Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы

Тап бына илленсе йылдар аҙағында мәктәпкә күптән түгел Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған ике йәш белгес—ирле-ҡатынлы Минира Ғәләүетдин ҡыҙы һәм Тимерғәле Абдрахман улы Арыҫланғәлиндар эшкә килә. Ғаилә башлығы балаларға физиканан, ә тормош юлдашы математиканан белем серҙәренә төшөндөрә башлай. Директорҙың тырышлығы менән ошо йылдарҙа мәктәп тағын да юғары белемле химия, тарих, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тулыландырыла.

Утыҙынсы йылдарҙаТүбә ҡасабаһы тулы тормош ҡосағында ҡайнап йәшәне. Төҫлө металдарға, бигерәк тә алтынға бай төбәк үҙенә күрә күп эшселәрҙе йәлеп итте. Бигерәк тә Ҡаҙағстан, Татарстан, Ырымбур һәм башҡа яҡтарҙан ғаиләләре менән күсеп килделәр. Күптәре ҡасабала йорттар һалдылар, ҡайһы берҙәре яҡын тирә ауылдарҙа төпләнделәр. Халыҡ һаны буйынса ҡасаба Баймаҡтан ҡала икенсе урынды биләне. 1937-1938 йылдарҙа ағастан ике ҡатлы ике мәктәп төҙөлөп бөтә. 1-се урта мәктәптә башлыса урыҫ, ә 2-се урта мәктәптә башҡорт балалары белем алды.

Бигерәк тә Түбә 2-се һанлы башҡорт урта мәктәбе үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән район кимәлендә киң танылыу яуланы һәм әлеге көнгә тиклем был мәктәп үҙенең элекке традицияларына тоғролоғон дауам итә.

Илленсе йылдың аҙаҡтарында мәктәп менән элекке ҡаһарман яугир, 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһының эскадрон командиры, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, запастағы өлкән лейтенант Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов етәкселек итә башлай. Мәктәп коллективы менән ун алты йыл етәкселек итеп, уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлгә сығарып, мәктәп район кимәлендә генә түгел, бәлки республикала ла алдынғы белем усағына әүерелә.

Тап бына илленсе йылдар аҙағында мәктәпкә күптән түгел Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған ике йәш белгес—ирле-ҡатынлы Минира Ғәләүетдин ҡыҙы һәм Тимерғәле Абдрахман улы Арыҫланғәлиндар эшкә килә. Ғаилә башлығы балаларға физиканан, ә тормош юлдашы математиканан белем серҙәренә төшөндөрә башлай. Директорҙың тырышлығы менән ошо йылдарҙа мәктәп тағын да юғары белемле химия, тарих, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тулыландырыла.

Алдан әйтеүемсә, билдәлелек яулаған ҡасаба эшселәрҙе генә түгел, белем серҙәрен үҙләштерергә ынтылған ауыл балаларын да үҙенә йәлеп итә башланы. Һәр бала тигәндәй мөһабәт ике ҡатлы бинала белем алырға тырышты һәм яҡын тирәләге 7 ауыл Советынан үҙҙәрендә етенсе класты тамамлағандар уҡырға юлланды. Шуға күрә лә уҡыусылар һаны ҡайһы бер йылдары 600-дә ашып китте һәм уҡыу ике сменала ойошторолдо. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауылдан килгән балалар өсөн ятаҡ та төҙөлдө. Нисек кенә булмаһын, уҡыуға тырыш балалар уҡыуҙарын артабан дауам итте, ә ҡайһылары--матди хәлдәре насарҙар, һүлпәнерәктәр уҡыуҙарын ҡалдырырға мәжбүр булды.

Төрлөбөҙ төрлө ауылдан йыйылып, һәр беребеҙҙең белем кимәле самалы булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусыларыбыҙҙың биргән һабаҡтарын отоп алырға тырыштыҡ. Бигерәк тә ауыл балаларына рус теле һәм әҙәбиәте, математика дәрестәре ауыр бирелде. Етмәһә, рус милләтенән булған рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клавдия Ивановна Семигина беҙҙең класс етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ класс етәксебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, фәнде етерлек кимәлдә үҙләштереп, мәктәпте уңышлы тамамлап сығыуға өлгәштек. Беҙ уға мәңге рәхмәтлебеҙ. Мин был урында шуны ғына өҫтәп әйтер инем. Мәктәп директоры Б.М. Мәмбәтҡолов ҡулыбыҙға өлгөргәнлек аттестаты тапшырғас та, класс етәксебеҙ үҙенең 19 уҡыусыһын өйөнә алып ҡайтып, сәй табыны ойошторҙо һәм һәр беребеҙгә үҙенең имзаһы менән китаптар тапшырҙы. Был, әлбиттә, класс етәксебеҙҙең уҡыусыларына ҡарата оло ихтирамы һәм хөрмәте ине.

Һәр кем мәктәп эскәмйәһендә белем алғанда математика фәненең ни тиклем ҡатмарлы булыуын белә. Был фәнде ныҡышмал, тырыштыр ғына үҙләштерә алыуы бәхәсһеҙ. Бына ошо ҡатмарлы фәнде үҙ итеп, беҙгә белемдең бөтә нескәлектәрен еткерергә ынтылған, әле яңы ғына алған белемен хәҙерге уҡыусыларына өләшеү өсөн килде беҙҙең Минира апайыбыҙ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, уҡыу йылы башланғас та, математиканан бер нисә ай дауамында шул уҡ ҡатын-ҡыҙ затынан икенсе уҡытыусы уҡытҡайны. Нисектер беҙҙең класс уҡыусылары уны үҙ итмәне: дәресе һәр саҡ аңлайышһыҙ, шау-шоу менән үтеп китер булды, биргән белеменән беребеҙ ҙә ҡәнәғәт түгел ине. Бәхеткә күрә, уны эшенән ситләттеләр һәм, ниһайәт, беҙҙең класыбыҙға ҡояштай балҡып, йөҙөнән ысын нур һибелгән, күптән үк көткән уҡытыусыбыҙ—Минира Ғәләүетдин ҡыҙы килеп инмәһенме! Барыбыҙ ҙа уҡытыусыбыҙҙы аяҡ өҫтө тороп, сәләмләп ҡаршы алдыҡ. Ябай, эскерһеҙ, мөләйем ҡарашлы уҡытыусыбыҙҙы беҙ тәүге дәрестән үк үҙ иттек. Ҡасандыр шаян, тыңлауһыҙ, башҡаларға ҡамасаулыҡ килтергән малайҙар ҙа тиҙ арала элекке холоҡтарын ташлап, уҡытыусыбыҙҙың аңлатҡанын йотоп алырҙай булып уға төбәлерҙәр ине. Һәр дәрес мауыҡтырғыс, үҙенә йәлеп итеп һиҙелмәй ҙә үтеп китер булды. Фән нисек кенә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Минира апайыбыҙ төрлө алымдар менән үткән материалды үҙләштерергә бар көсөн һалды һәм тиҙ арала ул үҙ фәненә ҡарата оло һөйөү яуларға өлгәште. Математика дәресе элек аңлайышһыҙ, бер кемгә кәрәкмәгән фән һымаҡ ҡабул ителһә, хәҙер инде яңы уҡытыусыбыҙҙың тырышлығы арҡаһында фәнде яратмаған уҡыусылар ҙа дәрестәрҙе йотлоғоп тыңлап, көтөп алырҙар ине.

Минира Ғәләүетдин ҡыҙы мәктәптә дәрес биреүҙән тыш, уҡыусыларҙың дөйөм ятағына килеп, үҙ фәне буйынса өҫтәлмә дәрестәр үткәрергә лә ваҡыт тапты, артта ҡалған уҡыусылар менән айырым шөғөлләнде. Уның сабырлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Был осорҙа ул ике ҡыҙына әсәй, тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын булараҡ, барыһына ла өлгөрә алды. Беҙ физкультура дәресендә саңғыла шыуырға йәиһә саңғы ярыштарына сыҡһаҡ, ул беҙҙең менән һәр саҡ тиерлек бергә булырға тырышты. Баҡһаң, апайыбыҙ институтта саңғы буйынса I разрядҡа эйә булып, чемпион исемен күп тапҡыр яулап алырға өлгәшкән булған. Ә яҙ етһә, мәктәптең спорт майҙансығына килеп, беҙҙең менән футбол, волейбол уйнарға ла ваҡыт табыр ине. Нисектер, ул йылдарҙа ауылдан килгән малайҙар барыһы ла тип әйтерлек белем алырға ынтылып торҙо. Ятаҡтан урын алып, бер-береһенә ярҙам итеп уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер осраҡта, бигерәк тә математика фәне буйынса төрлө мәсьәләләрҙе сисеү буйынса ауырлыҡтар килеп сыҡһа, иптәштәрем мине уҡытыусыларыбыҙға аңлатып биреүҙе һорап ебәрер булдылар. Мин, әлбиттә, һис һүҙһеҙ ризалашып, уларҙың йәшәгән йортона килеп инеүем була, эштәренең күп булыуына ҡарамаҫтан, материалды ентекле итеп төшөндөргәс, ҡайтҡас та иптәштәребеҙ менән йәһәт кенә сисеп тә ҡуя торғайныҡ. Был урында, әлбиттә, уҡыусыларҙың тырышып уҡырға ынтылыуы, математика фәненә ҡарата һөйөүе булһа, ә инде икенсе яҡтан уҡытыусыбыҙҙың үҙ уҡыусыларына ҡарата битараф булмауы, һәр саҡ ярҙам итергә ынтылыуҙарының сағыу өлгөһө булып тора. Беҙ бына шулай өс йыл рәттән ихлас, һәр уҡыусыһына ҡарата айырмай белем биреүгә бар көсөн һалған ысын уҡытыусы Минира Ғәләүетдин ҡыҙынан белем дә, тәрбиә лә алып, урта мәктәпте уңышлы тамамлап, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышып, күбебеҙ юғары һәм махсус белем алып, эшләп, уҡытыусыларыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек.

Класыбыҙҙы тамамлаған19 уҡыусының 12-һе юғары, ҡалғандары махсус урта уҡыу йорттарын тамамлап, төрлө һөнәрҙәргә эйә булып, уңышлы эшләнеләр. Шуныһы һөйөнөслө һәм ҡыуаныслы. Беҙ бер ваҡытта ла үҙебеҙгә төплө белем биргән уҡытыусыларыбыҙҙы онотманыҡ. Уларҙың күптәрен класташтар осрашыуына саҡырып, көтөп алдыҡ, табыныбыҙҙың иң түрендә хөрмәтле, ҡәҙерле ҡунаҡтар булдылар. Бигерәк тә Минира Ғәләүетдин ҡыҙы һәм Тимерғәле Абдрахман улы Арыҫланғәлиндар барыһынан да күберәк элекке уҡыусылары менән осрашыуҙарҙа ҡатнаштылар. Бына ошондай тантаналы осрашыуҙарҙың береһендә сығыш яһаған уҡыусыһы, Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Рәшит Әхмәт улы Дәүләтшин бына нимә тине: “Тимерғәле Абдрахман улы һәм Минира Ғәләүетдин ҡыҙы физика һәм математика фәненән беҙгә төплө белем генә түгел, киләсәк тормошобоҙға фәһемле, аҡыллы кәңәштәрен дә бирҙеләр. Мин уҡытыусыларыбыҙҙың биргән оло һабаҡтарын һаман дә эшемдә, тормошомда ҡулланам. Улар һымаҡ педагогтар күберәк булһа, йәмғиәтебеҙ үҫеше лә күркәмерәк, сағыуыраҡ булыр”.

Дүрт балаға ғүмер бүләк иткән һөйөклө әсә, ысын уҡытыусы Минира Ғәләүетдин ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләтебеҙ тарафынан лайыҡлы баһаланды. “Рәсәйҙең мәғариф отличнигы”, “Уҡытыусы-методист”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, бихисап Почет грамоталары уның хеҙмәтенең бер өлөшө генә тиһәм, һис тә яңылышмам. Уға иң юғары баһаны уҡыусылары бирә. Уларҙың араһында кемдәр генә юҡ! Фән әһелдәре, табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, агрономдар, хатта дәүләт эшмәкәрҙәре лә бар.

Минира Ғәләүетдин ҡыҙы тураһында һөйләгәндә уның тормош иптәше, алтмыш йылдан ашыу ҡулға-ҡул тотоноп сағыу ҙа, фәһемле лә тормош юлын бергәләп үткән Тимерғәле Абдрахман улын телгә алмаһыҡ, яҙмабыҙ тулы булмаҫ ине.

Миңә Тимерғәле Абдрахман улы Арыҫланғәлиндың мәғариф өлкәһендәге күрһәткән хеҙмәттәре тураһында күп һанлы матбуғат биттәрендә сығыш яһау бәхете тейҙе, бер нисә китабымда ла улар урын алған. “Башҡортостан” гәзите уҡытыусылар йылына арнап ижади конкурс иғлан иткәйне. Бына ошо абруйлы конкурста мин мәшһүр уҡытыусыларыбыҙ Минира Ғәләүетдин ҡыҙы һәм Тимерғәле Абдрахман улы Арыҫланғәлиндар тураһында “Белем иленең пар аҡҡоштары” исемле күләмле мәҡәләм менән сығыш яһап, икенсе урынды яулап алыуға өлгәштем. Мәҡәләнең һуңынан республиканың бик күп төбәктәренән шылтыратыусылар, хат яҙыусылар булды. Улар уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлап, миңә рәхмәттәрен еткергәндәр ине.

Уның хеҙмәт юлын ҡыҫҡаса ошолай тасуирларға мөмкин. Уҡытыусы, күп кенә мәктәптәрҙә директор, район мәғариф бүлеге етәксеһе, хаҡлы ялға сыҡҡас та, күп йылдар район мәғариф бүлегенең ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара. “СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ булған ир-азаматтарҙың береһе Тимерғәле Абдрахман улы Минира Ғәләүетдин ҡыҙының уң ҡанаты, терәк-таянысы булды. Улар икеһе лә райондың мәғариф үҫешенә лайыҡлы эҙҙәрен ҡалдырып, исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылырға лайыҡлылар.

Салауат Мөхәмәтшин,

хеҙмәт һәм матбуғат ветераны, Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас