Тыуған еренең дә, ғаиләһенең дә ҡалҡаны

Әсә – йорттоң ҡото, ғаиләнең йөрәге... Был, һис бәхәсһеҙ, шулай. Әммә яныбыҙҙа ғаилә йөрәген – йәнән юғалтып та, балалары өсөн ныҡлы ҡалҡан, терәк-таяныс булған атайҙар барлығын да онотмаһаҡ ине. Эйе, ирҙәр ҡатын-ҡыҙ халҡы кеүек күҙ йәшен күрһәтмәй, үҙе хаҡында һөйләп-яҙғанды ла яратмай. Шуға күрәлер балалары өсөн ысын АТАЙ булғандар тураһында күптәр белмәй.

Тыуған еренең дә, ғаиләһенең дә ҡалҡаныТыуған еренең дә, ғаиләһенең дә ҡалҡаны
Тыуған еренең дә, ғаиләһенең дә ҡалҡаны

Әсә – йорттоң ҡото, ғаиләнең йөрәге... Был, һис бәхәсһеҙ, шулай. Әммә яныбыҙҙа ғаилә йөрәген – йәнән юғалтып та, балалары өсөн ныҡлы ҡалҡан, терәк-таяныс булған атайҙар барлығын да онотмаһаҡ ине. Эйе, ирҙәр ҡатын-ҡыҙ халҡы кеүек күҙ йәшен күрһәтмәй, үҙе хаҡында һөйләп-яҙғанды ла яратмай. Шуға күрәлер балалары өсөн ысын АТАЙ булғандар тураһында күптәр белмәй.

Бөгөнгө һүҙем шундай шәп, эшһөйәр, уңған, тыуған еребеҙҙең ысын улы һәм шәп атайҙарҙың береһе Фәрит Рамаҙанов тураһында булыр. Ул 1961 йылдың 1 ғинуарында Рәйфә һәм Мөрит Рамаҙановтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. “Үҙҙәренең үҫмер саҡтары һуғыштан һуңғы йылдарға тап килгән атаһы менән әсәһе бик иртә ауыл эшенә егелеп, эш күреп үҫкәнлектән, балаларын да үҙҙәренә ярҙамсы итеп, эшкә өйрәтеп, егәрле итеп тәрбиәләйҙәр. Фәрит иһә һәр эште күңел биреп эшләй, әсәһенең йомоштарын да, ҡатындар эше тип тормай, теләп үтәй. Был миңә тормошта бик кәрәк буласаҡ, тип алдан белгән, тиерһең”, - ти уның ауылдашы Таңһылыу апай Вәлиева.

Фәрит Рамаҙанов Байым 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Уҡыу йылдарында спорт яғынан алдынғылығы, ярҙамсыллығы, кешелекле-кеселекле булыуы менән айырыла. Артабан Баймаҡ ҡалаһында яңы асылған ауыл хужалығы профессиональ - техник училищеһына уҡырға инә. Тырыш егет киң профилле тракторсы – машинист һөнәрен үҙләштерә. Йәш егет оло теләк менән тыуған яҡтарына эшкә ҡайта һәм “Урал” колхозында тракторсы булып эш башлай.
Уны ДТ - 75 тракторына ултырталар. Иген баҫыуҙарын сәсеүгә әҙерләү - һөрөү, тырматыу кеүек эштәрҙә ҡатнаша, көҙ ерҙе туңға һөрөү, ҡыш ферма малы өсөн бесән - һалам, сенаж ташыуҙа ең һыҙғанып, алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Хәрби хеҙмәткә килгән повестканы ла ғорурланып ҡулына ала. 1981 - 1983 йылдарҙа Әзербайжан яҡтарында Ватанын һаҡлай ул. Фәрит Рамаҙанов хеҙмәт иткән часть ҡанатлы ракеталар өсөн объекттар төҙөй. Был ил ҡеүәте һәм киләсәге өсөн бик мөһим була.

Армиянан ҡайтҡас, Фәрит Мәрит улы яратҡан эшенә яңынан тотона. “Байымдың тракторсылар бригадаһында ул саҡта тәжрибәле механизаторҙар: Рәсүл Фәруҡ улы Мөхәмәтйәнов, Сабирйән Хисам улы Ҡәйепҡолов, Булат Яхъя улы Юлмөхәмәтов, Фазылғаян Исхаҡ улы Йылҡыбаев эшләй ине. Бөтәһе лә орденлы булды улар. Улар үҙҙәренең бай тәжрибә серҙәрен Мирхәт Рахманғолов, Рәмил Вәлиев, Нәҙир Әбүсәғитов, Мирзаян Йылҡыбаев, Ришат Рамаҙанов кеүек йәшерәктәргә һәм уларҙан да йәшерәк механизаторҙар - Радмир Вәлиев, Әхәт Мәжитов, Фәрит Рамаҙанов, Сөнғәт Юлмөхәмәтов, Әхиәр Бикмөхәмәтов кеүектәргә өйрәтә барҙы. Ғөмүмән, Байым бригадаһы берҙәм һәм эшһөйәр тракторсылары менән дан тотто”, - тип хәтерләй замандаштары.

Фәрит Рамаҙанов та үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп, тырыш хеҙмәте менән танылып, 1990 йылдың декабрендә район делегацияһы составында Өфө ҡалаһына, Агросоюздың 2 - се съезына делегат булып бара. Был съезда Фәрит Рамаҙанов ВЛКСМ - дың Үҙәк Комитеты тарафынан “11-се бишйыллыҡтың йәш гвардиясыһы” знагы менән наградлана. Колхоз идараһы һәм район хакимитәнең бик күп Маҡтау грамоталарына, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була ул.

1985 йылда танылған тракторсы Байым ауылының һылыу, эшһөйәр ҡыҙы Нурзиә Әбүзәр ҡыҙы Зөйнәғәбдинова менән тормош ҡора. Күркәм һәм бар яҡтан пар килгән йәштәргә һәр кем һоҡлана. Рамаҙановтар матур итеп донъя көтә. Икеһе лә тырышып эшләй. Фәрит Мөоит улы тракторҙа, Нурзиә Әбүзәр ҡыҙы быҙау ҡарай, һыйыр ҙа һауа. Рамаҙановтарҙың бәхетен ишәйтеп Замира, Рәфит, Илсур донъяға килә. Ҡотло һәм бәхетле йортта балаларҙың шат тауыштары тынмай. Тик яҙмыш ҡайһы саҡта уйламағанда утҡа ла һала, боҙло һыуға ла тыға шул... Нурзия Әбүзәр ҡыҙы дүртенсе бәпәйен, ике көнлөк кенә булып ҡалған улын һөйөклө иренә ҡалдырып, балаларының йөрәгенә уңалмаҫ яра һалып, мәңгелеккә күҙен йома.

Фәрит Мөрит улы был ауыр юғалтыуҙы ысын ирҙәрсә күтәрә, һынмай ҙа, бөгөлмәй ҙә. Әсәһе, яҡын туғандары ла уға һәр саҡ ярҙам итергә тырыша, терә була. Фәрит ағай балаларын матур итеп үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Ҡыҙҙары Замира Икенсе Этҡолда уҡытыусы, Рәфит Баймаҡ эске эштәр бүлегендә эшләй. Икеһе лә юғары белемле. Сибай медицина колледжын тамамлаған Илсурҙың шифалы ҡулдары менән баймаҡтар ғына түгел, ә сит тарафтарҙан да күптәр таныш һәм мең рәхмәтле. Улар хәҙер үҙҙәре лә ғаиләле. Фәрит Мөрит улы ейән - ейәнсәрҙәрен һөйөп, уларға ҡыуанып йәшәй. Кесе улы Искәндәр яғыулыҡ-энергетика колледжында тырышып белем ала. Шулай, балалары өсөн атай ҙа, әсәй ҙә урынына булып, тормош һынауҙарына бирешмәй Фәрит Мөрит улы. Балалары атаһының йыуанысы, ҡыуанысы ла. Уларҙың барыһы ла эшһөйәр, уңған, кешелекле-кеселекле, ярҙамсыл булыуы менән айырыла.

Фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған еребеҙҙең үҫешенә тос өлөш индергән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, намыҫсан ер улы, ысын атай Фәрит Мөрит улы Рамаҙанов ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Уға ныҡлы һаулыҡ, артабан да балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныс-шатлығын ғына күреп, тик бәхеттә йәшәргә яҙһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас