икенсе урынға лайыҡ булды.    

Баймаҡ телевидениеһы һәм редакция хеҙмәткәрҙәренә «Әүҙем ҡатнашыусы» дипломы тапшырылды. Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе һәм биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Классикаға тоғролоҡ һәм юғары стиль» номинацияһына лайыҡ булды. 

 Еңеүселәрҙең барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премия тапшырылды.

Эйе, район мәҙәниәте ике көн дауамында ҙур байрам төҫө алды. Тамаша залында буш урындар булмауы баймаҡтарҙың йыр-моң яратыуын дәлилләй ине.

«Миңә билдәле артистарҙың концертына ҡарағанда, һәүәҫкәр артистарҙың сығышы нығыраҡ оҡшай. Гала-концертҡа әхирәттәрем менән кисә лә, бөгөн дә килдек. Бигерәк оҡшаны. Беҙгә матур ял сәғәттәре бүләк иткән артистарға, смотрҙы ойоштороусы район мәҙәниәт бүлегеы етәкселегенә ҙур рәхмәт»,  - тине Беренсе Этҡолдан килгән Рәйлә исемле ханым.

Күңелдәренә рухи аҙыҡ алып, рәхәтләнеп ял итеп таралышты баймаҡтар һәм ҡала ҡунаҡтары йыр-моң байрамынан. Күпме яңы таланттарҙы асҡан, ҙур сәхнәгә сығарған үҙешмәкәр смотр киләһе йылдарҙа ла дауамлы булһын!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас